Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тема. Ии өн-хәрефтәре. Ишембай ҡалаһы.



13-сө дәрес.

Тема. Ии өн-хәрефтәре. Ишембай ҡалаһы.

Маҡсаттар: Ии өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙың фонематик ишетеү һәләттәрен, телмәрҙәрен үҫтереү, Ишембай ҡалаһы тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Ҡыңғырау шылтырағас,

Кабинетҡа керәбеҙ.

Матур итеп ултырабыҙ,

Тәртипле уҡыусыларбыҙ. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (36-37-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәт буйынса нимәләр уйлайһығыҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Көҙ етеп килә. Игендәр бешкән. Иршат менән Илдус имән ултырталар. Уларҙы эттәре көтөп ултыра. Ҡабарып бешкән икмәк теленгән. Наил менән Әмин мәктәптән ҡайтҡан. Инәләре компот ҡайната, уларға алма бирә). 

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [и] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгө темабыҙ ниндәй булыр икән? (Ии өн-хәрефтәре).

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [и] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Ишембай ҡалаһы.

Ишембай элек бәләкәй генә ауыл булды. Ошо ауыл эргәһендә 1932 йылда нефть урғылды. Ауылдың даны бөтә республикаға таралды. Ишембай 1940 йылда ҡалаға әүерелде. Бынла нефть эшкәртеү заводы эшләй. Машиналар төҙөү заводы һалынды. Ишембайҙағы кизе-мамыҡ комбинаты ла күптәргә билдәле. Ишембайға яңы заводтар, Мәҙәниәт һарайҙары, кинотеатрҙар, мәктәптәр төҙөлдө. Бында күп милләтле халыҡ йәшәй.

 - Ниндәй ҡала тураһында тыңланыҡ?

 - Башҡортостандың тағы ниндәй ҡалаларын беләһегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [и] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙәге урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ – синтез юлы менән Ии өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [и] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Әсәй тәмле икмәк бешерә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Өсөнсө һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [и] – ниндәй өн? (Нәҙек һуҙынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ии.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ии хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ии өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Иршат, Илфат, Ирек, Илһам, Илдар, Ислам, Илүзә, Ирина, Илзиә, Илгинә, Лилиә, Илгизә, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ии хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Ии өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [и] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Ирек – иген игеүсе,

Илгә икмәк биреүсе. (З. Биишева).

Б. Илдар яңы итек кейеп,

Илһам дуҫына килде.

Яңы итектәрҙе күреп,

Илһам бик тә һөйөндө. (Г. Юнысова).

В. Иген игә Илшат,

Икмәк иҙә Гөлшат,

Иркә генә Ирек

Инша яҙа күңел биреп.

Г. Ишәк итектән көлә:

«Итек, - ти, - атлай белә».

Ғ. Игенселәр иренмәйҙәр

Иртүк иген игергә.

Иренгәндәр иркәләнмәй,

Иҫәпләнмәйҙәр иргә.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А.Кил-кил-кил – уйнарға һин бөгөн кил,

Бит-бит-бит – икәү бергә ҡыҙыҡ бит.

Б.Динә менән Дилә көнө буйы һыу инә.

 

9.Ии өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [и] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Ике ағай теҙҙән, ҡалышмайҙар беҙҙән. (Итек).

Б.Алалар бысаҡ, яралар мине.

Минһеҙ булмайҙыр доньяның йәме. (Икмәк).

В. Ингәндә ҡаршы ала, сыҡҡанда оҙатып ҡала. (Ишек).

Г. Алтын бишек – төбө тишек. (Иләк).

Ғ. Тей, тиһәң, теймәй, теймә тиһәң, тейә. (Ирендәр).

Д. Ағас түгел – япраҡлы, тун түгел – тегелгән. (Китап).

 

10. Физкультминутка.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында үтелгән хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ит-ти ил-ли им-ми ин-ни ил-ит-им-ин илә-итә-имә-инә итте-илтте

Мин, атай, инәй, Әминә, Наил, Әнисә, Сәлимә, Инна, Инга, Илнур, Илмир, Илдар, Илшат.

2.Һәр төрлө фигураларҙы Ии хәрефтәре менән биҙәү: мәҫәлән, икмәк, итек, ишәк һүрәттәренең эсенә Ии хәрефтәре яҙыу.

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Ии хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: И Т Й Н М Л У О А Ә Ө Ү и т й н м л у о а Ә ә ө ү

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

имән-иман инә-инәй Наил-Наилә Әмин-Әминә

мин-һин-тин-дин-фин    

бил-кил-Нил-Вил-фил-һил

бир-биш-биҙ-бик-бип-бил-бит

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ии хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ии.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ии баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Ил, имән, иртә, ин, инә, тирмә, ситән, сиртә, тирмән, тир, Ирәмәл.

Әнисә, Рәсимә, Рәмилә - иптәштәр.

Иршат, Илдар, Ислам – синыфташтар.

Илнур менән Илмир – игеҙәктәр.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.