|
|||
се дәрес.. Тема. Фф өн-хәрефтәре. Фил.32-се дәрес. Тема. Фф өн-хәрефтәре. Фил. Маҡсаттар: Фф өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙа фонематик ишетеү һәләттәре һәм телмәр үҫтереү, илебеҙҙең башҡалаһы өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү.
I.Ойоштороу моменты. - Уҡырға ла өйрәнәбеҙ, Яҙырға ла теләйбеҙ. Бик бейек һәм бик текә Фән тауына менәбеҙ.
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (74-75-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Өфө тураһында тағы нимәләр беләһегеҙ? - Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ. Унда миллиондан ашыу кеше йәшәй. Өфөлә юғары уҡыу йорттары күп, интернат-гимназиялар, лицейҙар бар. Унда театрҙар, филармония, студиялар бар. Ағиҙел ярында бейектә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Дуҫлыҡ монументы ла бик матур. Өфөлә әле лә бик күп төҙөлөштәр бара: яңынан-яңы йорттар, зиннәтле һарайҙар һ.б. - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ф] өнөн ишеттегеҙ? - Дәресебеҙҙең темаһын кем әйтә алыр?
2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ф] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Фил. Фил – ҙур, көслө хайуан. Ул тыныс тәбиғәтле. Фил баҫып йоҡлай. Ул Африкала һәм Индияла йәшәй. Ул кешеләргә ҙур файҙа килтерә. - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ф] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?
III.Анализ-синтез юлы менән Фф өн-хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ф] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Өфө - беҙҙең башҡалабыҙ». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Беренсе һүҙҙә нисә ижек? - Икенсе ижек ниндәй өндән башлана? - [ф] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы). 2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Фф. 3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Фф хәрефтәрен табыу. 4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.
5.Фф өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Фил, Фазыл, Фәтих, Фәнил, Флүр, Фәйзрахман, Фәймә,Өфө, әлифба, хафа, саф, хәреф, Инсаф,Фируза, туфли, картуф һ.б. 6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Фф хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
7.Фф өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [ф] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А. Фил ниңә бар ҙә ятмай? Фил аяҡ үрә йоҡлай. (З. Биишева). Б. Физкультураны яратмай, Файҙаһыҙ, тип Фәниә. Көсһөҙ булып үҫер инде, Бына шуға йән көйә. (Г. Юнысова). В. Фәрит, Фәһим, Фәриҙә Фокус күрһәтә өйҙә. Фәйрүзә менән Фәүҡәт Фото төшөрә фәҡәт. Г. Фәнил әлифба алды, Фәнен өйрәнә һалды.
8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес. А. Фа-фа-фа – тырышып яҙа Сафа, Фе-фе-фе – кәкре-бөкрө хәрефе, Фа-фа-фа – матур яҙыу бер яфа, Фе-фе-фе – килә уның хәүефе, Фа-фа-фа – һаман тырыша Сафа. Фе-фе-фе – матур сыҡты хәрефе, Фе-фе-фе – күтәрелде кәйефе. Б. Физкультура файҙағамы? Физкультура – файҙаға. Физкультура – фәһемле фән Фәйез, Фәрхәт, Фәриҙәгә, Фазыл, Фәнзил, Файзаға.
9.Фф өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ф] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А.Лапаҫ тора түбәлә, яһап һиңә күләгә. (Фуражка). Б.Ун ике битле, һыҙыҡ ситле, ап-аҡ төҫлө, тимер епле. (Дәфтәр). В. Кескәй генә күҙҙәре, мороно оҙон бигерәк. Уның исемен әйтер өсөн өс кенә хәреф кәрәк. (Фил). Г.Ҡарайһың төҫөн, таныйһың үҙен – үҙе юҡ. (Фото).
10. Физкультминутка. Тауыҡ һанай себештәрен – Йоморо бәләкәстәрен: Аҡтар бишәү, һары бишәү, Бөтәһе бергә - унау.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Фф хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. Фа-фә-фо-фө-фу-фү-фи-фе аф-әф-оф-өф-уф-үф-иф-еф Фил, фото, фәҡир, фарман, фекер, шкаф, флаг, ферма, файҙа, фабрика, жираф. Гөлфиә менән Зөлфиә синыфташтар. 2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, фил, фуражка һүрәте эсенә Фф хәрефтәре). 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Фф. 4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр. к н г ш ы ф в а п р о л д ж э я ч м с и т б ю 5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. Фәһим-Фәһимә Фатих-Фатиха Флүр-Флүрә Хәниф-Хәнифә Фәнил-Фәнилә Хафиз-Хафиза Зариф-Зарифа Шәриф-Шәрифә
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Фф хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Фф. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Фф баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Фантик, синыф, сифат, Гөлфиә, Гөлфинә, Ҡафия, Фатима, фекер, фатир. Фазила апай фермала эшләй. Хәнифә апай фабрикала кофта бәйләй. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|