Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Мм өн-хәрефтәре. Мышы.



9-сы дәрес.

Тема. Мм өн-хәрефтәре. Мышы.

Маҡсаттар: Мм өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, иптәштәргә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Бик күңелле ял иттек,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп

Яуап бирергә әҙер. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (31-се бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Машина йөк ташый. Мышы урманда йәшәй. Мәликә еләк йыя. Мәҙинә уға алма бирә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [м] өнө ишетелде?

 - Беҙҙең бөгөнгө темабыҙ ниндәй тип уйлайһығыҙ? (Мм өн-хәрефтәре).

2.Хикәйә тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, [м] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.      

                        Мышы.

Беҙҙең яҡта мышылар йыш осрай. Уны ҡыр һыйыры тип тә атайҙар. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ мулыраҡ ерҙәрҙе һайлайҙар. Әсе елдәр теймәгән урындарҙа булалар. Ҡар йоҡараҡ булған үҙәндәрҙә тибенеп аҙыҡ табалар. Ҡайһы бер ҡыштарҙа улар асығалар. Урман ҡараусылар уларға аҙыҡ ҡуялар, тоҙ ялаталар. Апрель айында улар йәйге көтөүлеккә китәләр. Бында улар быҙаулайҙар. Ошо ваҡытта уларға ярҙам итергә кәрәк.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [м] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

 

III. Анализ-синтез юлы менән Мм өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [м] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Мышы урманда йәшәй».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [м] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Мм.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Мм хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Мм өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Мышы, матур, Морат, Марат, Марсель, Мәҙинә, Мәликә, Миңниса, Миләүшә, Мәрйәм, Миңһылыу, алма, Самат, Алмас, Әсмә, Рөстәм, урам, рам, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Мм хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Мм өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [м] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Мыраубикә бик иркә,

Мейестән төшмәй һис тә. (З. Биишева).

Б. Мәктәп баҡсаһы бик матур.

Мәктәр ал сәскә атҡан.

Һоҡланып ҡарап торалар

Малайҙар төрлө яҡтан. (Г. Юнысова).

В. Матур-матур май айында

Миһырбанлы Муса ла

Мәликә әбейгә һыу ташый,

Миндек киҫә мунсаға.

Г. Марат хәтәр төш күргән,

Мамонт уға үкергән.

Ғ. Мыяубикәне муйынсаҡлап

Мәҙәкләй Миңлебикә.

Муйынсаҡҡа мөрхәтһенмәй

Мыяулай Мыяубикә.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Ме-ме-ме – һеҙҙең быҙау һөҙәме?

Ма-ма-ма – һөҙә икән алама.

Мы-мы-мы – көтөүгә ул барамы?

Мы-мы-мы - әллә өйҙә ҡаламы?

Ме-ме-ме – һине лә ул һөҙәме?

Мы-мы-мы – киреләнеп торамы?

Мө-мө-мө - мөгөҙҙәре бөтөнмө?

Мы-мы-мы – ҡойроҡ сәнсеп торамы?

Мы-мы-мы – юлын өйгә борамы?

Б. Мөғәллиммалайы Мөхәмәтов Мөслим машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

 

9.Мм өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [м] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Оҙон сылбыр сыуалған,

Сыпсыҡ шуға уралған. (Ҡомалаҡ).

Б. Эйелә-бөгөлә, аҡ мамығы түгелә,

Ҡара күҙе күренә. (Муйыл).

В. Бештем-бештем дә икегә айырҙым,

Береһен ҡойҙом, береһен ҡалдырҙым. (Айран, май).

Г. Өй урата ҡыл арҡан. (Мүк).

Ғ. Бер ағаста биш ботаҡ.(Бармаҡтар).

Д. Ике тәгәрмәсле арба – атһыҙ ҙа ул алға саба. (Мотоцикл).

Ҙ. Ура, һуға, елгәрә, үҙе тейәп ебәрә. (Комбайн).

Е. Бикле келәт эсендә ҡара ҡом. (Мәк).

Ё. Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән. (Бәшмәк).

 

10.Физкультминутка.

 - Күбәләктәр остолар,

Ҡанаттарын ҡаҡтылар.

Ҡуяндар ҙа аҡланда

Һикерешеп шатланды.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Мм хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

ма-ам мә-әм мо-ом мө-өм му-ум мү-үм

мал-мәл-мул-мут мин-миң-моң

мул-мут-мал-мәл-мәл-мүк 

имен-аман урам-урман

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, машина, мышы һүрәттәре эсенә Мм хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Мм хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр:А О У Л М Ә ө Ө а о у ү л м.

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

мал-мәл-мул-мут мин-миң-моң

мул-мут-мал-мәл-мәл-мүк 

имен-аман урам-урман

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Мм хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Мм.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Мм баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу): Морат тал ала. Тал үтә осло. Самат сос. Ул ат тота. Әсмә алма ала. Алма матур. Марат менән Әсләм мышы күрҙеләр.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.