|
|||
се дәрес.. Тема. Рр өн-хәрефтәре. Урал тауҙары ҡаҙылма байлыҡтары.20-се дәрес. Тема. Рр өн-хәрефтәре. Урал тауҙары ҡаҙылма байлыҡтары. Маҡсаттар: Рр өн-хәрефтәрен үҙләштереү, Урал тауҙары ҡаҙылма байлыҡтары тураһында мәғлүмәт биреү, телмәр үҫтереү, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.
I.Ойоштороу моменты. - Дәрестә беҙ ултырабыҙ, Уҡыйбыҙ һәм яҙабыҙ. Ҡул күтәреп, яуап биреп, «5»ле алып ҡайтабыҙ. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (50-51-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ракета космосҡа оса. Уны Ришат йөрөтә. Робот асыҡ космосҡа сыҡҡан). - Бөгөн дәресебеҙҙең темаһы ниндәй булыр? (Рр өн-хәрефтәре).
2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [р] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Урал. Урал тауҙары ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Уралда нефть, тимер, баҡыр, алтын күп. Уның мәрмәр, йәшмә, малахит таштары төҙөлөштә киң ҡулланыла. Уралдың ҡыҙыл мәрмәр ташы менән Мәскәүҙең метро станциялары биҙәлгән. Ленинградтағы Эрмитаждың бер бүлмәһе Урал малахиты менән эшләнгән. Уралдың төп байлығы – тимер мәғдәне. Уралда металл иретеү заводтары күп. Урал – илебеҙҙең байлыҡ хазинаһы. - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [р] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?
III. Анализ-синтез юлы менән Рр өн-хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [р] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Ракета космосҡа оса». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Беренсе һүҙҙә нисә ижек? - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана? - [р] - ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы). 2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Рр. 3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Рр хәрефтәрен табыу. 4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау. 5.Рр өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Радио, ракета, урман, Морат, матур, мотор,Рәмил, Рәлиә, Рәйлә, Рөстәм, Рәмилә, Рәхимә, Рәймә, Рәшиҙә, Ринат, Ришат, Рифат, Рәсүл, Рәвил, Рәсимә, Рәсилә, Рәзилә, Рәзинә, Рәзифә, Рәфизә, Рәфинә, һ.б. 6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Рр хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу. 7.Рр өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [р] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А. Рәхәтләнеп рәсем яһай Дәфтәренә Рәшиҙә. Ә Рамазан йорттар һала, Шаҡмаҡтар теҙә-теҙә. (Г. Юнысова). Б. Радиоалғыс ритмдары Рухландыра Ританы. Рәхәтләнә: - Рита-рита, рита-рита-ритайым! - Рита-рита, рита-рита-ритайым! В. Рәнйетмәйек баҡсаларҙы, Рәхимлерәк булайыҡ, Рәшәткәләрен рәтләп, Рәхәтләнеп уйнайыҡ. Г. Рәлиә көйләп тора, Радио һөйләп тора. Ғ. Рәсүл, Рәхим ризалашып Рәшәткә рәтләнеләр. Рәшәне рәтләгәнгә Раушандар рәхмәтлеләр.
8.Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр. А. Рә-рә-рә - урман буйлап йүгерә, Ра-ра-ра - ҡулын болғап саҡыра. Рө-рө-рө - япраҡ ярһан бит бөрө, Урманда тыныс йөрө. Б.Ҡарға әйтә:ҡар-ҡар-ҡар, Бында еләк: бар-бар-бар, Тик яланы тар-тар-тар, Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар. В. Ҡарға ҡарҡылдағанға ҡарап ҡар яумай тормаҫ.
9. Рр өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [р] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А. Үҙе һөйләй, үҙе күренмәй. (Радио). Б. Айға тиһәң, айға осор, Ҡайҙа ҡушһаң, шунда төшөр. (Ракета). В. Яҙын уйнай, йүгерә, ғолдор ҙа ғолдор килә, Ҡышын да ул беҙҙә ҡала, ҡар аҫтына ла инә. (Ҡор).
10. Физкультминутка. Ҡаҙҙар остолар, остолар, Остолар ҙа төштөләр. Ултырҙылар, ял иттеләр Һәм тағы ла остолар. Остолар, остолар Парта артына боҫтолар.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Рр хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. Ра-ар рә-әр ро-ор рө-өр ру-ур рү-үр ры-ыр ри-ре ҡар-ҡур-ҡыр-ҡор бар-бор-бур-бир-бөр-бер-бәр тар-тор-тур-тыр-тир-төр-түр Сар-сор-сир-сыр-сур бар-тар-шар-лар-сар-ҡар-ҙар-лар-зар-пар-фар ҡур-бур-ҙур-нур-хур-сур Артур, Сара, Рәсүл, Рөстәм, Марат – дуҫтар.
2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ракета, радио һүрәттәре эсенә Рр хәрефтәре). 3. Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Рр. 4. Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А О У И Ы Ә Ө Ү Р Ҡ К Ш С Б Т Н Й а о у ә ө ү и ы т с м н й р . 5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. морон-борон көр-күр-кер-кир-кәр Сара-сыра-ҡыра-һыра-йыра бара-бора-бура-тура-ҡура-ҡурай-урай
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Рр хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре) Рр. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Рр баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Урман матур. Рәмилә, Рәшиҙә, Рәсимә, Ришат, Рәшит, Тимур, Иршат, Рөстәм, Марат, Морат беренсе синыфта уҡыйҙар. 4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5. Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|