Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Барыһы ла аптырап ҡала.



Барыһы ла аптырап ҡала.

АЛЛАҒЫУАТ. Һин нимә, Хәким?!

СӘЛИМ. Тағы ла берәй этлек уйлайҙыр әле ул?

САЛАУАТ. Егеттәр! Улай тотҡан ерҙән һындырыу килешмәй. Бәлки ысынлап та...

ХӘКИМ. (Ҡыуанып). Мин һеҙгә... мин һеҙгәме... Асманды менергә бирәм!

АЛЛАҒЫУАТ. Асманды? Бәйге толпарынмы?

ШӘРИФ. Эйе, эйе, бирә, бирә! Миңә лә бирҙе. Вәт шәп саба әй! Оса ғына! Йөрәк жыу итеп ҡала!

САЛАУАТ. Егеттәр! Әллә уйлашабыҙмы? Бөркөттө лә үҙе килтереп бирҙе бит.

 

Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр  һәм ҡурай.

ЗӨБӘЙЕР. Сәләм, егеттәр! (Ситлекте танып). Әллә бөркөтөбөҙ табылдымы?

СӘЛИМ. Ҡара! (Ситлеккә күрһәтә). Үҙҙәре килтереп бирҙеләр!

ЗӨБӘЙЕР. (Хәкимдәр яғына ҡарап). Шулайҙыр тип уйлағайным да. Ниндәй этлегебеҙ тейҙе һеҙгә?

САЛАУАТ. Йә ярай Зөбәйер, үҙҙәре килтереп бирҙе бит. Хаталарын тандылар.

ЗӨБӘЙЕР. Әй, ни Салауат,...(Әйтергәме, юҡмы тип егеттәргә ҡаранып ала ла). Гөлбикә менән Зөләйха һиңә тәмле еләк бәлеше менән бәрәмәстәр биреп ебәрҙе. Бына! Йылы ғыналар. Тиҙерәк һауыҡһын, тиҙәр. (Туҫтаҡты Салауат янына ҡуя).

САЛАУАТ. (Тулҡынланып). Бәрәмәс?.Уй, ҡайһылай тәмлекәс кенә.(Ашай). Ҡыҙҙарға рәхмәт әйтерһең, йәме? Килегеҙ, һеҙ ҙә ашағыҙ!

ЗӨБӘЙЕР. Әйтермен. Ә бына быныһын аҙыраҡ  һауыҡҡас уйнарһың. (Салауатҡа ҡурай бирә). Кисә атайымдан яһатып алдым. Һинең өсөн.

САЛАУАТ. Рәхмәт, дуҫҡайым. Әле үк уйнағым килә лә бит, булмай.

ШӘРИФ. Сәлим белә. Әйҙә, Сәлим, берҙе генә!

САЛАУАТ. Ысынмы, Сәлим! Йә, күрһәт һәләтеңде!

 

Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.

СӘЛИМ. Мин әле өйрәнәм генә.

АЛЛАҒЫУАТ. Шәп, Сәлим! Беҙгә лә өйрәтерһең.

САЛАУАТ. Бына ниндәй һәләтле икәнһең. Ҡана, килтерегеҙ әле балапанды! Аллағыуат, Сәлим, Зөбәйер, Хәким, Шәриф! (Барыһы ла бергә йыйыла). Күрҙегеҙме, дуҫтарым, бына беҙҙең һунар бөркөтө лә, елдәй етеҙ толпарыбыҙ ҙа, хатта ҡурайсыбыҙ ҙа булды.

АЛЛАҒЫУАТ. Үҙебеҙҙең шағирыбыҙ ҙа, көй сығарыусыбыҙ ҙа бар! (Көлөшәләр).

САЛАУАТ. Берәй айҙан бергәләп төлкө, ҡуянға һунарға ла сығырбыҙ! Ошолай татыу, берҙәм булһаҡ, бер кем дә беҙҙе ҡыйырһыта алмаҫ!

Бөркөт балаһы тауышлана.

ХӘКИМ. Ә һунарға... беҙҙе лә алаһығыҙмы?

САЛАУАТ. Әлбиттә. Бергәләп күңеллерәк булыр.

СӘЛИМ. Тәүҙә ҡыҙҙарҙы рәнйетмәҫкә һүҙ бирһендәр.

ЗӨБӘЙЕР. Теге юлы һындырған яндарҙы яңынан эшләп бирһендәр...

АЛЛАҒЫУАТ. Урлашмаһындар...

САЛАУАТ. Йә, егеттәр, етәр!

ХӘКИМ. Башҡа улайтмайбыҙ тип әйттек тә инде.

ШӘРИФ. Егет һүҙе бер була. Беҙ ысын!

САЛАУАТ. Егеттәр, барыһын да ваҡыт күрһәтер. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ауылдан да инде. Ниңә татыу ғына йәшәмәҫкә, шулаймы?

СӘЛИМ. Дөрөҫ, Салауат!

АЛЛАҒЫУАТ. Һин тиҙерәк һауыҡ, Салауат!

ЗӨБӘЙЕР. Талашмайыҡ шул.

САЛАУАТ. Һеҙ шулай татыу булһағыҙ мин дә тиҙерәк һауығырмын! Алда беҙҙе оло эштәр көтә! Бөркөт кеүек бейек үрҙәргә  күтәрелеп, тыуған илдең гүзәллегенә бергәләп һоҡланырбыҙ әле.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.