Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Өө өн-хәрефтәре. Йорт ҡоштары.



5-се дәрес.

Тема. Өө өн-хәрефтәре. Йорт ҡоштары.

Маҡсаттар: Өө өн-хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр һәм фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, балаларҙа әүҙемлек тәрбиәләү.

 

I. Ойоштороу моменты.

 - Иртә менән торам да

Йыуынам һәм кейенәм.

Аҙаҡ мәктәпкә барып

Алып ҡайтам «5»леләр. (Хор менән ҡабатлау)

 

II. Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (27-се бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? (Һүрәттә Өө хәрефтәре күрәбеҙ. Өкө ботаҡта ултыра. Өйрәк бәпкәләре менән сәй эсә. Ул көлсәләр бешергән. Улар өй эшләп алғандар. Өйҙөң мөрйәһе бар. Бер өйрәк баҫҡыс буйлап өҫкә менгән).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ө] өнө ишетелде? Ижектәргә бүләйек һәм өндөң һүҙҙә урынын билдәләйек.

 - Кем белде, бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән? (Өө өн-хәрефтәре).

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Өө өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                          Маҡтансыҡ бәпкә .

Өйрәк бәпкәләре инәләре менән йылғаға китте. Тик ала бәпкә генә ашыҡманы. Ә һауала әкрен генә төйлөгән оса ине. Яр буйындағы яңғыҙ өйрәк бәпкәһен күргәс, төйлөгән шатланып ҡуйҙы. Бәпкә һыуға яҡынлаша. Төйлөгән, ҡоро ерҙә бәпкәне эләктерә һалырға уйлап, уҡ кеүек түбәнгә атылды. Төйлөгәндең үткер тырнаҡтары ала бәпкәнең арҡаһына ҡаҙалдылар. Бәпкә шунда уҡ һушынан яҙҙы.

Төйлөгән күтәрелергә теләп, ҡанаттарын ҡаҡты. Ләкин ҡанаттары һыуға тейеп өлгөрҙө. Йөҙә белмәгәс, төйлөгән һыуҙан бик ҡурҡа. Һыуҙа ҡанаттары менән талпына-талпына еүешләнеп бөттө. Осоп китә алманы. Тап шул мәлдә Рәшит менән Әсләм күренде. Улар йүгереп барып, өйрәк бәпкәһен төйлөгән тырнағынан ҡотҡарып ҡалды.

 - Нимәләр тураһында уҡыныҡ?

 - Үҙегеҙ шундай ваҡиғаға осрағанығыҙ бармы?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ө] өнөн ишеттегеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Өө өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ө] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Өйрәк бәпкәһе һушынан яҙҙы» .

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - «Өйрәк» - һүҙендә нисә ижек?

 - Беренсе ижек башында ниндәй өн?

 - [ө] өнө ниндәй? (Нәҙек һуҙынҡы).

2.Өө баҫма хәрефтәре менән танышыу.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Өө хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Өө өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Өкө,өйрәк, өҫтәл, Мөнир, Мөслим, Зөлфиә, көлкө, төлкө,  Өммөгөлсөм, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Өө хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Өө өн-хәрефтәртәре менән тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [ө] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Өшөткөс елдәр иҫте.

Өйрәктәр осоп китте. (З. Биишева).

Б. Өс өйрәк бәпкәһе йөрөй,

Өй алдында ем эҙләп.

 - Өйрәнһендәр үҙҙәре, - тип

Инәһе тора күҙләп. (Г. Юнысова).

В. Өп-өлкән өкө күрҙем,

Өлгөләй ике күҙе.

Г. Өбөрөлө келәмдәрҙе

Өләсәй өйҙә һуға.

Өлгөрҙәрҙе яратам,

Өйрәнсек булам шуға.

Ғ. Өйәңкеле өйрөлмәктә

Өйрәктәр өйөрөләләр.

Өйөрмәләй өйрөлөшөп,

Өркөшөп өйөләләр.

 

8.Тел төҙәткестәр.

А. Рө-рө-рө - япраҡ ярған бит бөрө,

Рө-рө-рө - урманда тыныс йөрө.

Ңө-ңө-ңө - ана айыуҙың өңө,

Нө-нө-нө - үкерә көнө-төнө.

Б. Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.

 

9.Өө өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ө] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Көндөҙ йоҡлай, төндә илай. (Өкө).

Б. Оса – лап-лап, йөҙә - шәп-шәп,йөрөй саҡ-саҡ. (Өйрәк).

В. Тышы – татлы ит, эсе –ҡаты таш, ташының эсендә тағы тәмле аш. (Өрөк).

Г. Кәүҙәһе өйҙә, башы тышта. (Өрлөк).   

Ғ. Дүрт апайға бер яулыҡ. (Өҫтәл).

Д. Үҙе илай, үҙе йырлай. (Көҙ).     

Ҙ. Береһе аҡ булған, береһе ҡара булған. (Көн, төн).

Е. Осоп киләм, осоп киләм, күҙгә эләккәнде тибеп киләм. (Бөркөт).

 

10. Физкультминутка.

Мин атлайым, һин атлайһың:

Бер-ике-өс!

Мин йырлайым, һин йырлайһың:

Бер-ике-өс!

Беҙ атлайбыҙ, беҙ йырлайбыҙ

Беҙ күңелле йәшәйбеҙ.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында үтелгән хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

бө-өб вө-өв гө-өг нө-өн рө-өр лө-өл сө-өс мө-өм кө-өк ҙө-өҙ фө-өф

өс-өн-өр-өт-өф-өҙ-өй-өң-өҫ өкө-Өфө-өнө

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, өкө һүрәте эсенә Өө хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Өө хәрефе моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: Ө ө Ә ә А а О о 

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

Өфө-өнө-өрө-өсө-өңө-өкө-өйө-өшө   

көлө-көнө-көбө-төбө-төнө төтөн төлкө көлкө бөркөт

өслө-өйлө-өңлө-өҫлө өйөм өйөр өң өйөш

көр-көл-көт-көш-көн-көҙ-көс

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Өө хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ө ө.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Өө хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу):

төн төлкө көлкө бөркөт төтөн өтә өрә өшә өнә өҙә өйә  

Төлкө йөрөй. Өкө көндөҙ йоҡлай.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.