|
|||
Тема. Хх өн-хәрефтәре. Хәйләкәр төлкө.33-сө дәрес. Тема. Хх өн-хәрефтәре. Хәйләкәр төлкө. Маҡсаттар. Хх өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙа фонематик һәләттәрҙе һәм телмәр үҫтереү, тирә-яҡ доньяға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.
I.Ойоштороу моменты. - Әйбер бит үҙе үҫмәй, Хеҙмәт емеше улар: Парта, ручка һәм китапты Ватма, йыртма, һындырма. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (76-77-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Көҙ еткәс, балалар мәктәпкә баралар. Хәмит хат яҙған, уны почта йәшнигенә төшөрә. Хәлиҙә китпхананан китаптар алып уҡый. Ҡыш еткәс, малайҙар боҙҙа хоккей уйнай). - Ниндәй һүҙҙәрҙә [х] өнө ишеттегеҙ? - Бөгөн беҙҙң дәрес темабыҙ ниндәй була икән? (Хх өн-хәрефтәре).
2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Хх өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Хәйләкәр төлкө. Эттәр төлкөнө ҡыуа башланылар. Төлкө саба-саба бик арыны, хәлдән тайҙы. Төлкө ҡапыл ергә һуҙылып ятты. Эттәр, йән-фарман сабып, уны уҙып киттеләр. Хәйләкәр төлкө бер яҡҡа тайпылды. Ҡыуаҡтар араһына инеп китте. Ҡойроғо менән эҙен һеперҙе. Эттәр уның үҙен дә, эҙен дә тапманы. - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [х] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?
III.Анализ-синтез юлы менән Хх өн-хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [х] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Малайҙар хоккей уйнайҙар». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Икенсе һүҙҙә нисә ижек? - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана? - [х] - ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).
2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Хх. 3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Хх хәрефтәрҙе табыу. 4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау. 5.Хх өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Хоккей, хәбәр, хуш, әхләҡ, Әхмәт, Әхнәф, Сәләх, хат, халат, хәбәр, хата, хуш, хур, тарих, ихлас, хөрмәт. 6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Хх хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
7. Хх өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [х] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А. Харис хаттар яҙа хәҙер Мәктәп, уҡыу хаҡында. Хәбәрҙәре ҡыуаныслы Һәр бер һалған хатында. (Г. Юнысова). Б. Хихылдап көлә Хикмәт, Хөрмәт хат яҙған ирмәк – Хата өҫтөнә хата. Хафалана Хәлфетдин: «Хурландым инде хатта». Халыҡты хөрмәт итеп, Хәл-әхүәл һорашып, Хат-хәбәрҙәр яҙ әле, Хикәйәләп, хозурлап, Хәрефте ҙурлап-ҙурлап. В. Хат яҙҙым ағайыма, Хеҙмәт иткән яғына. Г. Халҡыбыҙ – хазина ! Хайран мин халҡыма ! Хөрмәтем, Хәстәрем, Хыялым Хистәрем – Халҡыбыҙ хаҡына. Ғ. Хат яҙҙым ағайыма, Хеҙмәт иткән яғына.
8. Тел төҙәткес. Ха-ха-ха – шаян инде Салиха, Хи-хи-хи – көлә гел хи-хи, хи-хи. Их-их-их - уға ҡушыла Салих, Ха-ха-ха – тәгәрәп китә Фатиха, Мәт-мәт-мәт – эсен тота Әхмәт. Мит-мит-мит - күҙен һөртә Хәмит, Ха-ха-ха – улар көлә ха-ха-ха, Мит-мит-мит – булды инде бер кәмит.
9.Хх өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [х] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А.Һүҙе килә, үҙе юҡ. (Хат). Б.Аҡ ерҙә ҡара орлоҡтар. (Хәреф). В.Утыҙ ике һаны, Ҡыйыш йөрөй, тура йөрөй, Салыш йөрөй, ҡыя йөрөй, Сатраш йөрөй, йыя йөрө. Ниндә уйын? Таны! (Шахмат). Г. Балыҡ түгел, ҡош түгел, Һыуҙа йөрөй үҙе гел, Суммай ҙа ул, осмай ҙа ул, Ҡоро ергә сыҡмай ҙа ул. (Пароход).
10. Физкультминутка. Аҡ ҡуяндың балалары, Аҡ ҡуяндың балалары Мамыҡ ҡына була икән, Тая-тәтри-рәттирәм. Сылтыр-сылтыр эләйек тә, Сылтыр-сылтыр эләйек тә Сылтыратып кейәйек, Тая-тәтри-рәттирәм. Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп, Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп Уйнайыҡ та көләйек, Тая-тәтри-рәттирәм. (Йырлап бейеү).
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Хх хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. Ха-хә-хо-хө-ху-хү-хи-хе ах-әх-ох-өх-ух-үх-их-ех Харис, Хәлиҙә, Хафиза, Хәмиҙә, Хәлиҙә, Хәмдиә, Хөмәйрә, Хафиз, Хәмит, Халиҡ, Харрас, Хәсән, Хөснә, Хәким, Хәмиҙулла, Хәтмулла. Хәҙисә апай табип. Ул ауыл халҡын дауалай. 2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, халат һүрәте эсенә Хх хәрефтәре). 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Хх хәрефтәре моделен яһау. 4. Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: ф в д з ҙ г ғ ң ә п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т н л м 5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. Хат-хас-хаж-хаҡ хур-хуш-хуп Халат-халыҡ Рәхимә-Рәхилә
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Хх хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре). 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Хх баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Расих менән Салих ихлас хат яҙышалар. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|