|
|||
сы дәрес.. Тема. Нн өн-хәрефтәре. Нефть – ҡаҙылма байлыҡ.10-сы дәрес. Тема. Нн өн-хәрефтәре. Нефть – ҡаҙылма байлыҡ. Маҡсаттар: Нн өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙың телмәрҙәрен, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, ҡаҙылма байлыҡтарға тураһында мәғлүмәт биреү.
I.Ойоштороу моменты. - Дәрес башланды бына, Бөтә шау-шыуҙар тына. Ҡыҙҙар, малайҙар дәресте Иғтибар менән тыңлай. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (32-се бит). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Нн хәрефтәре күрәбеҙ, тимәк беҙ бөгөн был хәрефтәр менән танышабыҙ. Алыҫта урман күренә. Нәйлә алма йыйған. Уның сәсе бик оҙон. Нур балыҡ ҡармаҡлай. Ул суртан күргән. Суртан алманы тешләгән. Яр буйында үлән шәп үҫкән). 2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [н] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Нефть. Нефть май һымаҡ шыйыҡлыҡ. Нефть төрлө төҫтә була. Ҡара, һарғылт, йәшкелт, аҡ төҫтәгеләре осрай. Нефттең үҙенә генә хас еҫе бар. Ошо еҫе буйынса уны башҡа шыйыҡлыҡтарҙан айыралар. Нефть таш күмергә, торфҡа ҡарағанда йылылыҡты күп бирә. Беҙҙә нефть күп табыла. Башҡортостаннефте бөтә донъяға таралған. - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ? - Нефть тураһында нимәләр беләһегеҙ? Унан нимәләр эшләйҙәр? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [н] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?
III. Анализ-синтез юлы менән Нн өн-хәрефтәрҙе үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [н] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Ҡояш нурҙары күҙҙе сағылта». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Икенсе һүҙҙә нисә ижек? - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана? - [н] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы). 3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Нн хәрефтәрен табыу. 4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.
5.Нн өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин. Наил, Надир, Нил, Нәйлә, Нәсимә, Нәзирә, Нәзифә, Нәфисә, Нурзилә, Нәғимә, Анна, Инна, Инга, Нурислам, томан, суртан, он, һин, мин, тин, урман, талҡан, һ.б. 6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Нн хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
7.Нн өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [н] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А. Наил, Нәйлә, Нәғимә, Нәфисә һәм Нәзифә Нәрисәгә килгәндәр, Матур күлдәк кейгәндәр. Б. Ниндәй нәфис сәскәләр Ян-яҡҡа нур сәсәләр. Үҫтергән бит Гөлсинә Бүләккә әсәһенә. (Г. Юнысова). В. Нескә генә ептәр менән Нәйлә сигә гөл-нағыш, Нәзәҡәтле Нәҡиәнең Наҙлы йөҙөндә һағыш. Г. Нартаға эттәр ектем, На ла на! Сабып киттем. Ғ. Нәсимәнең нағыштары Нәзәҡәтле, нарыҡлы. Нәғимәнеке ниңәлер Нәзәкәтһеҙ нағышы.
8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес. А. Нә-нә-нә - ана килә Гөлсинә. Нө-нө-нө - йылмая көнө-төнө. Нә-нә-нә - ул шулай көләс кенә, Ни-ни-ни – ҡыҙҙар шулай булмай ни! Б. Инна менән Анна кейгән кимоно.
9.Нн өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [н] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А.Ҡош түгел – оса, ябалаҡтан ҡурҡа, Һыҙғырһа – урман яңғырата. (Тейен). Б. Ер аҫтында ерән ат, уның тиреһе ете ҡат. Һуйырһың, тунарһың, тунағанда иларһың. (Һуған). В. Аҡ кейемен кейгән, йәшел суғын элгән. (Ҡайын). Г. Өйөм артында үҙе, бөҙрә сәсле, күк күҙле. (Сирень). Ғ. Бер яғы урман, бер яғы ҡорған. (Тун). Д. Торҡо-тарҡы тора ла күккә менеп юғала. (Торна). Ҙ. Тау төшкәндә ат була, менгәндә ағас була. (Сана). Е. Бәләкәй генә бөкөрө алыҫ ергә төкөрә. (Наган) Ё. Оҙон инем – ҡырҡылдым, Йыуан инеем – ярылдым, Аҙаҡ утҡа яғылдым. (Утын). И. Ҡара һыйыр килде, бөтә донъяны еңде.(Төн).
10.Физкультминутка. Зилә барҙы, барҙы ла Аҡ бәшмәк тапты. Бер бәшмәк, ике бәшмәк, өс бәшмәк Кәрзиненә ул һалды.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Нн хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. На-нә-но-нө-ну-нү-ни-не ан-ән-он-өн-ун-үн-ин-ен Ун-он-өн-ен мин-һин-тин-тун-тон көн-төн ин-инә Нил-Нилә-Нәйлә-Нәсимә-Нәрисә-Нәфисә-Нәжиә 2.Һәр төрлө фигураларҙы Нн хәрефтәре менән биҙәү: мәҫәлән, наган һүрәте эсенә Нн хәрефтәрен яҙыу. 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Нн. 4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр. А О У Ә Ө Ү Л Н а о у ә ө ү л н 5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. өн-он-ун-ин мин-һин-тин-дин-фин һын-һон-һин-һан-һун мин-һин-тин ҡолон-болон-борон-морон төтөн-тотон сәсән-Әсән- Әнәс
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Үтелгән хәрефтәрҙе печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Нн. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Нн баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Ана урман. Урман матур. Усман суртан тота. Суртан сума. Әнәс ат тота. Наил менән Нәйлә алма йыялар. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|