Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Оо өн-хәрефтәре. Ҡыр ҡоштары.



4-се дәрес.

Тема. Оо өн-хәрефтәре. Ҡыр ҡоштары.

Маҡсаттар: Оо өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙың телмәрен, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Дәрестә беҙ ултырабыҙ,

Уҡыйбыҙ һәм яҙабыҙ.

Ҡул күтәреп, яуап биреп,

«5»ле алып ҡайтабыҙ. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (26-сы бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Оо хәрефтәре күрәбеҙ, тимәк бөгөн шул хәрефтәрҙе үтәбеҙ. Ҡоштар оя ҡорғандар. Турғайҙар балаларына ем ташый. Ҡор йөрөй. Ағас ҡыуышына ҡорттар оялағандар. Епкә ойоҡтарҙы, одеало йыуып элгәндәр).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [о] өнө ишетелде?

 - Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын кем әйтә алыр?

2. Хикәйә тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, Оо өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ.

Баҡсалағы ағастарҙың олонон, япраҡтарын һәм тамырҙарын төрлө бөжәктәр ашай. Ағастар ауырыйҙар һәм ҡоройҙар. Ҡоштар зарарлы бөжәктәрҙе,уларҙың ҡарышлауыҡтарын сүпләйҙәр. Ҡоротҡостарҙан таҙартылған ағастар ҡоромай. Ҡоштар ағастарҙы һаҡлап ҡалалар.Шуға күрә ҡоштарҙы һаҡлағыҙ! Ҡош ояларын туҙҙырмағыҙ! Ҡыш көнө уларға тағараҡтар яһағыҙ, уларҙы ашатығыҙ!

 - Ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - [о] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙҙә өндөң урынын билдәләү.

 

III. Анализ-синтез юлы менән Оо өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [о] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Ҡор – ҡыр тауығы».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Ижек уртаһында ниндәй өн?

 - [о] – ниндәй өн? (Ҡалын һуыҙынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: О о.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Оо хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5. Оо өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Оя, Орҡоя, олатай, ойоҡ, тор, ҡоро, боҫто, орсоҡ, осоҡ, он, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Оо хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Оо өн-хәрефтәре менән мәҡәл, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [о] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Сабып килә күк ҡолон,

Ҡойроғо – бөҙрә толом. (З.Йәнбирҙина).

Б. Өләсәйем ойоҡ бәйләй,

Онотолоп, яратып.

Мыяубикә уйнап йөрөй,

Йөн йомғағын тағатып. (Г. Юнысова).

В. Оҫтарған бит Орҡоя,

Он иләп, ҡоймаҡ ҡоя,

Олатаһын ололап,

Ойоҡбаш бәйләп ҡуя.

Г. Осто, шарҙарым осто!

Осоп болотто ҡосто.

Ғ. Ошондағы осҡатлыҡҡа

Осҡайны осорғосом,

Ошо остоҡтай ояға

Осраған осло осо.

 

8. Тел төҙәткес, мәҡәл ятлау.

А. Рот-рот-рот – тәмле икән был ҡорот.

Соҡ-соҡ-соҡ – ҡырҙа һайрай бер ҡошсоҡ.

То-то-то – күрәм матур болотто.

Ро-ро-ро - өҫтө - аҡ, аҫты – һоро.

Б. Ололарҙы ололаһаң,

Ололарҙар үҙеңде.

 

9.Оо өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [о] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Аҡ көсөгөм йүгерә-йүгерә ҙур булды. (Орсоҡ).

Б. Тәпәш күктән ҡар яуа. (Он иләү).

В. Балтанан ауыр, балдан татлы. (Йоҡо).

Г. Өйөм башы ҡырсынташ. (Йондоҙҙар).

Ғ. Өйөм башында оло икмәк. (Ҡояш).

Д. Килделәр ағайҙар, балтаһыҙ–ниһеҙ күпер һалдылар. (Боҙ).

Ҙ. Тоҡос башлы түрәләр түр башына менәләр. (Ҡорот).

Е. Башы бар, аҡылы юҡ, арҡаһы бар, эсе юҡ. (Ойоҡ).

 

10. Физкультминутка.

Ҡаҙҙар остолар, остолар,

Остолар ҙа төштөләр.

Ултырҙылар, ял иттеләр

Һәм тағы ла остолар.

Остолар, остолар

Парта артына боҫтолар.

 

IV. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Оо  хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Он-от-ос-ор-об-ов-оф-ох-оп-ом-ой        

но-то-со-ро-во-фо-хо-по-мо-йо

Оло-ошо-оро-оно-осо-ойо-ота-оса

һоро-һоло-ҡоро-ҡоло-ҡошо-ҡото-ҡомо-ҡойо

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, оя, ойоҡ һүрәттәре эсенә Оо хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Оо хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А а О о Ә ә Ө ө.

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

йот-йом-йор-йоп-һоп-һон-һоп        

бор-бот-боҫ-бош-боҙ-бол-сос-ҡос

ҡолон-болон-болот-ҡорот-морон-ҡором        

ҡошо-ҡото-ҡомо-ҡойо

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Оо хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре). 

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Оо баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

ҡорҙо торҙо борҙо отто осло тотто ҡотто

ҡол ҡот ҡош ҡом ҡон ҡор ҡой ҡоҫ ҡос

Ҡош ояһын боҙмағыҙ. Ололарҙы ололағыҙ.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.