Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Уу өн-хәрефтәре. Умарталыҡта.



6-сы дәрес.

Тема. Уу өн-хәрефтәре. Умарталыҡта.

Маҡсаттар: Уу өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙың фонематик ишетеү һәләттәрен һәм телмәрен үҫтереү, башҡорт балы тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I. Ойоштороу моменты.

 - Китапты мин яратам,

Ташламайым, йыртмайым.

Беләм, сөнки һәр китап

Минең яҡшы дуҫҡайым. (Хор менән ҡабатлау).

 

II. Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (28-се бит). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

(Һүрәттә Уу хәрефтәре бар, тимәк бөгөнгө дәрестә был хәрефтәр менән танышабыҙ. Урман эсендә умарталыҡ. Умартасы бал ҡарай. Айыууны күҙәтә. Ҡуян йөрөй. Тумыртҡа ағас суҡый).

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Уу өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                         Умартасылыҡ.

Бал ҡорто меңәрләгән сәскәләрҙән хуш еҫле бал йыйыуы менән кешеләргә борондан билдәле.

Бал татлы аҙыҡ ҡына түгел, унда алтмыштан артыҡ шифалы дарыу ҙа бар. Тын юлдарына һалҡын тейгәндә, ҡан юғалтҡанда, һыҙланғанда бал алыштырғыһыҙ дауа була. Бал ҡорттарының ағыуы, балауыҙы, инә ҡорт һөтө бик шифалы.

Татлы, шифалы булыуы менән башҡорт балы сит илдәрҙә лә билдәле. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән Халыҡ-ара йәрминкәләрҙә башҡорт балы бер көмөш, өс алтын миҙалдарға лайыҡ булды.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ҡорт балы тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [у] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Уу өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [у] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Бал ҡорто умартала йәшәй».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Өсөнсә һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [у] – ниндәй өн? (Ҡалын һуҙынҡы).

 - «Да-рыу» - ҡайһы берҙә [у] өнө ижек яһамай һәм тартынҡы өн булып килә (йы-йыу, да-уа, а-ғыу, бу-лыу, ҡай-тыу һ.б.).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу Уу.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Уу хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Уу өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Урман, утын, урам, умарта, уян, туған, туғай, ҡурай, бурай, турай, ҡуян, буян, ҙур, матур, ҡурай, бурай, матур, Мансур, ҡаҙау, тау, танау, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Уу хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Уу өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [у] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Уралтауҙа кейек туҡ.

Урман бөтһә, кейек юҡ. (З. Биишева).

Б. Уҡыусылар ағас утай

Урманда.

Урал ғына уйнап йөрөй

Урамда. (Г. Юнысова).

В. Таҫыл минең халҡым,

Тау-урманлы ерем,

Тапҡыр һүҙле телем,

Таң ҡалырлыҡ илем.

Г. Урал саңғыла уҙҙы,

Урманға эҙҙәр һуҙҙы.

Ғ. Урамда ла, урманда ла

Уйнайҙар ул уйынды.

Ул уйынды уйнағанда

Уяулыҡ, уй, урынлы.

Д. Уңған да икән Гөлбикә,

Уҡалы елән теккән,

Ут-ҡыҙыл ептәр менән

Уйҡым-уйҡым гөл сиккән.

 

8.Тиҙәйткес.

- Ухылдашып, уфылдашып,

урманлыҡта,уҫаҡлыҡта

ун утындан усаҡ яҡтыҡ.

Усаҡтағы уҫаҡ уты

Уйландыра уландарҙы.

 

9.Уу өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [у] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Көндөҙ һулай, төндә мышнай. (Танау).

Б.Ауыҙы юҡ, күп теле,

дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун).

В.Үҙе үҫемлек, унан да моңло нәмә юҡ. (Ҡурай).

Г.Ҡойроғон ҡайсылап, ауыҙын тамсылап,

ағасһыҙ-мөйөшһөҙ өй һалды еүешләп. (Ҡарлуғас).

Д. Ағас башы туҡылдыҡ,

туҡый-туҡый туҡ булдыҡ. (Тумыртҡа).

Е. Елһеҙ ҙә ул елкенә, тәңкәләре һелкенә. (Уҫаҡ).

Ж. Эйелә-бөгөлә, аҡ мамығы түгелә,

ҡара күҙе күренә. (Муйыл).

З. Алғы аяғы ҡыҫҡа, сабырға ул бик оҫта. (Ҡуян).

И. Мырҡылдашып ер һөрҙөк,

Һаҙға батып тик яттыҡ. (Сусҡа).

К. Тибенә лә суҡына, тамағы туймай – йәне тынмай. (Тауыҡ).

Л. Үҙе шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. (Ҡарбуҙ).

 

10. Физкультминутка.

- Китапты мин яратам,

Ташламайым, йыртмайым.

Беләм, сөнки һәр китап

Минең яҡшы дуҫҡайым.

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Уу хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

ау оу ыу яу уй-ун-ул-ур-уҙ-уҡ-ут-уң-ус-уф-ух

ута-ура-уҙа-уға-уха-уңа-уба-уҡа ҡул-мул-бул-тул-һул-шул

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү: мәҫәлән, умарта һүрәте эсенә Уу хәрефтәре яҙыу.

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Уу.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А а О о Ө ө У у Ү ү Ә ә.

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

ҡур-ҡуҙ-туҙ-һуҙ-буҙ-бур-ҙур-нур-хур-хуш-хуп һуҡ-туҡ ҡуй-туй-буй

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Уу хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): У у.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Уу баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу): ҡул-мул-бул-тул-һул-шул  Усман утын яра. Рушан уны ташый. Урманда айыу һәм ҡуян.

Муса, Руслан, Мансур, Илнур, Айнур, Тимур, Усман, суртан, урман, ҡойон, ҡуя, урман.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу: бул-бур-буш-буҙ-буй-бут һул-һум-һуҡ-һут-һуҙ-һуң ҡур-ҡул-ҡуп-ҡуш-ҡуй-ҡуҙ суҡ-туҡ-һуҡ-шуҡ-юҡ

5. Дәресте йомғаҡлау.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.