Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Аа өн-хәрефтәре. Ҡыр йәнлектәре.



2-се дәрес.

Тема. Аа өн-хәрефтәре. Ҡыр йәнлектәре.

Маҡсаттар: Аа өн-хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙың ишетеү-тыңлау һәләттәрен, ижади фекерләүҙәрен, телмәрен үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

I. Ойоштороу моменты.

 - Ҡара әле, уҡыусым,

Дәрескә һин әҙерме?

Дәфтәр, ручка һәм китаптар

Бөтә ерҙә тәртипме? (Хор менән ҡабатлау).

 

II. Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1. Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (24-се бит). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Аа хәрефтәре күрәбеҙ, тимәк бөгөн шул хәрефтәр менән танышабыҙ. Айыу биленә асҡыс тағып алған, баҫманан һыу аша сығып бара. Аҡҡош һыуҙа йөҙә. Һыуға алма төшкән. Күл ситендә ҡамыштар үҫә. Алыҫта ҡайын һәм шыршы ағастары күренә. Күктә ай йөҙә. Юлдан автобус елә.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [а] өндөре ишетелә?

 - Тағы ниндәй ҡыр йәнлектәре беләһегеҙ? (22-23-сө биттәр буйынса әңгәмә).

 

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [а] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Һоро айыу.

Һоро айыу – бик һиҙгер кейек. Аҙыҡ табыуҙа уға еҫ тойоу һәләте ярҙам итә. Һоро айыу яңы итте лә, үләкһәне лә талымһыҙ ашай. Ул балыҡ тота, бал ярата. Бешеп килгән һоло башағы уға бик оҡшай. Тәм-том – айыуҙың ҡәҙерле һыйы. Еләк-емеш өлгөргәндә, ул ҡыуаҡлыҡтарҙан сыҡмай. Айыу – һәйбәт һунарсы. Йәнлектәргә ныҡ асыҡҡанда ташлана. Кешегә, тыныслығын боҙмаһаң, тейә һалмай.

 - Нимә тураһында тыңланыҡ?

 - Уның тураһында нимәләр белдек?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [а] өнөн ишеттек?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Аа өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, кәрәкле өндө табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Айыу бал ярата». Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - «Айыу» һүҙендә нисә ижек?

 - Тәүге ижектә нисә өн ишетелә?

 - [а] - ниндәй өн? (Ҡалын һуҙынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Аа.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Аа хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Аа өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

 - [а] өнө булған ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ?

Алма,аҡҡош, ат, ағай, апай, атай, олатай, ҡала, бала,Айгизә, Айгөл, Айнур, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа Аа хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Аа өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Был хәтерҙе һәм артикуляцияны үҫтерә. Уларҙан да [а] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Алма беште алланып,

Ашай Морат шатланып. (З. Биишева).

Б. А-нан башлап уҡыған,

Аң-белемде мул йыйған.

В. Алма ашаусы малайға

Ай өндәшә, күр әле:

 - Айрат, миңә лә ағастан

Алма алып бир әле! (Г. Юнысова).

Г. Аҡтырнаҡ аш ашағанды

Алабай абайламай.

Алдынғы Аҡморондо

Абалай ҙа абалай.

Ғ. Арғымаҡҡа атланып

Азамат алдан елә,

Айҙар артынса килә,

Айгөл ай-һайлап көлә.

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А. Алланған алма аша,

Балдары тама-тама.

Аша алһыу алманы,

Балына мана-мана.

Б. Баныу баҡ-баҡ тип баҡылдаған баҡаны быуаға ташланы.

В. Ба-ба-ба – тәгәрәй икән арба.

Ма-ма-ма – арбаға яҡын барма.

 

9.Аа өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Был балаларҙа тыңлау, ишетеү, логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен үҫтерә. Балалар яуаптарҙа [а] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш. (Арпа).

Б.Урманда йөрөй, умартанан бал көрәй. (Айыу).

В. Ҡыҙарып беште, ергә төштө. (Алма).

Г. Бештем, бештем дә икегә айырҙым.

Береһен ҡойҙом, береһен ҡалдырҙым. (Айран һәм май).

Ғ. Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ, йөрөй күлдә яр буйлап. (Аҡҡош).

Д. Ауыҙы бар – көйшәмәй, теше бар – тешләмәй.

Ултырһаң – күтәрер, етәкләһәң – эйәрер. (Ат).

Е. Ағас башында көмөш алҡа. (Ай).

Ё. Ике ағай йәнәш бара, бер-береһен уҙыша бара. (Аяҡтар).

Ж. Ямауы бар, йөйө юҡ. (Ала һыйыр).

 

10. Физкультминутка.

Аҡ ҡуяндар ултыралар

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Бына шулай, бына шулай,

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Ҡуянҡайҙар өшөйҙәр,

Һикереп алырға кәрәк.

Бына шулай, бына шулай,

Һикереп алырға кәрәк.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Аа хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу: ат-ал-ар-ас-аш-ам-аҙ-ай-ан-аҫ-аң-ап-аҡ.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, алма, ат һүрәте эсенә Аа хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Аа хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан Аа хәрефтәрен табып күрһәтәләр.

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: аша-ата-ала-аса-ана-аға-аҙа-ауа-апа-ара

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Үтелгән хәрефтәрҙе печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Аа.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Аа баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу): Алла алма ала. Алина аш ашай.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.