Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Ңң өн-хәрефтәре. Һин беләһеңме?



25-се дәрес.

Тема. Ңң өн-хәрефтәре. Һин беләһеңме?

Маҡсаттар: Ңң өн-хәрефтәрен үҙләштереү, өндәрҙе ишетеү күнекмәләрен үҫтереү, ҡоштар тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Сың-сың-сың-сың сыңғырлап

Дәрескә саҡыра ҡыңғырау.

Әйҙәгеҙ, ултыра һалайыҡ,

Уҡыйыҡ һәм яҙайыҡ. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (60-61-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Миңһылыу һыу ташый. Көтөүсе таң атҡас аттарҙы ауылға алып ҡайта. Һөңгө һәм саңғы һүрәте бар).

 - Ниндәй өндәр күп яңғыраны? ([ң] өнө).

 - Тимәк бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ниндәй? (ң өн-хәрефе).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, темаға ярашлы [ң] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Һин беләһеңме?

Беҙҙең яҡта иң шәп йырсы ҡош – һандуғас. Баҫыуҙа иң матур һайраусы – һабан турғайы. Иң тиҙ осоусылар – ыласындар, яр ҡарлуғастары. Үтә йылғыр ҡош ҡош – ҡара ҡарлуғас.

Баҫыуҙарҙа иң шәп йүгереүсе – бүҙәнә.

Иң татыу ҡоштар – аҡсарлаҡтар, яр ҡарлуғастары, сыйырсыҡтар. Уларҙың береһен генә рәнйетеп ҡара – өйөрҙәре менән килеп етәләр.

Иң ҙур һәм көслө ҡоштар – бөркөттәр, аҡҡоштар. Үтә сағыу һәм сибәр ҡоштар – һарығош.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ң] өнөн ишеттегеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Ңң өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ң] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Иң ҙур ҡош – бөркөт».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙ нисә ижектән тора?

 - Беренсе һүҙ ниндәй өнгә тамамлана?

 - [ң] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ңң.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала ң хәрефен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Ңң өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Минең, һинең, уның, апайың, ағайың, атайың, әсәйең, инәйең, беҙҙең, һеҙҙең. һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ңң хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Ңң өн-хәрефтәре менән тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [ң] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Минең апам – Таңһылыу,

Һинең апаң – Миңһылыу,

Миңниса – һинең инәң

Бөтәһе лә миңлеләр.

Б. Сиңерткә сиңләп йөрәй,

Яланды иңләп йөрөй,

 - Йәй көнө йәмле ти ул. –

Миңә күңелле, - ти ул. (Г. Юнысова).

В. «Ун» «Уң» булмай шул һаман да,

Әгәр ҙә «ң» булмаһа.

Һүҙ башында тормаһа ла

«Миң» «мин» була, һуңлаһа.

Г. Мәктәптә сыңлай

Һуңғы ҡыңғырау.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ң] өнө ишеттегеҙ?

 

8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр.

А. Ңө-ңө-ңө - ана айыуҙың өңө,

Ңы-ңы-ңы - өңө уның өр-яңы.

Б. Һең-һең-һең – ҡайҙан ҡайтып киләһең?

Һаң-һаң-һаң – ял итеп ал арыһаң.

Һәң-һәң-һәң – дәртле баҫып йөрөһәң,

Һәң-һәң-һәң – бөтә эшкә өлгөрһәң,

Һең-һең-һең – моратыңа етерһең.

 

9. Ңң өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [ң] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Оҙон-оҙон осло ул,

Осло тимер башлы ул. (Һөңгө).

Б. Сик-сик итә лә ситкә ҡуна. (Сиңеркә).

В. Кәкре муйын ағайҙар ҡарға батмай баралар. (Саңғы).

Г. Йөрөгәндә атта һыбай

Ултыраһың аяҡ ҡуйып. (Өҙәңге).

Ғ. Талдың бер төрө. (Өйәңке).

Д. Алтын аҙбар эсендә

Ала ҡолоном кешәнләй. (Ҡыңғырау).

 

10. Физкультминутка.

 - Күбәләктәр остолар,

Ҡанаттарын ҡаҡтылар.

Ҡуяндар ҙа аҡланда

Һикерешеп шатланды.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ңң хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

аң-өң-уң-иң-ең 

тиң-миң-моң-саң-сың таң

ниңә-миңә-һиңә сың

еңеү, уңыш, уңған, яңы, шоңҡар, яңғыҙ, ыңғырсаҡ, өҙәңге.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, һөңгө, саңғы һүрәттәре эсенә Ңң хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Ңң.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр:  Э Ң П Ҫ Һ Р К Ш С Ы Б И Т Й Н М Л У О ң э п ҫ һ р к ш с ы б и т й н м л у о

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

минең-һинең-тинең-тиңең-миңең

апайың-ағайың-атайың  

аң-таң-саң-сың

Таңһылыу-Миңһылыу-Миңниса

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ңң хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ңң.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ңң баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Миңлебай ағай аттар ҡарай. Ул эңерҙә аттарҙы яланға алып китә. Таңда алып ҡайта.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.