|
|||
се дәрес.. Тема. Йй өн-хәрефтәре. Йәйен.11-се дәрес. Тема. Йй өн-хәрефтәре. Йәйен. Маҡсаттар: Йй өн-хәрефтәрен үҙләштереү, ишетеү-тыңлау күнекмәләрен һәм телмәр үҫтереү, донъяны танып-белеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
I.Ойоштороу моменты. - Ҡыңғырау шылтырағас, Кабинетҡа керәбеҙ. Матур итеп ултырабыҙ: Тәртипле уҡыусыларбыҙ. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (33-сө бит). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Күктә аййөҙә. Йондоҙҙар йымылдай. Айнур һыбаййөрөй. Ул ҡурай уйнай). - Ниндәй һүҙҙәрҙә [й] өнө ишетелде? - Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ? (Йй). 2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [й] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү. Йәйен. Йәйен ул йыртҡыс балыҡ. Ваҡ балыҡтарҙы ашай. Өйрәктәрҙе лә эләктереп ала. Ул Урал йылғаһында бик күп. Һаҡмарҙа ла осрай. Ҙур йәйендәр 2-3 метрға етә. Ите ныҡ майлы. (Н. Нафиҡов) - Йәйен тураһында нимә белдегеҙ? - Үҙегеҙ йәйен тураһында нимәләр беләһегеҙ? - Ниндәй һүҙҙәрҙә [й] өнө ишетелде? Урынын билдәләгеҙ?
III.Анализ-синтез юлы менән Йй өн-хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [й] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. - «Йәйен һыуҙа йәшәй». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Беренсе һүҙҙә нисә ижек? - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана? - [й] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы). 2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Йй. 3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Йй хәрефтәрен табыу. 4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау. 5.Йй ө-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин. Йәмил, Йәмилә, Мәрйәм, йәйғор, йәй,йәм, йүгән, йүрмә, тейен, көйә, атай, әсәй, апай, ағай, олатай, бәпәй, һ.б. 6.Дәреслектә, таҡтала бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Йй хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу. Йәй айы. Ҡайын, йүкә, ҡарағаййәп-йәшел. Йыраҡта ҡоштар һайрай. Инәйҙәр муйыл сейә йыя. Айыу еләк ашай.
7.Йй өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [й] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү. А. Йәшенләп яуҙы ямғыр, Йәшендә тыуҙы йәйғор. (З. Биишева). Б. Йәй көнө йондоҙҙар матур, Йәле, ҡарап ин, Ғәли. - Йомошоңдо үтәр инем, Йоҡо килә бит әле. (Г. Юнысова). В. Йома көндө Йәнбикә Йомғаҡ-йомғаҡ йөн иләй, Йылғыр ғына Йосоп Йөрөмәһен йонсоп. Йоп-йомшаҡтан бейәләй Йылдам ғына бәйләй. Г. Йәмилә менән Йәмил Йөрөйҙәр сейә йыйып. Ғ. Йәшеллекте йәнләндерҙе Йәмле йәйғорҙан йәйә. Йәнә йәшнәтеп йәмдәрҙе Йәмилә йәйғор йыя.
8.Тел төҙәткес, тиҙәйткес. А. Әй-әй-әй – был өйҙә әбей йәшәй. Ай-ай-ай – ҡурай уйнай бер малай. Тауҙа тайҙар тайҙар уйнаҡлай, Шундай күңелле был йәй. Б. Йәмилә лә, Йәнбикә лә йома көндө йөн тетә.
9.Йй өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [й] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А. Йәшел елән кейеп ҡуйҙы. (Йәй). Б. Ем-ем итә, емелдәп китә. (Йәшен). В. Үҙе үҫемлек, унан да моңло нәмә юҡ. (Ҡурай). Г. Ҡолға башында йорто, эсендә тора йырсы. (Сыйырсыҡ). Ғ. Безелдәр, тезелдәр, һиңә ҡунһа, ҡан эсер. (Серәкәй). Д. Бәләкәй генә бер көсөк, өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. (Йоҙаҡ). Ҙ.Йәй көнө соланда ята, ҡыш көнө беҙҙән ҡалмай.(Быйма). Е. Оҙон ҡурай үләндәр, ҡыҙыл алҡа элгәндәр. (Айыу еләге). Ё. Аллы-гөллө көйәнтәмде йылға аша ташланым. (Йәйғор).
10.Физкультминутка. Яурындарҙы күтәрҙек, Яурындарҙы төшөрҙөк. Күҙҙәр өҫкә ҡараны, Аҙаҡ ергә төбәлде. Ҡулдарҙы алға һуҙҙыҡ, Эйелдек, ергә тейҙек. Ҡулдарҙы өҫкә һуҙҙыҡ, Аяҡ осона баҫтыҡ. Беҙ әҙ генә ял алдыҡ та Урындарға ултырҙыҡ.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Йй хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. ай-әй-ой-өй-уй тай-май-бай-лай-сай-ҡай-һай-пай йә-йө-йо-йү сей-тей-кей-бей-бәй һыйлай-һыймай-һайлай-ҡайнай-ҡанай-ҡарай-ҡурай-ҡорой йыйын-ҡайын-һайын-муйын-суйын-сайын-сайыр-ҡайыр-байыр-бойор-тойор-ҡойон сөйә-сейә-бейә-төйә-тейә-кейә 2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, йәйен һүрәте эсенә Йй хәрефтәре). 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Йй. 4.Телдән хәреф диктанты. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А О У Ә Ө Ү Л М Й а о у ә ө ү л м й. 5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. йәм-йәш-йәл-йәр-йән-йөн-йөҙ-йөк-йөй йот-йор-йом-йот һый-һуй-һай йыр-йыл-йыш-йыҡ-йыу-йый-йыр
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Йй хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Йй. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Йй баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Май айы йылы. Айҙар ҡурай уйнай. Йыһан һыйыр һауа. Йәмил йәйәү йөрөй. Йәлил йылым ҡарай. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|