Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Сығалар.. се күренеш.. Шомло көй. Тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана Шәриф сыға. Ҡыуаҡ арттарын тикшереп сыҡҡас, ымлап Хәкимде саҡыра. Хәким инә. Ҡулынд



Сығалар.

5-се күренеш.

Шомло көй. Тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана Шәриф сыға. Ҡыуаҡ арттарын тикшереп сыҡҡас, ымлап Хәкимде саҡыра. Хәким инә. Ҡулында ҡара сепрәк менән ҡапланған ситлек. Улар балапанды урлағандар. Хәким ситлекте бер ҡыуаҡ төбөнә ҡуя ла үҙе янына ултырта.

ШӘРИФ. Әйҙә шәберәк! Күреп ҡалһалар?!

ХӘКИМ. Туҡта! Саҡ ҡына ял итеп алайыҡ! Итегемдең силғауы төйөлгән... Тәҡәт ҡороно... (Ултырып итеген сисә башлай).

ШӘРИФ. Бынау көндә итек кейәләрме ни?

ХӘКИМ. Кейҙем шул. Атайым Асманды тышап ебәрергә ҡушҡайны. Кисеү аша сығырға бит... (Аяғына силғауҙы урай башлай. Хәмит ситлек янына килә).

ШӘРИФ. Һин бәхетле. Һинең Асманың бар. Минең шундай толпар атым булһа бер нимәгә лә ҡайғырмаҫ инем.

ХӘКИМ. Ниңә, Асман минеке генә түгелсе.

ШӘРИФ. Барыбер. Атайың һиңә уны менеп йөрөргә бирә бит. (Ситлекте асырға итә). Исмаһам ошондай бөркөт балаһы ғына булһын ине! Һунарға йөрөр инем.

ХӘКИМ. (Уның ҡулына һуғып). Асма, бөркөттө! Яҡтыны күрһә ҡысҡыра башлар. Тотолабыҙ бит!

ШӘРИФ. Тереме тип ҡарайым ғына тигәйнем.

ХӘКИМ. Хәҙер беҙҙеке инде ул.

ШӘРИФ. Вәт ҡылдыҡ Салауаттарға, эйеме?!

ХӘКИМ. Ә һин бөркөттөң Салауаттарҙыҡы икәнен аныҡ беләһеңме?

ШӘРИФ. Һуң?! Ул мәмерйәне аҙна буйы күҙәттем дә. Етмәһә, эстә Салауаттың күлдәгенән ишелгән арҡан бар ине.

ХӘКИМ. Ул күлдәктең Салауаттыҡы икәнен ҡайҙан белдең?

ШӘРИФ. Бәй-бәй, уныҡы кеүек күлдәк башҡа малайҙарҙа юҡ та. Атаһы старшина булғас Ырымбурҙан ғына килтертә улар кейемде?

ХӘКИМ. Йә, ярай. Гел Салауаттар ғына әллә кем булып йөрөмәһендәр әле.

(Итеген кейеп атлап ҡарай. Бер ерен оҡшатмай. Кире ултыра. Итеген сисә). Әһә, теге кисеүҙе кискәндә табаныма таш ҡыҫылған икән. Нимә төртә, тием. (Тирә-яғына ҡаранып нимәлер эҙләй). Шәриф, берәй ағас ботағы килтереп бир әле. Мин итекте сискәнмен.

Шәриф тап  бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул  ян булып сыға.

ШӘРИФ. Һы, әллә ян инде? Хәким, ҡара әле?!

ХӘКИМ. Килтер, килтер! ( Янды әйләндереп ҡарай). Кем ҡалдырып киткән икән?

ШӘРИФ. Ҡайҙа, тағы ла юҡ микән? (Кире ҡыуаҡҡа бара). О-о-о, бында тағы ла ике ян, өҫтәүенә уҡтары ла бар!

ХӘКИМ. Килтер бында. (Бер уҡты әйләндереп ҡарай). Был тимерсе Сәлих яһаған башаҡ бит!

ШӘРИФ. Зөбәйерҙеке инде улай булғас. Яндарын ҡарайыҡ әле? (Ҡарайҙар).

ХӘКИМ. (Тороп баҫа. Яндың керешен тартып ҡарай. Уҡты төҙәй). Шә-әп! (Янда яҙыу күреп ҡала). Шәриф, кил әле. Бына был тамғаны күрәһеңме?

ШӘРИФ. Эйе. Ә нимәне аңлата ул?

ХӘКИМ.(Ҡапыл нимәнелер хәтерләгәндәй). Был яндар кемдеке, беләһеңме?

ШӘРИФ. Кемдеке?

ХӘКИМ. (Зәһәр ҡыуанып). Салауаттарҙыҡы!

ШӘРИФ. Ә ҡайҙан белдең?

ХӘКИМ. Бына ошондай тамғаны Салауаттың атаһы гел дә айғыр һыртына баҫа. Салауат та шуны һалған янына.

ШӘРИФ. Йә ярай, әйҙә, итегеңде таҙала ла, шылайыҡ!

ХӘКИМ. (Итеген алып уҡ башағы менән табанын соҡой). Сыҡты! (Итеген кейә). Әллә... был уҡ-яндарҙы ла алып китәйекме?

ШӘРИФ. Ҡурҡыта бит әле.

ХӘКИМ. Һы, тапҡанһың ҡурҡыр нимә.

ШӘРИФ. Бөркөт балаһын йәшереүе еңел. Ә уҡ-һаҙаҡты атыш уйнағанда барыбер күрһәтергә кәрәк.

ХӘКИМ. Дөрөҫ! Иң яҡшыһы нимә, әйтәйемме? (Уҡты алып урталай һындыра). Бына! Күрҙеңме? Бер кем дә һеҙ һындырҙығыҙ, тип әйтә алмай.

ШӘРИФ. Был тирәлә атайым айыу йөрөй ти. Йә айыу һындырған тиербеҙ.

ХӘКИМ. (Түмәр янына килеп). Ҡара, ҡара! Улар бында атышҡа өйрәнгәндәр. (Түмәр янындағы түбәтәйҙе күтәрә). Был кемдеке? (Хәкимгә күрһәтә).

ШӘРИФ. Былмы? Был – Сәлимдекенә оҡшаған.

ХӘКИМ. Сәлим?! Вәт һатлыҡ йән! Салауаттар менән уҡ атышҡан! (Теүәтәйҙе ергә һалып тапай. Ныҡ асыуланып). Ҡана, килтер яндарҙы!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.