|
|||
се дәрес.. Тема. Ыы өн-хәрефтәре. Ыласындар.15-се дәрес. Тема. Ыы өн-хәрефтәре. Ыласындар. Маҡсаттар: Ыы өхәрефтәрен үҙләштереү, телмәр, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, ыласындар тураһында мәғлүмәт биреү.
I.Ойоштороу моменты. - Әйбер бит үҙе үҫмәй, Хеҙмәт емеше улар: Парта, ручка һәм китапты Ватма, йыртма, һындырма. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (40-41-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ыласын ояһына осоп килә. Ул ерҙе күҙәтә. Ваҡ йәнлек осраһә, ул уны тибеп ала. Алыҫта шыршы урманы күренә. Унда мышылар йәшәй. Самат утын яра. Айрат уны ташый). - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ы] өнө ишеттегеҙ? - Бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән? (Ыы хәрефтәре).
2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [б] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Ыласындар. Ыласындар - йыртҡыс ҡоштар. Улар бер нисә төрлө була. Эре ыласындар Башҡортостанда оя ҡормай. Улар көҙлө - ҡышлы төньяҡтан осоп килә. Ыласындар диңгеҙ ярҙарында, ҡая таштарҙа оя яһайҙар. Башҡортостанда балапан, яғалбай, ҡыйғыр исемлеләре киң таралған. Былары ояларын ҡая таш йәки ағас башында яһайҙар. Ыласындар турғайҙар, сыйырсыҡтар, бүҙәнәләр, күгәрсендәр менән туҡлана. Элек һунарсылар уларҙы ҡулға эйәләштергәндәр. Сөнки ыласындар – шәп осоусы ҡоштар. Улар менән һунарға йөрөгәндәр. - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ? - Бөркөттәр тураһында тағы нимәләр беләһегеҙ? - Тағы ниндәй йыртҡыс ҡоштарҙы беләһегеҙ? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ы] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?
III.Анализ-синтез юлы менән Ыы өн-хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ы] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Ыласын - ҙур ҡош». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Беренсе һүҙҙә ижек? - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана? - [ы] - ниндәй өн? (Ҡалын һуҙынҡы). 2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ыы. 3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ыы хәрефтәрен табыу. 4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау. 5.Ыы өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Ынйы,ыжғыр, ылаҡ, мышы, ҡыш, тыш, алтын, йылҡы, йыуа, ҡайын, шыршы,ырым, ырыҫ, ырғаҡ, сытырыҡ, сылтырай, сыбар, сыйырсыҡ, һ.б. 6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ыы хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
7.Ыы өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [ы] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А.Ыласын – ҡыйғыр ҡош икән, Ырыҫбайға иш икән. (З. Биишева). Б. Ынйыҡай мине ишектән Саҡырҙы ымлап ҡына: - Тыңла, апай, шиғыр яҙҙым Ыласындар хаҡында. (Г. Юнысова). В. Ыҙаланып ығыр-шығыр Ыҙандан ылау килә. «Ылаусыбыҙ бик ыңғай», - тип Ырҙында ырғый Зилә. Г. Ылау-ылау йөк килә, Ылаусы юлды белә. Ғ. Ырйыҡайланып Ынйыҡай Ынйыларын ырғытты. Ынйылары ырғанлашып Ырмауҙарға ырғылды. - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ы] өнөн ишеттегеҙ?
8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес. А.Мы-мы-мы - уңышығыҙ булдымы? Ты-ты-ты - йыйҙығыҙмы уңышты? Б.Ҡыптыр-ҡыптыр, шыптыр-шыптыр, мейес артында алты сысҡан ҡыптырлай.
9. Ыы өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ы] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А.Ҡолға башында бер өй, Ҡунағым тәҙрәнән йөрөй. (Сыйырсыҡ). Б.Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра.(Ысыҡ). В.Суҡышһыҙ турғай боҙҙо тишә. (Тамсы). Г.Аяҡтары бар – атламай, Арҡаһы бар – ятмай. (Ултырғыс). Ғ.Һыуҙа йөҙә, ерҙә шыуа. (Йылан). Д.Ҡыр һыйыры. (Мышы).
10. Физкультминутка. (Йырлап бейеү). Аҡ ҡуяндың балалары, Аҡ ҡуяндың балалары Мамыҡ ҡына була икән, Тая-тәтри-рәттирәм. Сылтыр-сылтыр эләйек тә, Сылтыр-сылтыр эләйек тә Сылтыратып кейәйек, Тая-тәтри-рәттирәм. Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп, Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп Уйнайыҡ та көләйек, Тая-тәтри-рәттирәм.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ыы хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. Лы-мы-ны-сы-ры-йы-ты мышы-тышы-ҡышы Атын-утын-урын-улын-уйын-суйын һыу-һыр-һыт-һый-һып-һыҙ-һыҡ ҡыр-ҡыш-ҡыҫ-ҡын-ҡыл-ҡый-ҡыҙ Ынйыбикә Ырыҫбикә шыма-шыла-шыта-шыуа-шына тына-тыша-тыма-тыға-тыуа-тыя 2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ыласын һүрәте эсенә Ыы хәрефтәре яҙыу). 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Ыы. 4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: ы и о б л с т н м у ә ө ү 5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. тын-тыныс-тырыш-тырыз-тығыҙ мышы-тышы-ҡышы шына-шыта-шыла-шыма-тыма-тына-тыша-тыя быс-быш-быт-быу-был-йыл-йыҡ-йыр-йыш-йым-йыу-йый-йып
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Ыы хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ыы. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Ыы баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Маймыл йылы йылы була. Быйыл йәй йылы. Ынйы быуала йыуына. Шыршы урманында мышы йәшәй. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|