Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.



Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.

САЛАУАТ. Бәй, Аллағыуат һаман килмәгәнсе? Әллә берәй хәл булғанмы?

(Түмәргә ултыра. Көтә. Бысағын ҡарай). Елле бысаҡ! Һунар бысағы. Үткән йыл Һабантуйҙа көрәштә еңгән өсөн ҡартатайым бүләк иткәйне. Тылсымлы бысаҡ ул. Яуыз уйҙағы эштәрҙе эшләшмәй. Тик изгеләре өсөн, йә булмаһа берәй хайуандан һаҡланыу өсөн генә ҡуллан, тигәйне. Ниңә уҡ юнып, ян эшләү изге инде ул...

Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.

САЛАУАТ. Аллағыуат? Ниңә ағарынғанһың?

АЛЛАҒЫУАТ. (Әрнеп). Их, ҡайҙа булды икән?

САЛАУАТ. Нимә?

АЛЛАҒЫУАТ. Йәшел һаҙға тиклем барып ҡараным. Тауға ла мендем. Юҡ! Бер ерҙә лә! Кем генә урланы икән?

САЛАУАТ. (Хафаланып). Әллә... балапандымы?

АЛЛАҒЫУАТ. (Баш һелкә). Ыһ!

САЛАУАТ. Һин...һин... Яҡшылап ҡараныңмы?

АЛЛАҒЫУАТ. Юҡ, юҡ бер ерҙә лә юҡ. Ситлеге-ние менән. Хатта ҡара япмаһын да алғандар. Балапаныбыҙ имен генә булһа ярар ине.

САЛАУАТ. Терелер! Улар ҙа шул һунар өсөн алғандыр.

АЛЛАҒЫУАТ. Хәҙер нимә эшләйбеҙ?

САЛАУАТ. Балапанды эҙләйбеҙ. Табып... ҡотҡарабыҙ!

АЛЛАҒЫУАТ. Нисек?

САЛАУАТ. Уйлашырға кәрәк. Тәүҙә ауылдағыларҙың кемеһенә һунар бөркөтө кәрәк икәнен асыҡлайыҡ.

АЛЛАҒЫУАТ. Кемдән һорашабыҙ? Беҙҙен балапаныбыҙ барлығын бер кем дә белергә тейеш түгел тигәйнек бит. Бөтә уйлағандарыбыҙ юҡҡа сыға инде.

САЛАУАТ. Шулай шул. Ике баш берәүҙән яҡшыраҡ. Уйлашайыҡ.

АЛЛАҒЫУАТ. Балапан тик беҙҙең ҡулдан ғына ашарға өйрәнде. Асығып үлеп ҡуймаһын. Йәһәтләйек!

САЛАУАТ. Эйе. Тиҙерәк булайыҡ. Былай итәбеҙ. Һин ауылға ҡайт та Зөбәйергә бар. Хәлде һөйлә. Йәһәт кенә икәүләп кире муйыллыҡҡа килегеҙ. Мин ошонда көтәм.

АЛЛАҒЫУАТ. Ярай, Салауат!

Сыға. Салауат  яңғыҙы.

8-се күренеш.

САЛАУАТ.(Һынған яндарҙы ҡарап). Быныһының тарамышы һәйбәт кенә.(Ҡырҡып ала). Их Балапан, Балапан! Һине барыбер табасаҡбыҙ. Тик һин генә бирешмә, йәме. Бирешмә! Ҡанаттарың нығынып, күҙҙәрең асылған булһа, моғайын, үҙең беҙҙе эҙләп табыр инең. (“Егеткә” тигән шиғырын һөйләй)

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,

Унан бейек осор ыласын бар.

Ыласындан да бейек оса торған

Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,

Таянғанда таян дуҫтарға...

Табып ҡына алайыҡ әле. Йәннебеҙҙәй күреп һаҡларбыҙ.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.