Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тема. Әә өн-хәрефтәре. Йорт хайуандары.



3-сө дәрес.

Тема. Әә өн-хәрефтәре. Йорт хайуандары.

Маҡсаттар: өн-хәрефте үҙләштереү, телмәр үҫтереү, йорт хайуандарына ипле ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Матур итеп утырабыҙ,

Бөтә әйбер тәртиптә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II. Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

 1. Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (25-се бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? ( Әә хәрефтәрен күрәбеҙ, тимәк бөгөн шул хәрефтәр менән танышабыҙ. Ҡойма башында әтәс ҡысҡыра. Ләләәсәһе менән өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Әсәһе күстәнәскә алмалар алып килгән. Ләлә өләсәһен ҡосаҡлай. Эскәмйәлә бесәй ултыра. Бәпембә үләндәре үҫә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ә] өнөн ишеттегеҙ?

 - Тағы ниндәй йорт хайуандарын беләһегеҙ? (20-21-се биттәр буйынса әңгәмә).

 2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Әә өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                      Батыр әтәс.

Төлкө тирә-яғына ҡаранды. Ул бер ҡурҡыныс та һиҙмәне. Ярыҡ аша тауыҡ кетәгенә инде. Ҡараңғы төндә йыртҡысты һиҙеп, тауыҡтар ҡурҡыштылар. Төлкө шул арала береһен эләктереп тә алды. Әтәс тауыҡҡа ярҙамға ташланды. Ул төлкөнөң күҙҙәрен суҡып алды. Иртәгеһен кешеләр кетәктә иҫһеҙ ятҡан төлкөнө күрҙеләр. Батыр әтәс төлкөнө еңде, тауыҡтарҙы һаҡлап ҡалды.

 - Нимә тураһында тыңланыҡ?

 - Улар тураһында нимәләр белдек?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ә] өнөн ишеттек?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Әә өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ә] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Әтәс төлкөнө еңде». Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән тора?

 - [ә] ниндәй өн? (Нәҙек һуҙынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Әә.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Әә хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Әә өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Әлиә, Әнисә, Әлимә, әсәй, әтәс, сәскә, сәс, сәсә,Әнәс, килә, китә, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Әә хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

7. Әә өн-хәрефтәре менән һанашмаҡ, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [ә] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Әрмәнде һуҙған телен,

Әйҙә, кил дә ҡун, себен. (З. Биишева).

Б. Өй алдында эреләнеп,

Әтәс йөрәй яңғыҙы:

 - Таңдан тороп, көн дә мин, - ти, - 

Уятам барығыҙҙы. (Г. Юнысова).

В. Әбәк-әбәк уйнаныҡ,

Әҙ-мәҙ уйнап туйманыҡ,

Әсәйҙәргә ярҙам иткәс,

Әүәлгесә уйнайыҡ.

Г. Әнәс ҡапҡаны асты,

Әтәс урамға ҡасты.

Ғ. Әкрен генә әүрәтә лә

Әбейҙең әкиәттәре,

Әүҙем генә әүелйетә

Әүәйгә әүкәйҙәрҙе.

Д. Әллә Әхәт, әллә Әнәс,

Әллә Әнисә әйткән:

 - Әтәс үҫкәс себеш була,

Күркә үҫә өйрәктән.

 

8. Тел төҙәткестәр, һанашмаҡ ятлау.

А. Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне.

Б. Сә-сә-сә - Әнисә сәскә сәсә.

Ҫә-ҫә-ҫә - сәскәләр бик шәп үҫә.

В. Гә-гә-гә - кәзә килгән кәзәгә,

Тә-тә-тә - тәмле икән кәбеҫтә.

Г. Әбей бутҡа бешергән,эсенә сысҡан төшөргән.

Уны алайым тиәнсе, биш бармағын бешергән.

 

9.Әә хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [ә] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Башында тарағы, тәпәйендә һәнәге, шуны табығыҙ, йә әле. (Әтәс).

Б. Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә ҡабара. (Күркә).

В. Ҡат-ҡат тунлы, ҡарыш буйлы. (Кәбеҫтә).

Г. Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ. (Әтәс).

Ғ. Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек, ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,

Әсе лә, татлы ла, йотайым тиһәң, ташлы ла. (Сейә).

Д. Аттан бейек, эттән тәпәш. (Эйәр).

Ҙ. Һурпаһын эсәләр, итен түгәләр. (Сәй).

Е. Өҫтәлемдә аҡ үгеҙ, маңлайында бер мөгөҙ. (Сәйнүк).

 

10. Физкультминутка.

Ел иҫә, иҫә, иҫә,

Ағастарҙа тирбәлә.

Ел тыма, тыма, тыма,

Ағастар үҫә, үҫә, үҫә.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Әә хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу:

бә-вә-гә-дә-ҙә-зә-кә-лә-мә-нә-ңә пә-рә-сә-тә-фә

әсә-сәсә-сәсән

2.Һәр төрлө фигураларҙы Әә хәрефтәре менән биҙәү (мәҫәлән, әтәс һүрәте).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Әә.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А а ә Ә

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

сәй-сәс-сәм-сәр-сәп

йәм-йәш-йәл-йәр-йәй-йән

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Әә хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Әә баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Әммә, әллә, әсә, сәсә, сәсәй, ләлә, кәмә, бәлә, мәл, ләм, кәзә, кәсә, әтәс, сәсән, сәләм, хәләл, ҡәләм, шәкәр, йәш, йәшә, йәй, йәйләй, йәйә, йәм, йәмләй.

Йәмилә йәймә йәйә. Сәкинә мәк сәсә.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.