Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Шш өн-хәрефтәре. Шыршы турғайҙары.



17-се дәрес.

Тема. Шш өн-хәрефтәре. Шыршы турғайҙары.

Маҡсаттар: Шш өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, шыршы турғайҙары тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Китаптар өҫтәлдә,

Дәфтәрҙәр ҙә әҙерҙәр.

Уҡығыҙ һәм яҙығыҙ, тип

Көтәләр бит хәрефтәр. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (44-45-се биттәр). «Күренеш һәм фекер» ысулы менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ике кеше һауа шарында оса. Шар матур биҙәлгән. Малай шапка кейгән, шарф бәйләгән. Йылғала шамбы балығы күренә. Шамбы шаршыны яратмай. Һыу төбөндә эре таштар бар. Яҡында шыршылар үҫә. Миләш менән шалҡан өлгөргән).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ш] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөн беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы ниндәй икән?

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ш] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                      Шыршы турғайҙары.

Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Йәмле лә һуң ҡышҡы урман! Айырыуса шыршы һәм ҡарағайҙар күркәм булалар. Уларҙың ботаҡтарында матур булып ҡар ята. Бейек шыршыларҙың ботаҡтарында оялар күргәнегеҙ бармы? Унда шыршы турғайҙары оя яһайҙар. Улар сатлама һыуыҡтарҙа ла геү килеп уйнайҙар. Шыршы турғайҙары шыршы тубырсыҡтарының орлоғон ашайҙар. Улар ҡыш көнө бала сығаралар. Балалары йәйҙе ҙурайып ҡаршылай.

 - Ниндәй ҡоштар тураһында тыңланыҡ?

 - Улар тураһында нимәләр белдек?

 - Үҙегеҙ бәлки улар тураһында беләһегеҙҙер?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ш] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Шш өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ш] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Һаҡмарҙа шамбы балығы бар».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ш] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Шш.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Шш хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Шш өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Шар, шалҡан. шатлыҡ, Шатморат, Ришат, Рушан, Рәшит, Илшат, Иршат, Шамил, ашлыҡ, ҡыш, ҡош,шашка,  шахмат, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Шш хәрефтәре табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Шш өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да [ш] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Шафиҡ ҡармаҡ ырғытты,

Шамбы килде лә ҡапты. (З. Биишева).

Б. Шыршы менән шаярма, шар,

Шыршы үткер энәле.

Шартларһың уға бәрелһәң,

Эргәбеҙгә кил әле. (Г. Юнысова).

В. Шыбырлаша шыршылар:

Шәфҡәтле булығыҙсы,

Шартлатып һындырмай ғына

Шатланып уҙығыҙсы.

Г. Шамил көн дә һыу һипте,

Шалҡан ҙур үҫеп китте.

Ғ. Шаптыр-шоптор шаптырланы

Шаршыла шылғыр шамбы.

Шамил шәйләп шул шамбыны,

Шыпырт ҡына шаңғытты.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А.Ша-ша-ша – Шакир шарға талаша,

Шы-шы-шы – ҡыҙыу уйын барышы.

Шә-шә-шә - малайҙар шар бәрешә,

Ше-ше-ше – уйнай ала һәр кеше.

Б. Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

В. Дарыу менән өс шешә,

Шешә бауын теш сисә,

Шешә сисһәм теш шешә.

Г.Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы. Шакир шуға шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

 

9.Шш өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ш] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Үҙе йомро – ай түгел, төҫө һары – май түгел.

Ҡойроғо бар – сысҡан түгел. (Шалҡан).

Б. Йәйен-ҡышын бер төҫтә, үҙгәрмәй ул бөртөк тә. (Шыршы).

В. Ике осо иңдә, ике осо ерҙә. (Шәл).

Г. Урай ултырған, муйынға сорналған. (Шарф).

Ғ. Ҡар түгел – аҡ, боҙ түгел – ҡаты, тоҙ түгел – ирей. (Шәкәр).

Д. Бәләкәй генә һандыҡ, эсе тулы халыҡ,

Баштарында бүрек. (Шырпы).

Ҙ. Бер ояның эсендә утыҙ ике аҡ тауыҡ. (Тештәр).

 

10. Физкультминутка.

Бер эйелә, бер бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Шш хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ша-аш шә-әш шо-ош шө-өш шу-уш шы-ыш ши-иш ше-эш

шаҡ-шоҡ-шуҡ-шыҡ ҡаш-ҡош-ҡуш-ҡыш

шом-шым-шәм-шәп-шәл баш-биш-быш-бош-боҫ-буш

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, шыршы, шәм, шалҡан һүрәттәре эсенә Шш хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Шш.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр.

ш с ы б и т й н м л Ш С Ы Б И Т Й Н М Л А О У Ә Ө Ү а о у ә ө ү

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

шама-шыма-шыта-шына-шыла-шыуа-шуға    

мышы-тышы-ҡышы-шыршы шәм-шәл-шул  

шар-шат-таш-тыш-ҡыш-быш  Илшат-Иршат-Ришат

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Үтелгән хәрефтәрҙе печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Шш.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Шш баҫма хәрефтәер менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Рушан таш ала. Илшат, Иршат, Ришат аш ашайҙар.

Шамил тырыш. Ул утын ташый. Шатморат мышы күрҙе.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.