Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана.
Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана.
Күмәкләп Салауаттың “Тыуған илем” шиғырына яҙылған яңы йырҙы йырлайҙар.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым,-
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.
Шаршау.
|