Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Йырлай-йырлай сығып китәләр.



Йырлай-йырлай сығып китәләр.

4-се күренеш.

Кескәй аҡлан. Ситтә бейек ҡыуаҡ. Янында ағас түмәр. Салауат инә. Ҡулында уҡ-ян. Бер көйҙө һыҙғырып, уҡ атышырға урын һайлай. Түмәр янына килә. Аҙаҡ артҡараҡ сигеп уға ҡарай. Ҡош тауышы ишетелә. Өҫкә ҡарай. Шунан түмәргә баҫып, тирә-яҡҡа ҡарай, кемделер эҙләй ҙә әсе итеп һыҙғырып ебәрә. Аллағыуат килеп инә.

АЛЛАҒЫУАТ. Таптыңмы?

САЛАУАТ. Бына ҡара! (Түмәргә күрһәтә).

АЛЛАҒЫУАТ. Шәп! (Ҡысҡырыбыраҡ) Сәлим! Кил! Таптыҡ!

Сәлим килеп инә.

САЛАУАТ. Сәлим! Түмәргә ултыртырлыҡ ағас торонбаштар килтер! Бесәнселәр усағында барҙыр. Аллағыуат, кил!

Сәлим сыға. Аллағыуат менән Салауат түмәр янына килә.

Түмәрҙән биш аҙымдай ара һанайҙар.

АЛЛАҒЫУАТ. Туҡтап тор. Хәҙер! (Йүгереп бер таяҡ килтерә). Бына ошоно һалайыҡ!

Таяҡ һалалар. Салауат тағы ла һанай. Аллағыуат тағы ла бер таяҡты һала.

САЛАУАТ. Булды!

Сәлим йүгереп инә. Ҡулында торонбаштар. Уларҙы ергә ҡуя.

САЛАУАТ. Афарин, Сәлим! Береһен түмәргә ҡуй әле! (Сәлим ҡуя).

СӘЛИМ. Булдымы?

Салауат уғын тоҫҡап уға атып ҡарай.

САЛАУАТ. Быныһы ҙур. Бәләкәйерәген ҡуй!

Сәлим ҡуя. Салауат тейҙерә.

СӘЛИМ.(Һоҡланып). Шә-әп! Ҡана мин дә! (Ата, теймәй).

АЛЛАҒЫУАТ. Хәҙер мин! (Тейҙерә).

СӘЛИМ. Тағы ла бер атайым әле?!

САЛАУАТ. Ат, ат! Ярыш түгел бит. Өйрәнәбеҙ генә.

Сәлимдең уғы теймәй.

СӘЛИМ. Әй, минән уҡсы сыҡмай. Хәҙер көлөрһөгөҙ инде.

САЛАУАТ. Юҡсы, кем көлһөн! Берәү ҙә белеп тыумай. Беҙ бит Аллағыуат, Зөбәйерҙәр менән гел дә сығабыҙ. Ә һин тәүгә генә. (Сәлим янына килеп). Һин бит ауылда иң көслө малай.

СӘЛИМ. Барыбер теге юлы көрәштә  һиңә етеүсе булманы.

САЛАУАТ. Беләктәге көс кенә етмәй. Таҫыллыҡ та кәрәк. Әле атырға сыҡтыҡ, аҙаҡтан бергәләп көрәшергә лә өйрәнәбеҙ әле.

СӘЛИМ. Һеҙҙә күңелле шул!

Шулай атышалар.

АЛЛАҒЫУАТ. (Атыуҙан туҡтап). Беҙҙең менән булғың киләме? (Үҙе Салауатҡа ҡарай. Салауат уҡ ата.)

СӘЛИМ. Нисек?

АЛЛАҒЫУАТ. (Сәлимдең янына яҡын килеп). Салауат риза булһа, мин риза. Әйҙә әйтәйек!

СӘЛИМ. Әй, минең кеүек уҡты сәпкә тейҙерә белмәгәнде...

АЛЛАҒЫУАТ. Улай тимә әле. Һин Салауатҡа үҙең әйт! Ул ҡыйыу егеттәрҙе ярата.

СӘЛИМ. Әллә...

АЛЛАҒЫУАТ. Әйт, үкенмәҫһең. (Салауатҡа). Салауат, Сәлимдең һиңә бер һүҙе бар!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.