Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Гг өн-хәрефтәре. Гөлйемеш.



27-се дәрес.

Тема. Гг өн-хәрефтәре. Гөлйемеш.

Маҡсат: Гг өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тәбиғәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Бик күңелле ял иттек,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп

Яуап бирергә әҙер (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (64-65-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Гөлиә гөлдәргә һыу һибә. Уның тәҙрә төбөндә гөлдәр күп).

 - Бөгөн ниндәй өн-хәрефтәр менән танышабыҙ ?

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [г] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.  

                        Гөлйемеш.

Беҙҙең ауылдың көньяғынан бәләкәй генә йылға аға. Уның яр буйҙары емеш-еләккә бай. Бында гөлйемеш тә һәйбәт үҫә. Уҡыусылар йыл һайын аптекаға гөлйемеш йыйып тапшыралар. Гөлйемеште һары ҡыҙыл төҫкә ингәс кенә йыялар. Гөлйемеш – үтә ҡиммәтле еләк. Унан витаминдар яһайҙар. Витаминдар өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә бик файҙалы. Гөлйемештән төрлө-төрлө дарыуҙар ҙа эшләйҙәр. Дарыуҙар кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан дауалау өсөн ҡулланыла.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Һеҙ гөлйемеш йыяһығыҙмы? Уны ни эшләтәһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [г] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Гг өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [г] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

- «Гөлшат гөлдәргә һыу һибә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [г] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Гг.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Гг хәрефтәрҙе табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Гг өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Гөлйөҙөм Гөлсирә Гөлсинә Гәрәй Гөлнур Гөлдәр Гөлшаг Гөллирә Гөлбикә Айгөл Гөлфирә Гөлфинә Гөлиә Гөлкәй гармун бригадир һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа был хәрефтәрҙе табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Гг өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәйткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [г] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Гөлкәй гөлдәр үҫтерә,

Гөлдән хуш еҫ бөркөлә. (З. Биишева).

Б. Гүйә гүзәллек арттырып,

Гөлтөлдәне гөлйемеш,

Гүзәл, Гәүһәр һыу һипһәләр,

Гөрләп бирер мул емеш.

В. Гөлдәр сәстем түтәлгә,

Гөл баҡсаһы итергә.

Г. Гөр килешеп яҙын ҡоштар

Ҡайттылар.

Гөрләй-гөрләй гөрләүектәр

Аҡтылар. (Г. Юнысова).

Ғ. Гөр ҙә гөр гөрөлдәйҙер

Гөрләүек гелдәгеләй.

Гүйә гәлсәр гәрәбәләр

Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрләй.

Д. Гөлбаҡсабыҙ гәрләүектәй гөрләй,

Гөлбаҡсабыҙ гөжләй, геүлә гел-гел –

Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй,

Гөпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлдәр.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Гә-гә-гә - кәзә килгән кәзәгә,

Гә-гә-гә - һөҙөшкән улар бергә.

Гә-гә-гә - мөгөҙ тейгән мөгөҙгә,

Гә-гә-гә - тәкмәс атҡандар ергә.

Б. Гөлдөр-гөлдөр күгәрсендәр гөрләйҙәр.

Гөрләй-гөрләй гөрләүектәр йүгерә.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [г] өнөн ишеттегеҙ?

 

9. Гг өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [г] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Кем үҙ йортон елкәһендә күтәреп йөрөй? (Гөбөргәйел).

Б. Ат түгел – саба, урман түгел – шаулай. (Гөрләүек).

В. Ауыҙы юҡ, күп телле, дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун).

 

10. Физкультминутка.

Аяҡҡайҙар тыпырлай –

топ-топ-топ.

Ҡулдарыбыҙ сәпәкләй –

сәп-сәп-сәп.

Биттәребеҙ аллана,

биткә массаж яһаһаҡ.

Күҙҙәребеҙ ялтырай,

тупылдашып һикерһәк.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Гг хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

га-го-гу-гә-гө-гү-ги-гы 

игә-егә-тегә-сигә-бөгә көҙгө-төнгө

Күгәүен, күгәрсен, бөрлөгән, мөгөҙ, өлгөр, тәлгәш, сөгөлдөр, игенсе.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, гармун, гөл, гер һүрәттәре эсенә Гг хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Гг.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр.

г ғ э ң п ҫ һ р к ҡ ш с ы б и т й н л м ү

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

Гөлсирә-Гөлсинә-Гөлфинә-Гөлфирә-Гөлфиә йәйге-бәйге-билге

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Гг хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Гг.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Гг баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Гөлдәр – тегенсе. Ул күлдәк тегә. Гөлйөҙөм сигә. Гәрәй гармунда уйнай.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.