Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Ҡҡ өн-хәрефтәре. Ҡуян.



19-сы дәрес.

Тема. Ҡҡ өн-хәрефтәре. Ҡуян.

Маҡсаттар: Ҡҡ өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тәбиғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Матур итеп утырабыҙ,

Бөтә әйбер тәртиптә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (48-49-сы биттәр). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ҡасим менән Ҡәүи уҡ аталар. Ҡапҡа башында ҡарға ҡалаҡ тешләп ултыра. Ҡоймаға матур япраҡлы гөл үрелеп үҫкән. Баҡсала ҡауын, ҡарбуздар уңған. Баҡса тышында ҡайын үҫә. Күлдә аҡҡоштар йөҙә. Күл ситендә ҡамыштар үҫә. Аҡсарлаҡтар оса).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ҡ] өнө ишетелде?

 - Бөгөнгө дәрес темабыҙ ниндәй икән? (Ҡҡ өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Ҡҡ өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Ҡуян.

Ҡуяндар урманда йәшәйҙәр. Улар өң дә, оя ла яһамай. Ҡуян ҡуйы ҡыуаҡлыҡ эсенә йәшеренә. Ҡуянды дошмандарынан аяҡтары ҡотҡара. Ул шәп саба. Ҡуян тиреһенән бүректәр, тундар тегәләр. Ҡуян мамығынан бейәләйҙәр, шарфтар, шәлдәр тегәләр. Уның тиреһе бик йылы һәм йомшаҡ. Ҡуяндың ите лә тәмле. 

Ҡуян ҡурҡаҡлығы менән танылған. Ләкин ул үҙен батыр һаҡлай. Уны тереләй ҡулға төшөрөүе ҡыйын. Ул тартыша, тибешә, ҡысҡыра. Уның тырнаҡтары үткер. Ҡуяндар йыртҡыс ҡоштарға ла ҡаршы тора. Улар арт аяҡтарына яталар ҙа тибешәләр. Һөжүм итеүсенең күкрәген яра, ҡабырғаһын һындыра алалар. Ҡуяндар Һуғышты үҙҙәре башламай. Аҙ ғына ҡурҡыныстан да ҡасалар. Ҡуяндарҙың күҙҙәре ҡабарынҡы. Алға ла, артҡа ла ҡарай алалар. Йыртҡыстан ҡасҡанда, ҡуян тик артҡа ҡарай. Шунлыҡтан юлына тап булған икенсе йыртҡысҡа тап булалар.

 - Ҡуян тураһында ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ҡ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Ҡҡ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ҡ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ҡ] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ҡҡ.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ҡҡ хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ҡҡ өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Ҡасим, Ҡәмәр, Ҡәҙим, ҡурсаҡ, ҡоймаҡ, ҡатыҡ,ҡурмас, ҡармаҡ,ҡорот, Ҡариҙел, Әҡлимә, ҡоҙоҡ,ҡаҙ, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ҡҡ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

7.Ҡҡ өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [ҡ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Кәзә көтөүҙән ҡайтышлай,

Баҡсаға инеп киткән. (З. Биишева).

Б.Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуз ҡуйҙым.

Ҡоштар килде һәр яҡтан.

Ҡара ҡарға ҡабаланып

Ҡайтып китте ҡунаҡтан. (Г. Юнысова).

В.Ҡунаҡсыл икән Ҡасим,

Ҡышын ҡоштарҙы һыйлай,

Ҡумыҙҙа үҙе уйнай,

Ҡыҙыҡлы йырҙар йырлай:

«Ҡарлы ҡыш тиҙҙән үтер,

Ҡаҙҙар ҡайтыр саҡ етер».

Г.Ҡасим балыҡ ҡармаҡлай,

 - Ҡап! Ҡап! – тиеп һамаҡлай.

Ғ.Ҡаса-боҫа ҡыҙыҡайҙар

Ҡыҙынған ҡыҙыу ҡомда.

Ҡалғандар ҡурсаҡҡайҙары

Ҡояштың ҡыҙыуында.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А.Ҡа-ҡа-ҡа – күреп ҡалдым тумыртҡа,

Ҡый-ҡый-ҡый – ҡоро ағас ул суҡый.

Б.Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡарасҡыға оҡшап тора.

В. Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды.

Ап-аҡ ҡарға ҡара ҡарға ҡоланы.

Г. Ҡап-ҡара ҡарағат ҡаптым.

Ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ҡ] өнөн ишеттегеҙ?

 

9.Темаға ярашлы йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [ҡ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Алғы аяғы ҡыҫҡа, сабырға ул бик оҫта,

Һоро тунын һала ла аҡ тунын кейә ҡышҡа. (Ҡуян).

Б.Үҙе шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. (Ҡарбуз).

В.Оҙон ҡурай үләндәр ҡыҙыл алҡа элгәндәр. (Ҡурай еләге).

Г. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара, ышанмаһаң, ашап ҡара. (Ҡарағат).

Ғ. Оҙон сылбыр сыуалғн, сыпсыҡ шуға уралған. (Ҡомалаҡ).

Д. Ҡолон ашын ҡойоп эстем. (Ҡымыҙ).

Ҙ. Үҙе ашамай, ашағанда бушамай. (Ҡалаҡ).

Е. Үҙе үҫемлек, унан да моңло нәмә юҡ. (Ҡурай).

Ё. Бабайым килә һағынып, аҡ толобон ябынып. (Ҡыш).

 

10. Физкультминутка.

Ел иҫә, иҫә, иҫә,

Ағастар ҙа тирбәлә.

Ел тыма, тыма, тыма,

Ағастар үҫә, үҫә, үҫә.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ҡҡ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

ҡа-аҡ ҡә-әҡ ҡо-оҡ ҡө-өҡ ҡу-уҡ

ҡыр-ҡыл-ҡыт-ҡыҙ-ҡыш-ҡын-ҡыҫ

ҡармаҡ, тараҡ, ҡусҡар, аҡсарлаҡ, алҡа, ашлыҡ, талҡан, шалҡан, ҡалҡан, ҡолон, ҡолаҡ, ҡалаҡ, ҡором, ҡармаҡ, тараҡ, ҡурсаҡ, ҡәләм, ҡурҡаҡ, ҡунаҡ, ҡала, ҡарт, ҡорт, ҡауын

2.Ҡармаҡ, ҡаҙ, ҡумыҙ һүрәттәре эсенә Ҡҡ хәрефтәре яҙыу.

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Ҡҡ хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр.

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

ҡул-ҡуҙ-ҡур-ҡуп-ҡуш-ҡуп-ҡуй ҡор-ҡот-ҡош-ҡой-ҡон-ҡос-ҡоҫ

ҡаш-ҡош-ҡуш-ҡыш ҡал-ҡол-ҡул-ҡыл ҡар-ҡор-ҡур-ҡыр

ҡар-ҡат-ҡаш-ҡаҙ-ҡас-ҡап-ҡаҡ-ҡал-ҡан

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ҡҡ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ҡҡ.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ҡҡ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Ҡәҙриә туҡмас ҡырҡа. Ҡасим ҡармаҡ һала. Ҡадир ҡуян ҡарай. Әҡлимә ҡурсаҡ уйнай. Ҡәҙим ҡомлоҡта ҡусҡар күрҙе.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.