Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Тт өн-хәрефтәре. Тейен.



12-се дәрес.

Тема. Тт өн-хәрефтәре. Тейен.

Маҡсаттар: Тт өн-хәрефтәрен үҙләштеү, ижади фекерләү, фонематик ишетеү һәләттәрен, телмәр үҫтереү, ҡыр йәнлектәре тураһында белемдәрен киңәйтеү, матурлыҡҡа һоҡлана белеү тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 – Бер, ике, өс, дүрт!

Мин мәктәптә өйрәнәм

Һанарға һәм яҙырға,

Уҡырға һәм һөйләргә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (34-35-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Атай ат ҡарай. Марат уҡ ата. Тәнзилә кәбеҫтә утай).

 - Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ икән? (Тт).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [т] өнөн ишеттегеҙ?

2.Хикәйә тыңлау, уның идея-йөкмәткеһен асыҡлау, [т] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Тейен.

Тейен шыршы урманында йәшәй. Ул бәләкәй генә матур йәнлек. Күберәк ул ағас баштарында ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй. Йәй көнө ҡышҡылыҡҡа бәшмәк йыйып киптерә, сәтләүек йыйып йәшерә. Ояһын ағас башындағы ҡыуышта ҡора.

Уның тиреһе ҡиммәтле. Ул йөнөн яҙлы-көҙлө ҡойолта. Ҡышҡылыҡҡа ҡуйыраҡ, йәйгелеккә һирәгерәк йөн үҫә.

Ҡышын ул йыйған аҙыҡтарын табып ашай.

Ҡышҡы һыуыҡтар һәм бурандарҙа тейен ояһына йәшенә. Ул ояһын ағас ҡыуышына яһай.

Ояла йомшаҡ, йылы була. Инеү өсөн ҡалдырылған тишекте тейен эстән ҡаплап ҡуя. Унан бөгәрләнеп ята ла оҙон ҡойроғон өҫтөнә ябына.

Тышта ел ыжғыра, буран олой. Тейен рәхәтләнеп йоҡлай бирә. Буран туҡтағас, ағастан ағасҡа һикереп аҙыҡ эҙләй.    

Ҡышҡы аҙыҡты тейен көҙҙән әҙерләй. Ағас ҡыуышына төрлө бәшмәктәр, сәтләүектәр, бөрөләр ташый. Тейен шуларҙы табып ашай.

 - Ниндәй йәнлек тураһында тыңланыҡ?

 - Тейен тураһында нимәләр белдегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [т] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Тт өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [т] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Тейен урманда йәшәй».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндәнбашлана?

 - [т] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Тт.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Тт хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Тт өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Таһир, Талип, Тимур, Таңһылыу, тары, төтөн, Марат,тәмле, төймә, тирмә, түңәрәк, ат, ҡат,томан, ҡот, ут, ҡайт,төлкө, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Тт хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

Терпе ҡунаҡ саҡырған.

Ҡалмаһын тип тирә-яҡ:

Ташбаҡа, һуҡыр сысҡан,

Сиңерткә һәм ҡырғаяҡ.

Килеп еткән ҡырғаяҡ,

Аяҡтарын таҙартҡан.

Ҡырғаяғын ҡырғансы,

Терпе йоҡларға ятҡан. (С. Муллабаев).

 

7.Тт өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да [т] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Төлкө бешерҙе бутҡа,

Торна килде ҡунаҡҡа. (З. Биишева).

Б. Тыпылдап тамсылар тама

Беҙ ултырған ҡыуышҡа.

Бал ҡорттары ҡурҡып осто

Тамсы тамған тауышҡа. (Г. Юнысова).

В. Таҫыл минең халҡым,

Тау-урманлы ерем,

Тапҡыр һүҙле телем,

Таң ҡалырлыҡ илем.

Г. Торҡ! Торҡ! Күктә торналар

Тере сылбыр ҡоралар.

Ғ. Таһир, Тәлғәт, Тәнзиләләр

Табышмаҡ табышалар.

Табылмаҫтай табышмаҡтар

Табырға тырышалар.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Та-та-та – Талип тауыҡ ашата,

Ти-ти-ти – саҡыра, ти-ти-ти.

Тә-тә-тә - күршенекен өркөтә,

Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.

Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,

Тө-тө-тө - кәртәнән осоп төштө.

Те-те-те – Талип тағы ем һипте,

Тө-тө-тө - Талиптың еме бөттө.

Б. Тиҙерәк, тигеҙерәк тегергә тырыш Талип:

Тире туның тамамланыр, тектиһәң тирләп, талып.

 

9. Тт өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [т] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Ҡош түгел, оса, ябалаҡтан ҡурҡа,

Һыҙғырһа – урман яңғырата. (Тейен)

Б. Энәһе бар – тотоп булмай, энәһе менән тегеп булмай. (Терпе).

В. Бер бөртөк ер аҫтына күмелде, көҙ етеүгә балалары күренде. (Картуф).

Г. Ҡат-ҡат тунлы, ҡарыш буйлы. (Кәбеҫтә).

Ғ. Яр ситенә теҙелгән, һыуға табан эйелгән.(Тал).

Д. Бер яғы урман, бер яғы ҡорған. (Тун).

Ҙ. Ағас башы туҡылдыҡ, туҡый-туҡый туҡ булдыҡ.(Тумыртҡа).

Е. Ҡумта эсендә кеше, йырлау, һөйләүҙә эше. (Телевизор).

 

10.Физкультминутка.

Һоро ҡаҙҙар осоп килеп

Туғайҙарға төштөләр:

Атланылар, йүгерҙеләр

Һәм күлдәрҙә йөҙҙөләр.

Ял иткәс улар тағы ла

Һауаларға остолар.

Остолар, остолар ҙа,

Тыуған илгә ҡайттылар.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Тт хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Та-ат тә-әт то-от тө-өт ту-ут тү-үт 

Тал-тай-таң-тап-тар-таш-таҙ-таж-тас

ат-эт-от-өт-үт-ут-ят-ет ата-ута-ота-ята-өтә-үтә-этә-итә-етә

атты-утты-отто-итте-этте-етте-ятты-үтте-өттө-бөттө

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, тейен, төлкө һүрәте эсенә Тт хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Тт хәрефе моделен яһау.

4. Телдән хәреф диктанты. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр:А О У Ү Т Й Н М Л Ә Ө а о у ә ө ү л м н й т

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

тот-тоҡ-тор-тос-тоҙ-том

тар-тор-тир-тур-төр-түр

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Тт хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Тт.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Тт баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

тал-тол-тул-тел-тыл ата-ута-ота-итә-үтә-өтә

Атай ат тота. Олатай тәм-том ярата. Тып-тып тамсылар тама.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.