Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Ҙҙ өн-хәрефтәре. Көҙ буяуҙары.



28-се дәрес.

Тема. Ҙҙ өн-хәрефтәре. Көҙ буяуҙары.

Маҡсаттар: Ҙҙ өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙа фонематик ишетеү һәләттәрен һәм телмәр үҫтереү, тирә-йүнгә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ. (Хор менән һөйләү).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (66-67-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Һүрәт буйынса нимәләр уйлайһығыҙ?

 

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ҙ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Көҙ буяуҙары.

Беҙ урман һуҡмағы буйлап барабыҙ. Аяҡ аҫтында ҡороған япраҡтар ҡыштырлай. Урман тынып ҡалған. Ағастар, ҡыуаҡлыҡтар төрлө төҫкә ингәндәр. Уҫаҡ япраҡтары йәшел, һары, ҡыҙылға буялғандар. Улар аҙ ғына елгә лә һелкенәләр, геүләйҙәр. Япраҡтар бер-береһе менән һөйләшә, серләшә кеүек тойола. Аҡ ҡайын һарыға мансылған. Муйыл япраҡтары көрән төҫтә, ә мышарҙың күп япраҡтары йәшел көйө торалар. Тарбаҡлы имән әле йәм-йәшел, уға көҙ буяуы әле бөтөнләй инмәгән. Алыҫтағы тау битләүендә мәңге йәшел ҡарағайҙар, шыршылар маһайып ултыралар. Күҙ буяуҙарына һоҡланмаған кеше юҡ.

 - Әҫәрҙәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй ағастар тураһында тыңланыҡ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙҙә [ҙ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ- синтез юлы менән Ҙҙ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ҙ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Мәҙинә ҡаҙҙарҙы ҡыуа».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Икенсе һәм өсөнсө ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ҙ] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ҙҙ.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ҙҙ хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ҙҙ өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Ҙур, ҡоҙоҡ, ҡаҙыҡ, аҙ, ҡыҙ, ҡаҙ, ҡуҙ, боҙ, баҙ, беҙ, һеҙ, теҙ, ҡыҙыл, ҡымыҙ, ҡумыҙ, ҡаҙау, ҡыҙыу, сыҙам, ырҙын, ҡырҙа, уҙа, түҙә, тәҙрә, ҡуҙаҡ, оҙон, оҙаҡ, туҙан, ҡаҙан, тоҙаҡ, буҙа, һуҙа, һ.б. 

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ҙҙ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Ҙҙ өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [ҙ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А.Ҙур йорттар һала, һала,

Ҙур булып үҫте ҡала. (З. Биишева).

Б.Кескәй ҡыҙҙар ҡаҙҙар ҡыуа

Һыуҙарға.

Һыу буйҙары күмелә шат

Йырҙарға. (Г.Юнысова).

В. Мәҙинә ҡаҙҙар ҡыуҙы.

Ҡаҙҙар һаҙҙа йөҙҙөләр.

Г. Ҙурат өйҙөм ҙурайтып,

Ҙур булһын тип турайтып.

Ғ. Ҙураттарҙы ҙурайтҡанда

Ҙурҙары ҙураймаһын.

Ҙураттар ҙурайғанда ла,

Ҙурығыу ҙураймаһын.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Ҙа-ҙа-ҙа - ҡыҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ҙы-ҙы-ҙы - ҡаҙҙар йылғаға барҙы.

Ҙә-ҙә-ҙә - рәхәтләнеп эй йөҙә,

Ҙы-ҙы-ҙы - ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.

Б. Үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙке.

 

9.Ҙҙ өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ҙ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Аҡ ҡанат, пар ҡанат, ҡаңҡы-ҡаңҡы ҡаҡ ҡанат. (Ҡаҙ).

Б.Аҡ юрғанын ташлай, һыртын күрһәтә башлай. (Яҙ).

В.Һыуҙа йөҙә, күктә оса, ерҙә йөрөй, ит менән һыйлай. (Ҡаҙ).

Г.Яңғыҙ мине ашамайҙар, минән башҡа йәшәмәйҙәр. (Тоҙ).

Ғ. Бешәләр, бешәләр ҙә ҡойоп эсәләр. (Ҡымыҙ).

Д. Ай янында алтмыш күҙ, алтмышы ла алтын күҙ. (Йондоҙҙар).

Ҙ. Үҙе атҡа атланған, аяҡтары артҡа ҡалған. (Күҙлек).

Е. Көндөҙ асыла, төндә ябыла. (Күҙ).

Ё. Үҙе илай, үҙе йырлай. (Көҙ).

Ж. Бәләкәй генә бер көсөк, өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. (Йоҙаҡ).

 

10. Физкультминутка.

Беҙҙең Марат теш таҙарта,

Бит-ҡулдарҙы ул йыуа.

Бер аҙ ғына йүгереп алғас,

Физзарядка ла яһай.

Бер-ике – ҡулды күтәр,

Өс-дүрт – яйлап төшөр,

Биш-алты – һикереп ал.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ҙҙ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

ҙа-ҙә-ҙо-ҙө-ҙу-ҙү-ҙи-ҙе аҙ-әҙ-оҙ-өҙ-уҙ-үҙ-иҙ-еҙ

ҡаҙ-ҡыҙ-ҡуҙ тиҙ-төҙ-түҙ-теҙ-тоҙ-туҙ-таҙ баҙ-боҙ-биҙ-буҙ-беҙ

таҙ-тоҙ-туҙ баҙ-таҙ-наҙ-ҡаҙ-һаҙ-яҙ

ҡыҙыл, ҡымыҙ, ҡумыҙ, ҡаҙау, ҡыҙыу, ырҙын, сыҙам, ҡырҙа, ҡыҙа, туҙа-туҙан.

 Мәҙинә ҡамыр иҙә.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ҡаҙ һүрәте эсенә Ҙҙ хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Ҙҙ хәреф моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: к л м н о п р т с у а що ә б

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

Эҙ-иҙ-аҙ-уҙ-үҙ-әҙ    

тиҙ-төҙ-түҙ-теҙ-тоҙ-туҙ-таҙ   

тиҙ-төҙ-түҙ-теҙ-тоҙ-туҙ-таҙ

һеҙ-һаҙ-һыҙ-һуҙ-һиҙ ҡаҙ-ҡыҙ-ҡуҙ ҡоҙа-ҡыҙа-ҡаҙа

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ҙҙ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ҙҙ.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ҙҙ баҫма хәрефтәртәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

аҙыҡ, үҙән, тәҙрә, ҡуҙаҡ, оҙон, оҙаҡ, ҡоҙоҡ, ҡаҙан

Ҡәҙим тоҙаҡ ҡорҙо. Һаҙи ҡоҙоҡ ҡаҙҙы.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.