Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Шәриф килтерә. Хәким береһен алып урталай һындыра.



Шәриф килтерә. Хәким береһен алып урталай һындыра.

ХӘКИМ. Бына һеҙгә! Бына! (Шәриф тә бер янды һындыра. Шул саҡ бөркөт тауыш бирә. Ярһыған Хәким ситлеккә яҡын килеп). Әле һин дә яҡлашаһыңмы уларҙы? ( Хәмит ҡаршыһына Шәриф сыға).

ШӘРИФ. Хәким, туҡта! Бөркөт балаһы беҙгә кәрәк бит! Теймә!

Хәким тыныслана төшә.

ХӘКИМ. (Ситлекте ала). Эйе, һин беҙгә кәрәкһең әле. Беҙ ҙә һунарҙа үҙебеҙҙе күрһәтербеҙ!

ШӘРИФ. Ситлекте теге үҙебеҙҙең ҡыуышҡа йәшереп ҡуяйыҡ...

Ситлекте алып сығып китәләр.

6-сы күренеш.

Аллағыуат сыға. Ҡулында төргәк. Шәп килеп юлдағы ян һыныҡтарына абынып йығыла. Төргәге бер яҡҡа оса.

АЛЛАҒЫУАТ. Аһ! Сысҡандарым ҡаса! (Һикереп тора ла моҡсай яғына ашыға). Береһе ҡалған икән. Мыраубикәнең тыранғынан саҡ алып ҡалғайным икеһен дә. Ҡарап ҡына тормаһаң, уйната, уйната ла ашай ҙа ҡуя ул мәсекәй. Тәмлене ярата. Ярай, балапан, бер сысҡан етеп торор бөгөнгә. Юл уртаһына кем таяҡ ташлағандыр. Иртәнсәк юҡ ине. (Таяҡты ала. Салауаттың билдәһен күрә). Был бит... был бит беҙҙең ян! (Хафаланып тирәләп ҡарай). Бына минеке, бына Сәлимдеке...кем шулай ҡыланды икән? Их, юҡҡа ҡалдырып киттек әле шул яндарҙы?!

Салауат килеп инә.

САЛАУАТ. Аллағыуат? Нимә булды?

АЛЛАҒЫУАТ. (Ян киҫәген биреп). Бына! Кемдер һындырып киткән.

САЛАУАТ. (Борсолоп) Эйе, ҡылғандар! Береһе лә ҡалмағанмы?

АЛЛАҒЫУАТ. Өсөһөн дө һындырғандар.

САЛАУАТ. Ә уҡтары иҫәнме?

АЛЛАҒЫУАТ. Әлләсе, ҡараманым. (Барып ҡарай). Уҡтары ята!

САЛАУАТ. Ярай әле яндарҙы ғына һындырғандар. Уҡтың башаҡтары ҡәҙерле бит.

АЛЛАҒЫУАТ. Шулай ҙа ул. Нисек һәйбәт итеп эшләгәйнек.

САЛАУАТ. Ҡайғырма, дуҫҡай! Яңыларын быларҙан да яҡшыраҡ итеп яһарбыҙ.

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡасан? Әле мин балапанды ашатырға китеп барам.

САЛАУАТ. Ҡасан, тиһеңме? Муйыллыҡ яҡын бит. Мин ауылға ҡайтып үткер бысаҡ килтерәм. Ә һин бөркөттө ашатып кил дә, мине ошонда көт, йәме.

АЛЛАҒЫУАТ. Ярай. Килештек!

Салауат та, Аллағыуат та сыға.

7-се күренеш.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.