Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Сс өн-хәрефтәре. Сәй.



16-сы дәрес.

Тема. Сс өн-хәрефтәре. Сәй.

Маҡсаттар: Сс өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, сәй тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Бер, ике өс, дүрт, биш!

Мин мәктәптә өйрәнәм

Һанарға, яҙырға,

Уҡырға һәм һөйләргә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (42-43-сө биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ағаһы саңғы шыуырға әҙерләнә. Һеңлеһе сана шыуырға йыйына. Өләсәй уларға сәй эсерҙе. Ул самауыр ҡайнатты, сәк-сәк бешерҙе. Ейәндәре ултырғыстар, сынаяҡтар килтерҙе).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [с] өнө ишетелде?

 - Бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән? (Сс өн-хәрефтәре).

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [с] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Сәй.

Сәйҙе бөтә кеше ярата. Ул һулыш алыуҙы һәйбәтләтә, ҡанды, ҡан тамырҙарын яҡшырта.

Сәй элек Азия илдәрендә генә үҫтерелгән. Ғалимдар сәй үҫтерергә өйрәнеү өсөн Ҡытайға, Японияға, Цейлонға, Һиндостанға барғандар. Унан сәй ҡыуаҡтары алып ҡайталалар һәм үрсетәләр.

Сәйҙе һыу ҡайнап сыҡҡас та бешерергә кәрәк. Сәйле сәйнүккә һыуҙы башта яртыһынан ғына, ә бер нисә минуттан тулғансы һалалар. Ошондай сәй тәмле була.

 - Сәй тураһында нимәләр белдегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [с] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ- синтез юлы менән Сс өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [с] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Өләсәй сәй яһай».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - «Сәй» һүҙе ниндәй өндән башлана?

 - [с] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Сс.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Сс хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Сс өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Сәлимә, Сәлиә, Сәйҙә, Сәймә, Сара, Сәриә, Сания, Самат, Сәбилә, Әсмә, Әнисә, Асия, Алмас, Арслан, Рәсүл, кис,сос,сәскә, салат, Рөстәм, Гөлсәсәк, сәсән, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Сс хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Сс өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан  [с] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Сабир элде оялар,

Сыйырсыҡтар оялар. (З. Биишева).

Б. Себештәр йоҡлай, тауыҡтың

Ҡанат аҫтына инеп.

Тик бер себеш сәбәләнә,

Ситтәрәк сип-сип килеп. (Г. Юнысова).

В. Сабираның аяғында

Семәрле ситек.

Суҡлы сулпы Сәмиғәлә,

Сигеүле итек.

Г. Сәғәт йөрөмәй йөҙәтте,

Сәғит сәғәт төҙәтте.

Ғ. Сабыйҙың сәңгелдәгенең

Семәре сағыу ғына.

Сағыу сәскәләр сигелгән

Сымылдыҡ сабыуына.

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А. Са-са-са – был бит беҙҙең Миңниса,

Се-се-се – Миңниса, ярҙам итсе.

Сә-сә-сә - әсәйең шалҡан сәсә,

Се-се-се – орлоҡтарҙы бирһәңсе.

Б. Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

сәй эсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

В. Сауҡалыҡтың соҡорон сыҡҡан саҡта Сәбиләнең силәге сатнаған.

Г. Өйгә ингән сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыпсыҡ.

Сыҡ, сыпсыҡ,

Осоп сыҡ, сыпсыҡ,

Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ, осоп сыҡ!

Д. Сей сейәне сәйнәй-сәнә, сикәлем сатнаны.

 

9.Темаға ярашлы йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [с] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Ҡыҙыл алҡа ҡаҙаған, тау битенә таралған. (Сейә).

Б.Өйөм артында үҙе, бөҙрә сәсле, күк күҙле. (Сирень).

В.Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек, ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,

Әсе лә, татлы ла, йотайым тиһәң ташлы ла. (Сейә).

Г.Тырҡылдыҡ-мырҡылдыҡ, мырҡылдашып ер һөрҙөк,

Һаҙға баттыҡ – тик яттыҡ. (Сусҡа).

Ғ. Ике ботло, бер төплө. (Салбар).

Д. Тәнгө сихәт, йәнгә рәхәт, аҡ тауыҡтан ҡыҙыл ҡан. (Сәй).

Ҙ.Баҙҙа йәшәй, дошманы – бесәй. (Сысҡан).

Е. Алған һайын ҙурая бара. (Соҡор).

Ё. Безелдәр, тезелдәр, һиңә ҡунһа – ҡан эсәр. (Серәкәй).

Ж.Ҡош түгел – оса. (Самолёт).

 

10. Физкультминутка.

Таянабыҙ бөйөргә,

Тотонабыҙ бейергә.

Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,

Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

Улай итә башланыҡ,

Былай итә башланыҡ.

Был уйынды тамамлап,

Инде уҡый башлайыҡ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Сс хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Са-ас сә-әс со-ос сө-өс су-ус сү-үс сы-ыс се-эс 

сәс-сәй-сәм-сәр-сәл-сәп сәс-сис-сос 

сит-сис-сик-сир сыт-сыр-сыҡ-сым-сың    

2.Һәр төрлө фигураларҙы Сс хәрефтәре менән биҙәү( мәҫәлән, сәскә, самолёт, сәғәт һүрәттәрен).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Сс.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А О У Ә Ө Ү Л М Ы Т И Б а о у ә ө ү ы и м л т б с й н

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

сәс-сос-сис-кис-һис-хис сир-сис-сик саҡ-суҡ-сыҡ

Сал-сар-саң-сат-сай-сап-саф сел-сер-сей-сеү

сәй-сөй-сей сүс-сүл-сүк-сүп сәсән

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Сс хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Сс.

2. Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3. Сс баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Осло-өслө үсле-эсле-услы аса-оса сөсө-көсө

Сара сәс үрә. Усман суртан тота. Суртан сума. Әнәс ат тота. Әнәс сәй эсә.

Алмас сөгөлдөр сәсә. Рәсүл салат ала.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.