Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Кк өн-хәрефтәре. Күбәләктәр.



18-се дәрес.

Тема. Кк өн-хәрефтәре. Күбәләктәр.

Маҡсаттар: Кк өн-хәрефтәрен үҙләштереү, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, күбәләктәр тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡара әле, уҡыусым,

Дәрескә һин әҙерме?

Дәфтәр, ручка һәм китаптар

Бөтә ерҙә тәртипме? (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү(46-47 се биттәр). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Эттәр күлдә кәмәлә йөҙә. Ҙуры кепка кейгән, ишкәктәр тотҡан. Күл ситендә ҡамыштар үҫә. Кәкүк йомортҡаһын сит ояға ташый. Кәзә менән бәрәсе кәбеҫтә һәм кишер йыйғандар).

 - Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ икән? (Кк).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [к] өнөн ишеттегеҙ?

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [к] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Күбәләктәр.

Йәй көнө хәтфә болонда төрлә күбәләктәр осалар. Уларҙың ниндәйен генә күрмәһең! Аҡ сәскәлә аҡ күбәләк ултыра. Зәңгәр сәскәнең һутын зәңгәр таплы күбәләк һура. Кесерткән күбәләге нәҡ кесерткән төҫлө. Иң эре күбәләктәрҙең береһе адмирал күбәләге. Улар клевр сәскәһен ярата. Күбәләктәр сәскә һутын яраталар. Улар тәбиғәткә йәм өҫтәйҙәр. Күбәләктәрҙе һаҡларға кәрәк

 - Әҫәрҙәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Тағы ниндәй күбәләктәр беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [к] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Кк өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [к] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Эттәр күлдә кәмәлә йөҙә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [к] - ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Кк.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Кк хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Кк өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Кәрим, Камил, Камал, Кинйә, Кәтибә, кино, тирәк, мәк,кәмә, күкрәк,китап, икмәк, иләк,кәкүк,көләмәс, Өршәк,Кәмәлек, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Кк хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Кк өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [к] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Камал, Кинйә, Кәтибә

кино ҡарай килгәндәр.

Б. Йәй көнө йондоҙҙар матур,

Йәле, ҡарап ин, Ғәли.

 - Йомошоңдо үтәр инем,

Йоҡо килә бит әле. (Г. Юнысова).

В. Күлдәктәре килешле,

Кизе-мамыҡтан икән,

Камилаға өләсәһе

Күбәләкле күлдәк теккән.

Г. Кәмит күрһәтә Хәмит.

Кинәнеп көлә Хәлит.

Ғ. Күлдәгенең килешкәнен

Көҙгөнөн дә күрергә

Кәримәгә кәрәк кеүек

Күршеләргә керергә.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [к] өнө ишеттегеҙ?

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Күпер башында күп күркә,

Күп күркәгә кәрәк күп көрпә.

Уларҙың береһе күк күркә,

Күк күркәгә түк көрпә.

Б. Кәк-күк - саҡыра кәкүк,

Рүк-рүк-рүк-рүк - туҡтама берүк.

Рәк-рәк-рәк-рәк - саҡыр шәберәк,

Кәк-күк-кәк-күк – ниндәй аяҙ күк!

9.Кк өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [к] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Гөбөр-гөбөр гөбөрә,

Ҡыҙыл күрһә ҡабара. (Күркә).

Б. Оса лап-лап,

Төшә лап-лап,

Йөҙә шәп-шәп,

Йөрөй саҡ-саҡ. (Өйрәк).

В.Һикерәндәк, микерәндәк,

Һаҡалтай, ҡаҡ маңлай. (Кәзә).

Г.Ай башлы, йәшел ҡашлы. (Көнбағыш).

Ғ.Ҡыҙыл ҡыҙым ер эсендә, йәшел сәсе ер өҫтөндә. (Кишер).

Д.Ҡат-ҡат тунлы, ҡарыш буйлы. (Кәбеҫтә).

Ҙ.Үҫә ҡойма буйында, гел сағыуҙыр уйында,

Уты ла юҡ – яндыра, ҡорт саҡҡан эҙ ҡалдыра. (Кесерткән).

Е. Сыбар ала күлдәге, тотһаң, уңа биҙәге. (Күбәләк).

Ё. Гөлдөр-гөлдөр, гөлдөрсөк, гөлкәй ҡыҙыл ситекле. (Күгәрсен).

Ж. Үҙе йомортҡа баҫмай, балаһын да баҡмай. (Кәкүк).

З. Теле юҡ – һүҙе бар, күҙе юҡ – күрһәтә. (Китап).

И. Ура, һуға, елгәрә, үҙе тейәп ебәрә. (Комбайн).

Й. Көндөҙ асыла, төндә ябыла. (Күҙ).

К. Үҙе илай, үҙе йырлай. (Көҙ).

 

10. Физкультминутка.

Аҡ ҡуяндар ултыралар

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Бына шулай, бына шулай,

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Ҡуянҡайҙар өшөйҙәр,

Һикереп алырға кәрәк.

Бына шулай, бына шулай,

Һикереп алырға кәрәк.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Кк хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

ка-ак кә-әк ку-ук кү-үк ко-ок кө-өк 

күс-күл-күр-күм-күп-күҙ

Камал, Камил, Камилә, Кинйә, Кәтибә, Кәримә

Каток, икмәк, кишер, ишкәк, күкрәк, иләк, келәм, киләм, тирәк, силәк, милек, кәмә, кәбән, кәкүк, китап

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, кәкүк, кишер. кәмә һүрәттәре эсенә Кк хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Кк хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А У О Ә Ө Ү И Ы а о у и ы к ш с б т й н м л К Ш С Т Й Н М Л К к

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

мәк-мүк-түк-күк-сүк-бүк  

көр-көл-көт-көс-көш-көй-көп-көҙ

кил-кит-кис-киҫ-кип-киң-кир кәм-кәр-кәҫ

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Кк хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Кк.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Кк баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Кино кәмә кәбән шәкәр мәк тирәк силәк икмәк

Кәтибә менән Сәкинә мәк сәсә. Кеше эше менән күркәм.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.