Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. [Э] өнө, Ээ-е хәрефтәре.



24-се дәрес.

Тема. [Э] өнө, Ээ-е хәрефтәре.

Маҡсаттар: Ээ өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, йәнлектәргә ипле ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Ҡыңғырау шылтыраны,

Ултырабыҙ шым ғына.

Уҡыйбыҙ һәм яҙабыҙ,

Шулай белем алабыҙ. (Хор менән ҡабатлау].

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (58-се бит). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Өс төрлө эт ята. Малай элгескә пальто элә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [э] өнө ишетелде?

 - Бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй икән? (Ээ өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, [э] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Эт кемдеке?

Коля менән Ваня Тузикты өйҙәренә алып ҡайтҡан. Эттең аяғы ауыртҡан булған. Тузик һауыҡҡан.

Малайҙар эткә хужа булыу өсөн бәхәсләшкән. Бер ваҡыт улар урманға барғандар. Эт алдан йүгергән. Малайҙар һаман да һүҙ көрәштергәндәр.

Ҡапыл урмансы йортонан ике ҙур эт килеп сыҡҡан да Тузикка ташланған.

Ваня ағасҡа менгән дә Коляға ҡасырға ҡушҡан. Ләкин Коля таяҡ менән Тузикка ярҙамға ашыҡҡан. Тауышҡа урмансы килеп сыҡҡан һәм эттәрен ҡыуып ебәргән. Ул эттең кемдеке икәнлеген һорағас, Коля: «Минеке», - тигән. Ваня өндәшмәгән.

 - Эт кемгә булған? Ни өсөн?

 - Эттәр тураһында нимәләр беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [э] өнө ишеттегеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Ээ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [э] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Эттәр йортто ҡарауыллайҙар».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙ нисә ижектән тора?

 - Беренсе ижеге ниндәй өндән башлана?

 - [э] – ниндәй һуҙынҡы? (Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә - ҡалын, төп башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек һуҙынҡы).

 

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ээ-е.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ээ-е хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ээ өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Эльвира, Элиза, Эльза, экран, экскурсия, эт, эл, кеше, теше, тел, сел, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ээ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Ээ өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [э] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Эй, бал ҡортом, бал ҡортом,

Эш һөйөүсе бал ҡортом. (З. Биишева).

Б. Эремсек алып сыҡҡайным,

Этем сабып та килде.

Эләктерергә самалай,

Әллә һөйәк тип белде. (Г. Юнысова).

В. Эләксен эт өрөп китте,

Эремсегем эреп бөттө.

Эләүкәгә миндек төштө,

Энағараҡ эҫе көттө.

Г. Этебеҙ бар, күҙ-ҡолаҡ,

Элмәйбеҙ биккә йоҙаҡ.

Ғ. Эре-эре энағасты

Эйештерәм энемә.

Эй, энекәш, эйелгәндә

Эләкмә энәһенә.

 

8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткес.

А. Те-те-те – урманда еләк беште,

Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,

Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге.

Б. Эл-эл-эл – кейемде элгескә эл,

Эш-эш-эш – ауыр түгел бит был эш.

В. Этләнеп-этләнеп эшемде эш итә алмағас,

эштә күргән этлектәрҙән эткә әйләнә яҙҙым.

 

9.Ээ өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [э] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы. (Эт).

Б. Алтын йомортҡа таптым, эсенә ут яҡтым. (Электр лампочкаһы).

В. Ҡойроғо уралған, теле һалынған. (Эт).

Г. Һүндерһәң – һүнә, яндырһаң – яна. (Электр).

Ғ. Арбаға ултырмаҫ, йәйәү ҙә йөрөмәҫ. (Эйәр).

Д. Өй башына мендем, ҡанатымды йәйҙем. (Эшләпә).

 

10.Физкультминутка.

Беҙҙең Марат теш таҙарта,

Бит-ҡулдарҙы ул йыуа.

Бер аҙ ғына йүгереп алғас,

Физзарядка ла яһай.

Бер-ике – ҡулды күтәр,

Өс-дүрт – яйлап төшөр,

Биш-алты – һикереп ал,

Ете-һигеҙ – ултыр төҙ.

 

IV. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1. Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ээ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

эт-эл-эш-эс энә-эсә-этә-элә

2. Һәр төрлө фигураларҙы Ээ хәрефтәре менән биҙәү (мәҫәлән, эт һүрәте эсенә Ээ хәрефтәре).

3. Пластилиндан, ептән, таяҡсаларҙан Ээ хәрефтәре моделен яһау.

4. Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: п ҫ һ р к ҡ ш с ы б и т й н л у ү о ө а

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

эше-эте-эре-эҙе-эсе-эҫе-эне.

 

V. Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1. Ээ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ээ.

2. Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3. Ээ баҫма хәрефтәртәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Эмма этте ашата. Элиза экран элә. Эльвира элгескә кейем элә.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.