Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Зз өн-хәрефтәре. Әхмәтзәки Вәлиди.



29-сы дәрес.

Тема. Зз өн-хәрефтәре. Әхмәтзәки Вәлиди.

Маҡсаттар: Зз өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙа фонематик ишетеүҙе һәм телмәрҙе үҫтереү, Зәки Вәлиди тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

– Бер, ике, өс, дүрт,биш!

Мин мәктәптә өйрәнәм

Һанарға һәм яҙырға,

Уҡырға һәм һөйләргә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (68-69-сы биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Малай кәзә ҡыуа. Зоопаркта маймылдар һәм зебра бар. Балалар зебраға ҡауын ашата).

 - Ниндәй һүҙәрҙә [з] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгә темабыҙ ниндәй икән? (Зз өн-хәрефтәре).

 

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [з] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Әхмәтзәки Вәлиди.

Әхмәтзәки Вәлиди – бөтә донъяға танылған ғалим. Ул башҡорт халҡының күренекле тарихсыһы, дәүләт эшмәкәре.

Әхмәтзәки Ишембай районы Көҙән ауылында тыуған. Уҡымышлы мулла ғаиләһендә тәрбиәләнә, төплө белем ала. Революция ваҡытында башҡорт халҡының ирек өсөн көрәшенә етәкселек итә. Башҡорт автономиялы дәүләтен төҙөй. Халыҡ араһында данлыҡлы юлбашсы булып тарала.

Зәки Вәлиди күп ғүмерен Төркиәлә үткәрә. Ул башҡорт халҡының һәм башҡа төрки халыҡтарының тарихын яҙа. Төркиәләге Юғары уҡыу йорттарында уҡыта. Күп илдәрҙең почётлы ғалимы исемен ала.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй ҙүҙҙәрҙә [з] өнө ишеттегеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Зз өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, кәрәкле өндө табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Малай кәзә ҡыуа».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Икенсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - ­[з] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Зз.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Зз хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Зз өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. 

Зәбирә, Зәлиә, Зөмәйрә, Зөлхизә, Зәки, Зәйнулла, Зилә, Зәлифә, Зәйтүнә, Зөлхизә, Зөбәйҙә, Зөбилә, Зилидә, зонт, кәзә, ваза, база, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Зз хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Зз өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [з] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Зәлифә кейгән күлдәк,

Зәңгәр ерлек, күк биҙәк. (З. Биишева).

Б. Зоопаркка килде Заһит,

Вәт унда икән ҡыҙыҡ.

Зәңгәр ҡауырыйлы тутыйғош

Әрләшкән була ҡыҙып. (Г. Юнысова).

В. Зәлиә, зауыҡланып,

Зәп-зәңгәр сәскә йыя,

Зифа менән Зөбәржәт

Затлы һауытҡа ҡуя.

Г. Зәбир паркка барған,

Зебр күреп шаҡ ҡатҡан.

Ғ. Зәкиә лә, Зәйтүнә лә

Зирәк, зыялыҡайҙар,

Зерәме ни замансалап

Залдарын зауыҡлайҙар.

Д. Зоопаркта – зиндандағылай –

Заянан-зая зарығышалар

Зыян-зарарһыҙ зәғиф зебралар,

Зыян-зарарһыҙ, зарлы зубрҙар.

Зоопаркта – зиннәтле залда –

Зыулап-зыулаша Зилә, Зарифтар,

Затлы зонтиклы Зифа, Зөһрәләр,

Зауыҡлы значоклы Заһир, Зәбирҙәр.

 

8. Тел төҙәткестәр.

А. Зөфәр менән Зөһрә - икеһе лә бөҙрә.

Б.Зә-зә-зә - уңған ҡыҙ беҙҙең Зилә,

Зә-зә-зә - ҡыуып килә ул кәзә.

 

9. Темаға ярашлы йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [з] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Кеше түгел – һаҡаллы. (Кәзә).

Б. Ҡумта эсендә кеше – йырлау, һөйләүҙә эше. (Телевизор).

В. Атҡа оҡшаған – буй-буй һыҙыҡлы. (Зебра).

Г. Ямғыр яуғайны – ҡыйыҡ күтәрҙем. (Зонт).

 

10. Физкультминутка.

Һоро ҡаҙҙар осоп килеп

Туғайҙарға төштөләр:

Атланылар, йүгерҙеләр

Һәм күлдәрҙә йөҙҙөләр.

Ял иткәс улар тағы ла

Һауаларға остолар.

Остолар, остолар ҙа,

Тыуған илгә ҡайттылар.

 

IV. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Зз хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

за-зә-зо-зө-зу-зү-зи-зы

Зәниә, ризыҡ, бизмән, хазина, хозур, арзан

2. Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, зонт һүрәте эсенә Зз хәрефтәре).

3. Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Зз.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: ҙ г ғ ң э у п ҫ һ р ҡ к ш а о ә м

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: Заһит-Заһиҙә Зәкир-Зәкирә Заһир-Заһира

 

V. Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1. Зз хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Зз.

2. Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3. Зз баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Колхоз, магазин, зал-заң-зат-зар, зәңгәр, зыян, кәзә, умырзая.

Азат, Азамат – зирәк уҡыусылар. Зөһрә гәзит сығара. Зәбирә кәзә ҡыуа.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.