Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тема. Пп өн-хәрефтәре. Терпе.



23-сө дәрес.

Тема. Пп өн-хәрефтәре. Терпе.

Маҡсаттар. Пп өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, терпе тураһында мәғлүмәт биреү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (56-57-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Насип ағай улы менән ял итергә барғандар, палатка ҡорғандар. Көн һыуыҡ. Насип ағай плащ кейгән. Улар ҡаҙанда аш бешерәләр. Ҡаҙандан пар бөркөлә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [п] өнөн ишеттегеҙ?

 - Бөгөн беҙҙең темабыҙ ниндәй өн-хәреф икән? (Пп өн-хәрефе).

 

2. Хикәйә тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, [п] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                     Терпе ярҙам һорай.

Урман ситендәге һуҡмаҡ буйлап ҡайтып бара инем. Ҡапыл ҡаршыма терпе йүгереп сыҡты ла туҡтаны. Мин уны урап үрергә уйланым. Ул минең юлымды бүлде. Уны таяҡ менән арҡаһына әйләндерҙем. Бындай саҡта терпе йомарлана. Ә был терпе улай итмәне, томшоғон да йәшермәне. Арҡаһына әйләнеп ята бирҙе. Терпенең ҡорһағына ҙур урман талпандары ҡаҙалған икән. Ярҙам күрһәтергә тура килде. Талпандарҙы алғанда, ул бер ҙә тыпырсынманы. Тик ауыртҡан саҡта шыңшып ҡына ҡуйҙы. Талпандар алынғас, терпе аяҡтарына баҫты.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Үҙегеҙ терпе күргәнегеҙ бармы?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [п] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Пп өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [п] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Беҙ походта палатка ҡорҙоҡ».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [п] - өнө ниндәй? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Пп.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Пп хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Пп өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Парта, пенал, папка, пешка, пәрҙә, полюс, полис, керпек, япраҡ, бәпкә, олпат, ҡупшы, китап, тәртип, еп, ҡапҡа, толоп, ҡап, ҡапҡан, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Пп хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

Парта, пушка, апай, бәпәй, арпа, лупа, туп, күп, ҡап, тип.

 

7. Пп өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [п] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Көньяҡта кипаристар ҙа,

Пальмалар ҙа бар.

Пароходтан ҡарап бара

Пионер Яппар. (Г. Юнысова).

Б. Сәп-сәп – сәпәкәй,

Минең ҡустым бәләкәй. (А. Йәғәфәрова).

В. Парлы-парлы парлашып

Полька бейейҙәр ҡыҙҙар,

Пәрҙәле матур сәхнәлә

Полкташтар йырлай йырҙар.

Г. Паром ярға теркәлде,

Пассажирҙар тейәлде.

Ғ. Перрондағы пассажирҙар

Панама, париктарҙа.

Пляждағы парадмы ни,

Парадмы парктарҙа.

Д. Бәһлеүән тип аптырарһың!

Паровозды этәреп,

Пассажирҙарҙы күтәреп,

Поезды эләктереп,

Тып-тып-тып-тып,

Шәп толпарын ярһытып,

Сапты Пәрүәзи тоҡойоп,

Пистолетын, пистондарын

Паркет буйлатып ҡойоп.

Сабып-сабып, уйнап-туйып,

Шәп толпарын бәйләп ҡуйып,

Бәһлеүән Пәрүәзебеҙ

Паровозды ипләне, поезды тәтипләне:

Бөхтә пәрҙәләрен елпеп,

Пых-пых парын пыхылдата

Поезыбыҙ перронда.

Плащлы, пальтолы, пинжәкле

Пассажирҙар – поезда!

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [п] өнөн ишеттегеҙ?

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп – төнө буйына йөрөп.

Эп-эп-эп – хужаһы еткән килеп,

Эп-эп-эп – эте икәнен белеп.

Б. Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ!

 

9. Пп өн-хәрефтәренә тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [п] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Суммай ҙа ул, осмай ҙа ул,

Ҡоро ергә сыҡмай ҙа ул. (Пароход).

Б. Бармаҡ менән баҫалар,

Уйнап күңел асалар. (Пианино).

В. Ашағаны тимер, төкөргәне – ут,

Унан дошманға тынғы юҡ. (Пушка).

Г. Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа, ташлама. (Китап).

Ғ. Алма тиһәң, алма түгел, ҡыяр тиһәң, түңәрәк. (Помидор).

Д. Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш. (Арпа).

Ҙ. Йүгерә белмәй, һикерә белә. (Туп).

 

10. Физкультминутка.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Сәскә нисек үҫкәнен.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай үҫәләр.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡоштар нисек осҡанын.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай осалар.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡыҙҙар нисек бейейҙәр.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай бейейҙәр.

 

IV. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Пп хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Па-ап пә-әп по-оп пө-өп пу-уп пү-үп пы-ып пи-ип яп-еп

ҡап-тап-шап-лап-яп-һап-сап 

хуп-һуп-суп сүп-күп  

апай талпан күпер керпек

Нәҡип – тәртипле, китапты һаҡлап тота.

Насип – ҡупшы, олпат, аптекала эшләй.

2.Һәр төрлө фигураларҙы Пп хәрефтәре менән биҙәү (мәҫәлән, пароход, палатка, пушка һүрәттәре эсенә Пп хәрефтәрен яҙыу).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Пп.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: П Ҫ Һ Р Ҡ К Ш С Ы Б И Т Й Н М Л п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т й н м л

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: туп-хуп сүп-күп 

тап-топ-туп-тып-тип-сип-сүп-сәп-сап-һап-ҡап-тап-шап-лап

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Пп  хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Пп.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Пп баҫма хәрефтәр менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Рәжәп мәктәптә уҡый. Уға папка, пенал, китаптар һатып алдылар.

Апайым аптекала эшләй. Мин китаптарымды полкаға һалам.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.