Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Һһ өн-хәрефтәре. Һеләүһен.



21-се дәрес.

Тема. Һһ өн-хәрефтәре. Һеләүһен.

Маҡсаттар: Һһ өн-хәрефтәре менән танышыу, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, һеләүһендәр тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Иртә менән торам да

Йыуынам һәм кейенәм.

Аҙаҡ мәктәпкә барып

Алып ҡайтам «5»леләр. (Хор менән ҡабатлау)

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (53-52-се һүрәттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Һәҙиә апай һыйыр һауа. Һөттө ҙур һауытҡа ҡоя. Һаҙи ағай һәнәк уға менән һалам бирә. Алһыу менән Айһылыу уйнайҙар. Илһам бәләкәй әле. Ул ҡаҙға һуға. Ағаста – һеләүһен. Һайыҫҡан осоп йөрөй. Һағыҙаҡтар күп. Йылғала һал аға. Һуҡыр сысҡан ер ҡаҙа).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [һ] өнө ишетелде?

 - Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ икән? (Һһ өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Һһ өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Һеләүһен.

Һеләүһен – ҡырағай йәнлек. Ул бесәйҙәр нәҫеленә ҡарай. Бесәй һымаҡтар нәҫеленә эре йәнлектәрҙән арыҫлан, юлбарыҫ, ә ваҡ йәнлектәрҙән һыуһар, көҙән, шәшке инә.

Бесәй һымаҡтар ит менән туҡлана. Уларҙың тырнаҡтары үткер, оҙон, ҡармаҡ кеүек бөгөлгән була. Тырнаҡ уларҙың төп ҡоралы. Һеләүһен – бесәй һымаҡтарҙың беҙҙә иң таралған төрө.

Һеләүһен ағас башына үрмәләп менә. Ғәҙәттә, ул ҡорбанына ағас башынан ташлана. Был йыртҡыс башлыса урманлы райондарҙа йәшәй. Асыҡҡан һеләүһен кеше йәшәгән урындарға ла килеп сыға. Ул йорт хайуандарына ла һөжүм итә.           

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [һ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Һһ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [һ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Һеләүһен – йыртҡыс йәнлек».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [һ] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2. Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Һһ.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Һһ хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Һһ өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Һыйыр һарыҡ һалам Алһыу анһат йәһәт һәйкәл һарай һорнай һоло һатыусы һаҡсы һөнәр һуҡа һ.б. 

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Һһ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Һһ өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [һ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Һары сәскә атты көнбағыш,

Һары нурға батты көнбағыш. (З. Биишева).

Б. Һәҙиәгә һалҡын тейгәс,

Һөт эсерҙек ҡайнатып.

Һауыҡҡас та ул көн һайын

Эсә һөттө яратып. (Г. Юнысова).

В. Һырғанаҡтай һары һырғалы

Һәҙиә һыйыр һауа,

Һоҡланып та тыңлай һандуғасты,

Һөйөндөрә һил һауа.

Г. Һабанда һайрашҡандар,

Һәйбәт уңыш алғандар.

8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр.

А. Һа-һа-һа – Һәҙиә айға осһа,

һә-һә-һә - ракетала ул елһә,

Һы-һы-һы – бар бит кире ҡайтаһы.

Б. Һең-һең-һең – ҡайҙан ҡайтып киләһең,

Һаң-һаң-һаң – ял итеп ал арыһаң,

Һәң-һәң-һәң – дәртле баҫып йөрөһәң,

Һәң-һәң-һәң – бөтә эшкә өлгөрһәң,

Һең-һең-һең – моратыңа етерһең.

В. Һәҙиә һыйырына һуҡранып, һәнәгенең һабын һындырғансы һуҡты.

Г. Һыу буйына һуған сәстем, һыу һипһәнә, туғаным.

Ғ. Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә бик һимеҙ.

Һигеҙенән, һелкелдәп, һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

Г. Һаҙый һыйырҙарға һәм һарыҡтарға һоло һаламы һала.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [һ] өнө бар?

 

9. Һһ өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [һ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Йылыта, кейендерә, әҙәмде һөйөндөрә. (Һарыҡ).

Б. Ер аҫтында ерән ат, уның тиреһе ете ҡат.

Тунарһың, турарһың, турағнда иларһың. (Һуған).

В. Кәүҙәһе аҡтан, ҡойроғо ҡоромдай. (Һайыҫҡан).

 

10. Физкультминутка.

Мин атлайым, һин атлайһың:

Бер-ике-өс!

Мин йырлайым, һин йырлайһың:

Бер-ике-өс!

Беҙ атлайбыҙ, беҙ йырлайбыҙ

Беҙ күңелле йәшәйбеҙ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Һһ хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Һа-аһ һә-әһ һо-оһ һө-өһ һы-һи һәр-һүр-һөр-һыр  

һаҡ-һоҡ-һуҡ-һыҡ

һул-һум-һур-һут-һуҡ-һуҙ-һуң -һуй

һауа, һарыҡ, һыйыр, һалам, һыуыҡ, һылыу, һаҡал, һалҡын, һаҡсы-һалсы, һатыусы, һунарсы, ҡарһаҡ, һаран, һөнәр, һүрән, һүтәм.

2. Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, һеләүһен, һаҡал һүрәттәре эсенә Һһ хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Һһ хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: Һ Р Ҡ К Ш С Ы Б И Т Й Н М Л һ р ҡ к ш с ы б и т й н м л

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

һыу-һый-һуй-һай-һөй-һәй һыҙ-һаҙ-һөҙ-һуҙ-һиҙ-һүҙ  

һыу-һыр-һыт-һый-һыҙ-ҙын-һон-һоҡ-һоҫ 

һай-һаҙ-һат-һан-һаҡ-һал һеҙ-һиҙ-һаҙ-һуҙ-һыҙ-һүҙ-һөҙ

һоро-һары-һарыҡ-һурыҡ-бурһыҡ-турһыҡ  

һуҙа-һыҙа-һаға-һала-һата-һана-һаба-һаға

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Һһ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Һһ.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Һһ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Һин, һыуыҡ, һалҡын, һаулыҡ, һылыу, һаҙлыҡ, һеләүһен.

Һаҙи, Һәҙиә, Маһира,Таһир, Шәһиҙә Һаҡмарҙа һыу инәләр. Һаҡмар һыуы һыуыҡ һәм таҙа, һыу буйлап һалсылар аға. Таһир һунарҙа һуҫар тотто, һеләүһен күрҙе.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.