Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ыуаҡ артынан ботаҡ һынған тауыш ишетелә.



Ҡыуаҡ артынан ботаҡ һынған тауыш ишетелә.

САЛАУАТ.(Шым ғына). Кемдер килә, буғай.(Икенсе ҡыуаҡ артына йәшенә).

Хәким сыға. Ҡәнәғәт йөҙ. Килеп ҡыуаҡ ситен асып ҡарай.

ХӘКИМ. Һа, яндарҙы алғандар. (Тирә-яҡҡа ҡарай). Беҙ һындырғанды барыбер белә алмай улар. Хәмиттең башы эшләй.(Тағы ла ҡыуаҡ ситенә килә.Ҡурай еләге ашай башлай). Шәп иттек үҙҙәрен! Инде әллә кем булып йөрөмәҫтәр. Еләк! Ҡурай еләге лә бешеп киткән икән. Шәриф ошонда киләм тине буғай.

Ҡурай еләген ашай башлай. Ҡыуаҡ артында ағас һына. Ҡапыл Хәмиткә 2-3 метр етәрәк ҡыуаҡ артынан айыу ҡалҡа. Үкерә. Хәмит ҡатып ҡала. Ипләп кенә артҡа шыла. Айыу ҙа яҡыная. Хәмит Айыуға ҡараған килеш эйелеп ботаҡ алырға иткән мәлдә икенсе ҡыуаҡ артынан Салауат һикереп килеп сыға ла айыуға ташлана. Уның һыртынан аҫтына инеп бысаҡ ҡаҙай. Айыу үкерә. Икеһе лә ҡолай. Хәким таш булып ҡатып тора ла, “Үлтерҙе! Айыу! Салауат!” тип һөрәнләп ауыл яғына сығып китә.

9-сы күренеш.

Сәхнә ҡараңғы. Ауыл яғынан йүгереп килгән кешеләр тауышы ишетелә. “Ҡайҙа?Ҡайҙа?”, “Йәһәтерәк булайыҡ. Ҡаны ағып бөтөп хәлһеҙләнмәһен!” “Мин Салауатты күтәрәм”, “Беҙ айыуҙың тиреһен тунай торабыҙ!” “Салауаттың бысағын аҙаҡ беҙгә алып килерһегеҙ!” Сәхнә яҡтырмай. Ундағы декорациялар үҙгәрә.

Ауыл өйөнөң эсе. Зөләйха ҡамырҙан бәрәмәстәр яһай. Мөйөштә мейестә ут яна. Шул саҡ борсоулы ҡиәфәттә Гөлбикә килеп инә.

ЗӨЛӘЙХА. Гөлбикә? Ҡайттығыҙҙамы ни? Күрше ауылдағы Марусяларға барманығыҙмы ни?

ГӨЛБИКӘ. Барманыҡ шул. Әсәйем ебәрмәне. Ярай ебәрмәгән. Йәйәүләп атларға бит. Ташморон  яланы аша үтер кәрәк.

ЗӨЛӘЙХА. Булһа ни? Гел шунан йөрөйбөҙ ҙә?

ГӨЛБИКӘ. Бәй, ишетмәнеңме ни?

ЗӨЛӘЙХА. Нимәне?

ГӨЛБИКӘ. (Ҡолағына яҡыныраҡ килеп). Салауатты?

ЗӨЛӘЙХА. (Борсолоп) Салауатты? Әллә берәй хәл булғанмы?

ГӨЛБИКӘ. Эй, әхирәткәйем! Һин ошо өйҙән сыға белмәнең инде.

ЗӨЛӘЙХА. Әсәйем бер ергә лә ебәрмәй шул. Йә, әйт инде? Нимә булған Салауатҡа? Әллә  берәйһе туҡмағанмы?

ГӨЛБИКӘ. Һы, туҡмарһың Салауатты. Ул үҙе әллә кемдәрҙең кәрәген бирер. Һин ысынлап ишетмәнеңме?

ЗӨЛӘЙХА. Юҡ шул.

ГӨЛБИКӘ. Ниңә, эргә-тирәләге бар ауылдарҙа ла халыҡ геү килә. Бындай ҡыйыу йөрәкле бала быуатҡа бер тыуа, тиҙәр ҡарттар. Бөтә ырыуҙы шаҡ ҡатырҙы, ти атайым.

ЗӨЛӘЙХА. Нимәгә?

ГӨЛБИКӘ. (Тантаналы тауыш менән). Белгең килһә, уны яландан минең атайым күтәреп алып ҡайтҡан!

ЗӨЛӘЙХА. Күтәреп? Имгәнгәнме ни?

ГӨЛБИКӘ. Һы, айыу һынлы айыу менән көрәшһен дә...

ЗӨЛӘЙХА. Айыу? Ҡайҙа?

ГӨЛБИКӘ. Һуң әйттем дә инде. Ташморон  яланында.. Шуға әсәйем мине ебәрмәне.

ЗӨЛӘЙХА. Салауат ныҡ имгәнгәнме?

ГӨЛБИКӘ. Яурынының тиреһен һыҙырып алған, ти ул айыу. (Бергәләп бәрәмәс эшләй башлайҙар) .

ЗӨЛӘЙХА. Уй ныҡ ауырталыр инде. Һин үҙен күрмәнеңме?

ГӨЛБИКӘ. Күрҙе ти. Мине унда кем индерһен? Зөбәйер ағайымдан һорашҡайным, әле иҫенә килмәгән. Яраларын үләндәр һалып бәйләгәндәр, ти.

ЗӨЛӘЙХА. (Борсолоп). Үлмәҫ тә ул?

ГӨЛБИКӘ. Юҡ, юҡ! Ҡартатаһы кеүек йөҙгә тиклем йәшәр әле ул.

ЗӨЛӘЙХА. Шулай шул.(Көлөшәләр).

ГӨЛБИКӘ. Ҡара әле, Зөләйха, һиңә бер нимә күрһәтәм. Бер кемгә лә әйтмә, йәме.

ЗӨЛӘЙХА. Нимә ул?

ГӨЛБИКӘ. Зөбәйер ағайым белеп ҡалһа, кәрәгемде бирәсәк.

ЗӨЛӘЙХА. Әйтмәйем. Йә, күрһәт инде?



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.