Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Лл өн-хәрефтәре. Танышыу, телефондан һөйләшеү.



8-се дәрес.

Тема. Лл өн-хәрефтәре. Танышыу, телефондан һөйләшеү.

Маҡсаттар: Лл өн-хәрефтәрен үҙләштереү, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, телефондан һөйләшеү ҡағиҙәләре менән танышыу.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«Дүртле», «бишле» билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (30-сы бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Һүрәт буйынса нимәләр уйлайһығыҙ

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ҡыҙҙар телефондан һөйләшә. Ләләне бесәйе көтә. Улар мөләйем, матур, ыҫпай ҡыҙҙар. Өйҙәрен йыйыштырғандар. Тәҙрә төбөндә гөл үҫә. Ҡыҙҙар телефондан һөйләшә. Улар бер-береһенә шаттар ).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [л] өнө ишетелде? Лл өн-хәрефтәре – беҙҙең бөгөнгө темабыҙ.

 - Телефондан һөйләшеүҙең ниндәй ҡағиҙәләрен беләһегеҙ?

2.Шиғыр тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, Лл өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.     

                          Был мин.

Бына – танауым,                    

Был – минең ҡашым,            

Күҙем, ҡолағым,                                

Ә бына башым.                                 

Ауыҙҙы асһам,

Телем күренә.

Теҙелгән тешем

Өс бөртөк кенә.

Ҡулды күтәрҙем–

Аяҡ тыпырлай.

Үҙенән үҙе

Бейергә һорай. (Р. Ураҡсина).

 - Әҫәрҙә кем тураһында уҡыныҡ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [л] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Лл өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [л] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Ләлә менән Айһылыу телефондан һөйләшә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән тора?

 - [л] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Лл.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Лл хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Лл өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Лилиә, Ләбибә, Илүзә, Зөлхизә, Гөлдәр, Гөлиә, Наҙгөл, Гөлирә, Хәлил,Ләйсән, Ләлә, Латифа, Лариса, Илшат, Гөлшат, Гөлфиә, Айгөл, Сәлимә, Илмир, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Лл хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Лл өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [л] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Ләлә китап ярата,

Ләлә ҡурсаҡ уйната. (З. Биишева).

Б. Ләлә апай көлә-көлә

Лимон телә.

Балалары сәй эсергә

Ҡайтып килә. (Г. Юнысова).

В. Ләззәтләнеп ләйсән ямғырына

Ләләләр үҫә.

Лысма һыу булып балалар

Лысҡылдатып һыу кисә.

Г. Лилиә лысмаҡайланғас,

Ләләне лысмаҡайлайыҡ.

Ләйсәндә лысмаҡайланғандар,

Ләззәтләнеүгә лайыҡ.

Ғ. Ләйсән ямғыры яуа,

Ләлә зонтигын ала.

Д. Ал сәскә лә бал бирә,

Күк сәскә лә бал бирә,

Һарыһы ла бал бирә,

Барыһы ла бал бирә. (Ғ. Ғүмәр).

Ҙ. Ҡайһы ҡул уң ҡул?

Шуны күрһәт, тиҙ бул!

«Ҡул»ға оҡшаш: «мул», «тул».

Яҙып ал, бурыс шул.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Лы-лы-лы – саҡырлы ла соҡорло,

Ле-ле-ле – урамдарың Стәрле.

Лы-лы-лы – баш әйләнә, аҫмалы

Ле-ле-ле – күперҙәрең селтәрле.

Б.Ластыр-лостор ләззәтләнә

Лайлалы ләмдә Ләлә менән Ләбибә.

 

9.Лл өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [л] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Аҫылынып тора груша – ашап булмай. (Лампа).

Б. Көмөш тәнле – ите тәмле. (Балыҡ).

В. Үҙе аға – яры юҡ,

Барып еткән ере юҡ. (Болот).

Г. Башы – тауҙа,

Аяғы – диңгеҙҙә. (Йылға).

Ғ. Ҡулы юҡ, аяғы юҡ,

Тәҙрәмде ҡаҡҡылай,

Тартҡылай, һуҡҡылай,

Өйгә инергә һорай. (Ел).

Д. Һөйәге юҡ, ние юҡ,

Һөйләмәгән һүҙе юҡ. (Тел).

Ҙ. Тышы һары алтын кеүек,

Эсе әсе ялҡын кеүек. (Лимон).

 

10. Физкультминутка.

Беҙҙең Марат теш таҙарта,

Бит-ҡулдарҙы ул йыуа.

Бер аҙ ғына йүгереп алғас,

Физзарядка ла яһай.

Бер-ике – ҡулды күтәр,

Өс-дүрт – яйлап төшөр,

Биш-алты – һикереп ал,

Ете-һигеҙ – ултыр төҙ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Лл хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ал-ла әл-лә ол-ло өл-лө ул-лу үл-лү

һал-ҡал-тал-бал-сал-ял  

ҡул-бул-һул-тул-мул-шул-юл Ләлә

ҡолон-болон-толом-морон-ҡором

2.Һәр төрлө фигураларҙы Лл хәрефтәре менән биҙәү (мәҫәлән, лимон һүрәтен).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Лл.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А О У Л Ә Ө Ү а ә о ө у ү л

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

бил-кил-һил-ил-Нил-Вил-фил

бел-бөл-бүл-күл-түл-тел

 

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Лл хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Лл.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Лл баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу):

бал-бол-бил-бүл-бөл-бул-был

бул-ҡул-тул-мул-шул-һул-юл  

бел-тел-сел-тел-ел

Ләлә алма ала. Әлиә тал ала.

Әлимә, Әсмә, Әлиә сәй эсәләр өсәүләп.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.