Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Дд өн-хәрефтәре. Дөйә.



30-сы дәрес.

Тема. Дд өн-хәрефтәре. Дөйә.

Маҡсаттар: Дд өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙың телмәрҙәрен, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, донъяны танып-белеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡыңғырау шылтырағас,

Кабинетҡа керәбеҙ.

Матур итеп ултырабыҙ,

Тәртипле уҡыусыларбыҙ.

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (70-71-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Дөйәләр йөк ташыйҙар. Улар бик оҙаҡ һыу эсмәй йөрөй ала. Аҙаҡтан һыуҙы бик күп итеп эсә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [д] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй икән?

 

2.Хикәйә тыңлау, уларҙың йөкмәткеһен асыҡлау, [д] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Дөйә.

Сүлдәрҙә һыу бик аҙ була. Унда ағас, үләндәр ҙә бик һирәк осрай.

Сүлдә кешеләргә дөйә ҙур хеҙмәт күрһәтә. Дөйә - сыҙамлы хайуан. Ул бер нисә көн буйына ашамай, эсмәй йөрөй ала. Дөйә сүлдә кешеләрҙе лә, йөктәрҙе лә ташый.

 - Ниндәй хайуан тураһында тыңланыҡ?

 - Дөйә тураһында ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [д] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ- синтез юлы менән Дд өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [д] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Дөйә йөк ташый».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [д] - ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Дд.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Дд хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән Дд хәрефтәрен ҡабатлау.

5.Дд өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Дамир, Дауыт, Даян, Дания, Дилбәр, Дилә, Динә, дауыл, дәреслек, киндер, күлдәк, миндек, һандыҡ, дан, дауа, дарыу, балдаҡ, Дүртөйлө, Дәүләкән, дәрес…

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Дд хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Дд өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [д] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Дөйә һәр эшкә түҙә.

Далалар, сүлдәр гиҙә. (З. Биишева).

Б. Дамир, башы ныҡ ауыртып,

Дәрестән ҡайтып килде.

Доктор апай дарыу биргәс,

Хәҙер һауыҡты инде. (Г. Юнысова).

В. Дамир Дыуандан килгән,

Димгә думбыра биргән,

Дөпөлдәтеп баҫҡан Дауыт,

Дәртләнеп күкрәк киргән.

Г. Дағалап атым егәм,

Дуғаға шөңгөр эләм.

Ғ. Дамир, Даян дәртләнделәр

Дөлдөлдө дағаларға.

Дөлдөлдө дағалағас та,

Дүрткүҙҙе дауаларға.

Д. Дүртенсе дәрестә - диктант,

Дөрөҫләйбеҙ «д»ларҙы:

Даға, дуға, донъя, даръя.

Дәүләт дүҫы Динарҙың.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Да-да-да - ҡуян саба урманда,

Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды.

Дә-дә-дә - барса бөжәк үләндә,

Ды-ды-ды - ҡуян күреп ҡыуанды.

Б. Дәлилдәрҙе дәфтәрендә

Диләфруз дә дауамлай.

Диҡҡәтһеҙләнгән Дауытты

Доктор Дилә дауалай.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [д] өнөн ишеттегеҙ?

 

9. Дд өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [д] өнөн табып, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Ат башында аҡ ҡапҡа. (Дуға).

Б. Муйыны дуға, арҡаһы – эйәр. (Дөйә).

В. Төндә ҡараһам - күк тулған,

Көндөҙ ҡараһам - юҡ булһан. (Йондоҙҙар).

Г. Еңгәм, еңгәм! Елкәңә кәзә менгән. (Дебет шәл).

Ғ. Ул эҙләмәй күләгә, ауыр йөк ташый.

Ул ҡайҙа йәшәй? (Дөйә).

Д. Мине менеп алалар,

Мөгөҙөмдән тоталар.

Аяҡ менән ҡыуалар, туҡтаһалар - йығалар,

Шуға һөйәп ҡуялар. (Велосипед).

 

10. Физкультминутка.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

 

IV. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Дд хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Да-дә-до-дө-ду-дү-ди-де-дя-дё-дю ад-әд-од-өд-уд-үд-ид-ед-яд-юд-ёд  

Дамир, Даян, Дауыт, Дания, Динә, Дилбәр, Дилә, дауыл, дәреслек, киндер, ҡуяндар, күлдәр, даға, дуға, дәүмәл, доға, күлдәк, һандыҡ, дан, данлы, дауа, дарыу, дәүләт, болдор, балдаҡ, һәндерә. 

Дим туғайы матур.

2. Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, дөйә, даға һүрәте эсенә Дд хәрефтәре яҙыу).

3. Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Дд.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: д з ҙ г ғ ң н й м л у ү ө ә э п ҫ һ ҡ к ш с ы б и т

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

дауа-дала-дата-Даша-дана-даға-доға-дуға

 

V. Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1. Дд хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Дд.

2. Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3. Дд баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Дүшәнбелә Дилбәрҙе осраттым.

Дүртөйлөлө, Дәүләкәндә иген уңа.

Миндәктә туғандарыбыҙ йәшәй. 

Даян менән Дауыт Димдә һыу инделәр.

Дилмөхәмәтов – данлыҡлы ҡурайсы. 

Динә менән Дания докторға дарыу алырға барғандар.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.