Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.



22-се дәрес.

Тема. Ҫҫ өн-хәрефтәре. Һайыҫҡан.

Маҡсаттар: Ҫҫ өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Китапты мин яратам,

Ташламайым, йыртмайым.

Беләм, сөнки һәр китап

Минең яҡшы дуҫҡайым. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (54-55-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ҡырмыҫҡа баҫмала тора, ул таҫтамал тотҡан. Баҫҡыс күренә. Ҡыҫала һыуҙа йәшәй. Кеҫәртке ташта ҡояшҡа ҡыҙына. Һайыҫҡан уларға иҫе китеп ҡарай).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ҫ] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ниндәй икән? (Ҫҫ өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Ҫҫ өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Һайыҫҡан.

Һайыҫҡандар урманда йәшәйҙәр. Ҡыш көнө ауылға яҡынлайҙар. Һайыҫҡан – батыр ҡош. Уның тауышы көслө, дошмандарын ул ҡысҡырып ҡурҡыта. Һайыҫҡан бөжәктәр менән туҡлана, ҡайһы берҙә бәләкәй ҡоштарға ла һөжүм итә. Ул шәп оса алмай. Шунлыҡтан бәләкәй ҡоштар унан ҡасып ҡотолалар.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Һайыҫҡандар тураһында үҙегеҙ нимә беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ҫ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Ҫҫ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ҫ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Ҡыҫала һыуҙа йәшәй».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Икенсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ҫ] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ҫҫ.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ҫҫ хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ҫҫ өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Иҫәнбәт,уҫаҡ, таҫма, уҫал, оҫта, кеҫә, баҫма, баҫыу, бәҫ, кәҫ, алыҫ, ҡыҫҡыс, дуҫ, аҫ, өҫ, балаҫ, төҫ, тиреҫ, ылыҫ, киҫ, алыҫ, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ҫҫ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Ҫҫ өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да Ҫҫ өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. «Ҫ»-ның ҡойроғон ҡуймаһаң,

Аҫҡаҡ аҫ асҡаҡ ҡала.

Мәғәнәһен тойомлаһаң.

Асылын асып һала.

Б. Төрлө ҡәләмдәр йыйылып

Өҫтәл өҫтөнә

Минең дәфтәрҙе буяйҙар

Йәйғор төҫәнә. (Г. Юнысова).

В. Ел иҫә, иҫә, иҫә,

Ағастар ҙа тирбәлә.

Ел тыма, тыма, тыма,

Ағастар үҫә, үҫә, үҫә.

Г. Һәүәҫкәрҙәр баҫыуҙа,

Баҫ, баҫ, Аҫылбай!

Әҫәрләнеп баҫмайынса,

Тәьҫирләнеп баҫмайынса,

Иләҫләнеү баҫылмай!

 

8. Тел төҙәткес.

А. Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – был бит беҙҙең Миңниса.

Ҫе-ҫе-ҫе – бейегәс уға эҫе,

Ҫа-ҫа-ҫа – туфлиҙары ла ҡыҫа.

 

9.Ҫҫ өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [ҫ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Ҡат-ҡат тунлы ҡарыш буйлы. (Кәбеҫтә).

Б.Һылыу еңгә шау тәңкә,

Елһеҙ ҙә ул елкенә, тәңкәләре һелкенә. (Уҫаҡ).

В.Ҡағылдым, һуғылдым, түргә килеп һуғылдым. (Балаҫ).

Г.Дүрт апайҙа бер яулыҡ. (Өҫтәл).

Ғ.Аҫта бар, өҫтә бар, уртала юҡ. (Ҫ хәрефе).

 

10.Физкультминутка.

Ҡулдар һуҙҙыҡ йән-яҡҡа,

Кире ҡуйҙыҡ беҙ билгә.

Ҡулды һуҙҙыҡ беҙ өҫкә,

Ҡулыбыҙ хәҙер билдә.

Ҡулдар һуҙҙыҡ уң яҡҡа,

Йоҙроҡ төйнәп бөкләнек.

Ҡулдар һуҙҙыҡ һул яҡҡа,

Йоҙроҡ төйнәп төшөрҙөк.

Ҡулдар ҡуйҙыҡ елкәгә,

Ҡул аҙаҡ төштө билгә,

Тыпырҙаныҡ, һикерҙек

Һәм төҙ генә ултырҙыҡ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ҫҫ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

аҫ-әҫ-оҫ-өҫ-уҫ-үҫ-ыҫ-иҫ-еҫ-ҫа-ҫә-ҫо-ҫө-ҫу-ҫү-ҫы-ҫи-ҫе

аҫа-иҫә-үҫә-еҫе-эҫе-бәҫ-кәҫ-төҫ-дуҫ-ҡыҫ-киҫә-баҫа-таҫма  

ҡыҫала-кеҫәртке-һайыҫҡан-ҡырмыҫҡа-таҫтамал-баҫыу-ыҫпай-ҡырыҫ

2. Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, аҫ, баҫма, балаҫ, ҡыҫала һүрәттәре эсенә Ҫҫ хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Ҫҫ хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: Ҫ Һ Р Ҡ Ш С Ы Б И Т Н Й М Л һ ҫ р ҡ к ш с ы б и т н й м л

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

иҫ-еҫ-аҫ-үҫ аҫа-иҫә-үҫә-эҫе-еҫе аҫта-оҫта бәҫ-кәҫ

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ҫҫ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ҫҫ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Иҫәнғол менән Иҫәнбай – дуҫтар.

Улар кәбеҫтә үҫтерҙеләр.

Аҫҡы һәм өҫкө баҡсаларға тиреҫ сығарҙылар.

Малайҙарыбыҙ – оҫта, ҡыҙҙарыбыҙ – ыҫпай, баҫалҡы.

 

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.