Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Үү өн-хәрефтәре.



7-се дәрес.

Тема. Үү өн-хәрефтәре.

Маҡсаттар: Үү өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙың телмәрен, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, тирә-йүнгә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Китапты мин яратам,

Ташламайым, йыртмайым.

Беләм, сөнки һәр китап

Минең яҡшы дуҫҡайым. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (29-сы бит). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Үгеҙ бәйле тора. Һауала ике күгәрсен оса. Үрмәксе ау үргән. Күбәләктәр сәскәләргә ҡуналар. Күркә мамығын ҡабартҡан).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ү] өнөн ишеттегеҙ?

 - Бөгөн беҙ Үү өн-хәрефтөре менөн танышасаҡбыҙ.

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Үү өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ү] өнөн ишетерһегеҙ?

                    Беҙҙең күл.

Беҙ күл буйында йәшәйбеҙ. Уның төньяғында бейек текә тау бар. Көнсығышында ҡалын урман башлана. Беҙҙең күлдә төрлө балыҡтар үрсетелә. Балыҡ үрсетеүҙә беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ҡыш көнө күл өҫтө ҡалын боҙ менән ҡаплана. Балыҡтар боҙ аҫтында тонсоға башлайҙар. Уларға һауа етешмәй. Беҙ күлдә мәкеләр уябыҙ.

Йәй көнө күл буйы бик матур була. Беҙ унда балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, һыу инәбеҙ. Эҫе көндәрҙә ҡомда ҡыҙынабыҙ.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Күл тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ү] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 - Кемдең күл күргәне бар?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Үү өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ү] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу. 

 - «Үгеҙ бәйле тора».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙ нисә ижектән тора?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән тора?

 - [ү] өнө ниндәй? (Нәҙек һуҙынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Ү ү.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Үү хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Үү  өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Үлән, күрән, күрәм, үрмәксе, үтек, күркә, күрә, үрмә, үтмә, сәйнүк, күбәләк, түтәл, күмер, бүләк, Гүзәл, күк, күркә, күҙ, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Үү хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

7.Үү өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [ү] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Үлән урҙым күп итеп,

Үгеҙ ашап туйһын тип. (З. Биишева).

Б. Үрмәксе нескә ептәрҙән

Күкһел күлдәк бәйләне.

Иреп әрәм булыр йә, тип

Үтекләргә йәлләне. (Г. Юнысова).

В. Үгәй инә сәскәһен

Үгәйһетмәгеҙ берүк.

Үрсетеү кәрәк гелән –

Үтә шифалы үлән.

Г. Үркәсте үрләп, үҙәндән

Үткенселеп үткәндә,

Үкһеҙ үкереп үгеҙҙәр

Үтекләйҙәр үҙәнде.

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А.Кәк-күк, кәк-күк – саҡыра кәкүк.

Рүк-рүк-рүк-рүк – туҡтама берүк.

Рәк-рәк-рәк-рәк – саҡыр шәберәк.

Кәк-күк, кәк-күк – ниндәй аяҙ күк.

Б. Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке.

Үгеҙегеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас,

Үгеҙегеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.

В. Үрмәксе, үрмәксенән күрмәксе, үргә үрелеп-үрелеп үрһәләнә.

 

9.Үү өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [ү] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Өй урата ҡыл арҡан. (Мүк).

Б. Оҙон ағай һуҙылып ята,

Балалары теҙелеп ята. (Түбә таҡталары).

В. Ат егелмәгән сана

Бер сигенә, бер бара. (Үтек).

Г. Сыбар ала күлдәге, тотһаң уңа биҙәге. (Күбәләк).

Ғ. Үҙе йомортҡа баҫмай,

балаһын да баҡмай. (Кәкүк).

Д. Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрсөк

Гөлкәй ҡыҙыл ситекле. (Күгәрсен).

Ҙ. Көндөҙ асыла, төндә ябыла. (Күҙ).

Е. Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә ҡабара. (Күркә).

Ё. Ишектән инә, сөйгә ҡуна. (Бүрек).

Ж. Өйрәге йылғала, ҡойроғо ҡоймала. (Сүмес).

 

10. Физкультминутка.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Сәскә нисек үҫкәнен.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай үҫәләр.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡоштар нисек осҡанын.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай осалар.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡыҙҙар нисек бейейҙәр.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай бейейҙәр.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Үү хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

үт-үс-үк-үр-үҙ-үп-үҫ     

 үтә-үлә-үсә-үрә-үҙе-үбә-үҫә-үлән 

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, үгеҙ, үрмәксе һүрәте эсенә Үү хәрефтәре).  

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Ү ү.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А О Ә Ө У Ү а о ә ө ү. 

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: күл-күр-күс-күҙ-күп-күм-күк-күн мүк-түк-сүк-сүс-сүп-сеү

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Үү хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Үү.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Үү баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу): 

үреү-үҫеү-үтеү-үтәү-үсәү    

Бүлмәлә гөл үҫә. Күк күгәрсен күктә оса.

Күп күркәләр үләндә йөрөй.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.