Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Вв өн-хәрефтәре. Вертолёт.



31-се дәрес.

Тема. Вв өн-хәрефтәре. Вертолёт.

Маҡсаттар: Вв өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙа фонематик ишетеү һәләттәрен һәм телмәр үҫтереү, иптәштәргә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡыңғырау шылтырағас,

Кабинетҡа керәбеҙ.

Матур итеп ултырабыҙ,

Тәртипле уҡыусыларбыҙ. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (72-73-сө биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Йәмле йәй көнө. Малайҙар волейбол уйнайҙар. Улар ҡырҙа майҙансыҡ эшләп алғандар. Вәкил менән Вәлимә бесәйҙе тышҡа сығарабыҙ, тип баҫтырғандар. Бесәй шкаф башына менгән, китаптарҙы һәм вазаны иҙәнгә ҡолатып төшөргән).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [в] өнө ишеттегеҙ?

 - Беҙҙең бөгөнгө дәрес темаһын кем әйтә ала? (Вв өн-хәрефе).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [в] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                          Вертолёт.

Вертолёт бик яҡшы машина. Ул сәғәтенә 300-500 километр оса. Юл булмаған ерҙәргә лә вертолётта бик тиҙ барып етергә мөмкин. Уға ергә ултырыр өсөн ҙур майҙан кәрәкмәй. Кире һауаға ла туп-тура күтәрелә ала. Һыу баҫыу, ер тетрәү кеүек тәбиғәт ҡазаһына юлыҡҡандарҙы ҡотҡарыу өсөн дә вертолётты ебәрәләр. Ул һауала бер урында тора һәм баҫҡыс төшөрөп бәләгә тарыусыларҙы ултыртып ала.

Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында вертолет эшләү заводы бар. Унда хәрби вертолёттар ҙа яһайҙар

 - Вертолеттар тураһында үҙегеҙ нимәләр беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [в] өндәрен ишеттегеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Вв өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [в] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Малайҙар волейбол уйнайҙар».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [в] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Вв.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Вв хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Вв өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Вәғиҙә, Вәлимә, Вәсилә, Вәзирә, Вәзиха, Вилә, Вәли, Вәкил, Вәлит, Вәхит, Волга, Ватан, ваза, виноград, витамин, вокзал, диван, авторучка, автомобиль һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйәлә, шиғырҙа Вв хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Вв өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан Вв өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Вагондар уҙып бара,

Вәли ҡул болғап ҡала. (З. Биишева).

Б. Велосипед алып ҡайтты

Атайым бөгөн миңә.

 - Йөрөрһөң, тик, улым, - тине, -

Ваҡытын белеп кенә. (Г. Юнысова).

В. Вазифа менән Варис

Ваҡ-ваҡ валсыҡ ваҡлайҙар,

Вайымһыҙ түгел улар,

Ваҡ ҡоштарҙы һаҡлайҙар.

Г. Вагон юлға ҡуҙғалды,

Вокзал ҡул болғап ҡалды.

Ғ. Вәт ваҡиға: ватылғайны

Вәлиҙәрҙең вазаһы,

Валсыҡтарын ваҡлай-ваҡлай,

Вәли ташлай вазаны.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Выж-выж, выж-выж,

Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет.

Вертолетта –

Вәкил, Вәсил,

 Ваһап, Вил.

Б. Варис, Вәлит, Вәхит, Вәзих,

Вәғиҙә, Вәли – уйнаҙарҙыр бергә гел.

 

9. Вв өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [в] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Аяҡтары түңәрәк, ҡыуышалар тәгәрәп. (Велосипед).

Б. Мине менеп алалар, мөгөҙөмдән тоталар.

Аяҡ менән ҡыуалар, туҡтаһалар – йығалар. (Велосипед).

В. Эй, ат саба, ат саба, һығыла билгенәһе.

Тояҡтары резинка, тимерҙән дилбегәһе. (Автомобиль).

 

10. Физкультминутка.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Вв хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ва-во-ву-вы-ви-ве-вя-вю-вё

Вәли, автомобиль, автобус, август, вокзал, ваза, виноград, Вил, Виктор, Вәзир, Вәсилә, Вәлимә, Вәлинур, ванна, Валя, Витя, Вася, Ваня, Вилә, Вәкил, вәғәҙә, вилла.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ванна, виноград һүрәттәрее эсенә Вв хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Вв.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: в д з ҙ и ғ г ң э п ҫ һ р а о ҡ к ә ө ү с ы

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

Вил-Вилә Вәсил-Вәсилә Вәзир-Вәзирә

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Вв хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Вв.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Вв баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Вил, вазаға виноград һал.

Вәлинуров Вәкил автомобилдә елә.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.