Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Ғғ өн-хәрефтәре. Ҡарағат.



26-сы дәрес.

Тема. Ғғ өн-хәрефтәре. Ҡарағат.

Маҡсаттар: Ғғ өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тирә-яҡ тәбиғәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I. Ойоштороу моменты.

- Дәрес башланды бына,

Бөтә шау-шыуҙар тына.

Ҡыҙҙар, малайҙар дәресте

Иғтибар менән тыңлай. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (62-63-сө биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ғәлимә ҡарағат йыя. Ғәлим ҡуҙғалаҡ өҙә. Турғайҙар ҡарағат сүпләйҙәр. Ямғырҙан һуң йәйғор ҡалҡҡан).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ғ] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ икән? (Ғғ өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ғ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Ҡарағат.

Ҡарағат баҡсала үҫә. Уның емеше С витаминына бай. Ҡарағаттан ҡайнатма, ҡышҡылыҡҡа компот яһайҙар, ҡаҡ ҡоялар. Ҡарағаттан бәлеш тәмле була.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Тағы ниндәй баҡса емештәре беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ғ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Ғғ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ғ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Малай ҡуҙғалаҡ йыя».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙәрҙә нисә ижек?

 - Икенсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ғ] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ғғ.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ғғ хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ғғ өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Ғайса, Ғата, Ғалим, Ғәли, Ғилман, Ғәлимә, Ғәлиә, Ғәҙел, Нәғимә, Рәғиҙә, Ағиҙел, Сәғиҙә, турғай, туғай, ағай.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ғғ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Ғғ өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [ғ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Ғәли – оҫта ҡурайсы,

Ғәлим – оҫта йыраусы. (З. Биишева).

Б. Ғәлим саған ағасына

Элеп йөрөй тағараҡ.

 - Уңған бала, - тип һоҡлана

Атайым уға ҡарап. (Г. Юнысова).

В. Ғәрләнеп ғәмһеҙлеккә

Ғәлим баҡсаны утай.

Ғәлләм ғашиҡ гөлдәргә,

Ғәжәп, сәскәһе уттай.

Г. Ғариф, Ғөмәр, Ғәлиә

Ғәлимәгә килгәндәр.

Ғ. Ғәйрәтһеҙлегенә Ғәлләмдән

Ғәли ғәйәт ғәрләнде.

Ғәлим дә ғәҙелһеҙлектә

Ғәйепләмәй Ғәлләмде.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Ға-ға-ға –ҡарға килгән ҡарғаға,

Ға-ға-ға – ҡарғаларын ҡарарға.

Ға-ға-ға – киткән былар баҙарға,

Ға-ға-ға – майлы ҡалъя алырға.

Б. Ҡарға ҡороған ҡарағасҡа ҡунғайны,

Ҡороған ҡарағас ботағынан ҡарға ҡоланы.

 

9. Ғғ өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ғ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Ялт-йолт итә, ялмап йота. (Салғы).

Б. Ҡояш ҡайҙа барһа, уға ҡарап йылмая. (Көнбағыш).

В. Тауҙан бейек, үләндән тәпәшәк. (Турғай).

Г. Иртә лә, кис тә - һәр ваҡыт эштә, ял итмәй һис тә. (Сәғәт).

Ғ. Көҙ сисенә, яҙ кейенә. Йә, әйтеп ҡара, нимә? (Ағас).

Д. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара, ышанмаһаң, ашап ҡара. (Ҡарағат).

 

10. Физкультминутка.

Зилә барҙы, барҙы ла

Аҡ бәшмәк тапты.

Бер бәшмәк, ике бәшмәк, өс бәшмәк

Кәрзиненә ул һалды.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ғғ өн-хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ҡорғаҙаҡ, ҡурҙаҡ, ҡорған, ырғыу, саған, бағана, ағыу, яғымлы, һағыҙаҡ, ғәҙәт, ғәйрәт, ғәскәр, ҡоҙғон, ҡылған, борғо, һуған, һуғыш, ярғанат.

2.Һәр төрлө фигураларҙы Ғғ хәрефтәре менән биҙәү (мәҫәлән, турғай һүрәтен).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау:Ғғ.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А Ә У Ү О Ө И Ы Э ҫ һ к ҡ ш с б т й н м л 

 

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

аға-уға-яға-ыға-тыға-таға-баға-саға-һаға-даға-дуға-һуға-һыға-быға

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ғғ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ғғ.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ғғ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Ағиҙел матур аға. Ғәли менән Ғилман урманға барҙылар. Ғәли ҡарағай орлоғо йыйҙы. Ғилман йылғаға ҡолға ырғытты.

Ярғанат, турғай, ҡарағош, ҡоҙғон – ҡырағай ҡоштар.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.