Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Салауат атыуҙан туҡтап.



Салауат атыуҙан туҡтап.

САЛАУАТ. Йә!

СӘЛИМ. Салауат! Мин...мин башҡа Хәкимдәр менән булмайым! Һеҙҙең менән булам.

САЛАУАТ. Һин шәп егет, Сәлим! Әлегә бергә йөрөтөрбөҙ. Тик Хәким менән дуҫлашмаһаң ғына. Мин бит бында бер үҙем түгел. Ана, Аллағыуат ни тиер?!

АЛЛАҒЫУАТ. Мин риза, Салауат! Аҙаҡ Зөбәйерҙән һорарбыҙ! (Дуҫының бергә булырына ҡыуанып). Кил, Сәлим! Һинең сират! (Атырға саҡыра).

Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.

САЛАУАТ. Төҙләгәндә уҡ башағын сәптән саҡ ҡына юғарыраҡ төҙә. Уҡ башағы аҫҡа тарта ул. Тимер бит. Ауыр.

АЛЛАҒЫУАТ. Уң ҡулыңды ҡалтыратма!. Ара яҡын. Керешеңде бик ныҡ тартма! Йә, төҙәнеңме? Ат!

Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.

АЛЛАҒЫУАТ. Ур-ра! Тейҙе!

САЛАУАТ. Сәлим! Бына күрҙеңме? Гел дә шулай атһаң, һинән көслө уҡсы сығасаҡ.

АЛЛАҒЫУАТ. Ә-й, сыпсыҡ атырға онотоп ҡуймайыҡ. Балапанға. (Серҙе сискәнен иҫенә төшөрөп, ҡапыл Салауатҡа ҡарай. Салауат, ниңә серҙе асаһын, тигәндәй уға шелтәле ҡараш ташлай).

СӘЛИМ. (Ғәжәпләнеп). Балапан?

САЛАУАТ. (Һүҙҙе икенсегә бороу өсөн). Ә-ә-ә, эйе, атайым бөркөт балаһына сәпсек атып алып ҡайт, тигәйне шул. Әйҙә, асыҡҡараҡ сығайыҡ та.

АЛЛАҒЫУАТ. Ана, бер ҡош. Атып ҡарайыммы?

САЛАУАТ. Ат, ат. Алғараҡ төҙә. Ҡош шәп оса.

Ата. Теймәй.

СӘЛИМ. Их, теймәне!

САЛАУАТ. Ҡана, үҙем атайым әле?! (Ата).

АЛЛАҒЫУАТ. Тейҙе, тейҙе! Ур-ра!

СӘЛИМ. Ҡайҙа?

АЛЛАҒЫУАТ. Ана, ҡош таш кеүек аҫҡа төшә.

СӘЛИМ. Вәт шәп!

АЛЛАҒЫУАТ. ( Һыҙғырып). Салауат булһын да тейҙермәһен инде. Беҙҙең Салауат шулай ул, Сәлим!

Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.

САЛАУАТ. Ҡоштоң ҡайҙа төшкәнен иҫләнеңме, Аллағыуат?

АЛЛАҒЫУАТ. Эйе.

САЛАУАТ. Беләһегеҙме, егеттәр! (Аллағыуатҡа мәғәнәле ҡарап).  Һунар бөркөттәре ошолай атып ҡолатҡан ҡошто ергә төшмәҫ борон һауала уҡ тотоп алып хужаһына килтерә, ти. Әле теге сәпсекте ҡасан табабыҙ, билдәһеҙ.

АЛЛАҒЫУАТ. Әллә уҡ-һаҙаҡтарҙы ошонда ғына йәшереп китәйекме?

САЛАУАТ. Була инде. Иртәгә тағы килербеҙ. Сәлимгә өйрәтәһе бар бит әле. Әйҙә бынау ҡыуаҡ артына һалайыҡ та...

Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.

АЛЛАҒЫУАТ. Сәлим, әйҙә киттек, ҡошто табайыҡ!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.