Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.



Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.

СӘЛИМ. Ней, теге, беҙ асыҡланыҡ шикелле...

САЛАУАТ. Кем?

АЛЛАҒЫУАТ. (Ҡыйыуһыҙ ғына). Әлегә тап шул тип әйтә алмайбыҙ...

СӘЛИМ. Һин борсолма. Табырбыҙ...

САЛАУАТ. Их, балапан! Мин дә эҙләшер инем...Аһ!

 

11-се  күренеш.

Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә.

Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.

ХӘКИМ. Һаумыһығыҙ!

АЛЛАҒЫУАТ. Һы, һаулыҡ һорашҡан була. Ҡурҡаҡ!

ХӘКИМ.Ә-ә-ә...ней...Салауат...

САЛАУАТ. Кем? Егеттәр?

АЛЛАҒЫУАТ. Салауат, Хәким килгән!

САЛАУАТ. Үт, үт, Хәкимйән!

ХӘКИМ. (Салауатҡа яҡын килеп). Һаумы Салауат! Мин...мин...һиңә бурыслымын. Рәхмәт әйтергә килдем. Ҡотҡарҙың.

АЛЛАҒЫУАТ. Рәхмәт әйтә беләһең икән.

САЛАУАТ. Үҙеңә лә... рәхмәт. Ярҙам саҡырғанһың. Ыһ!

ХӘКИМ. Теге ни... мин... теге юлы яндарығыҙҙы һындырғаным өсөн... ғәфү үтенәм!

СӘЛИМ. Ах, ҡәбәхәт, кем икән тип баш ватҡан булабыҙ. Һеҙҙең этлек булдымы?

ХӘКИМ. Һин үҙең бит... Салауаттарға ҡушылғанһың... шуға.

СӘЛИМ. Ҡушылһа ни! Айыу соҡорона бер үҙемде кем ташлап китте? Кем?

САЛАУАТ. Йә, егеттәр, талашмағыҙ!

Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.

ХӘКИМ. (Ҡыуанып). Шәриф! Эй өлгөрһөң дә инде. Шәп!

ШӘРИФ. Һаумыһығыҙ! (Ситлекте Хәкимгә тапшыра).

ХӘКИМ. Салауат! Мин һиңә ғүмерем менән бурыслы. Һиңә...һеҙгә...барыһы өсөн дә ғәфү үтенәбеҙ. Бына! (Ситлекте Салауат янына ҡуя).

Аллағыуат, Сәлим ояға ташланалар. Икеһе бергә “Балапан!” тип шатлана. Ситлектең япмаһын  асалар. Бөркөт балаһы тауышлана. Аллағыуат, Сәлим ситлекте алып Һыйпайҙар,. Салауатҡа күрһәтәләр. Хәким, Шәриф бер ситкә баҫа.

САЛАУАТ. Балапан! Ҡайттыңмы? Беҙҙең тауышты танып ҡыуана бит ул. (Ситлекте һыйпай). Үҙеңдә егетлек тә бар икән Хәким. Атайым әйтә, хата ҡылыуыңды таныу – үҙе батырлыҡ , ти. Балапан! Бирешмәгәнһең!

АЛЛАҒЫУАТ. Әллә бер күҙе тулыһынса  асылған инде, ҡара, Сәлим!

СӘЛИМ. Эйе шул. Тик бигерәк бойоҡ күренә. Ашаттығыҙмы һуң?

ШӘРИФ. (Ғәйепле ҡиәфәттә). Ул беҙҙең ҡулдан бер нимә лә ашаманы.

АЛЛАҒЫУАТ. Урлауығыҙ ғына етмәгән, асыҡтырып үлтерергә уйланығыҙмы ?

ХӘКИМ. Юҡсы. Беҙҙең дә һунарға сыҡҡыбыҙ килгәйне.

ШӘРИФ. Ғәфү итегеҙ беҙҙе. Шулай...

СӘЛИМ. Килтергәнегеҙгә лә рәхмәт. Тағы ла бер ике көн тотһағыҙ, асығып үлер ине.

АЛЛАҒЫУАТ. Шуларға рәхмәт әйтеп торасы? Бурҙар! Бар тайығыҙ бынан!

ХӘКИМ. Салауат! Һеҙгә... һиңә бер һүҙебеҙ бар.

САЛАУАТ. Йә, әйт һуң?

ХӘКИМ. Беҙ башҡа улайтмайбыҙ. Ней, һеҙҙең менән... әйҙә дуҫ йәшәйек!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.