Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.



Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.

ГӨЛБИКӘ. Бына!

ЗӨЛӘЙХА. Абау! Нимә ул?

ГӨЛБИКӘ. Айыуҙың тырнағы ла инде. Зөбәйер ағайым теге айыуҙың тиреһен тунағанда һорап алып ҡалған. Һунарға сыҡҡанда ошо тырнаҡты муйынға аҫып сыҡһаң януарҙан һаҡлай, ти.

ЗӨЛӘЙХА. Ә кемдәр тотҡан ул айыуҙы?

ГӨЛБИКӘ. Бәй, әйтмәнемме ни? Һуң Салауат бер үҙе йөрәгенә бысаҡ ҡаҙап үлтергән ул айыуҙы. Хәкимгә ташланған да Салауат уны ҡотҡарам тип айыуҙы үлтергән. Яланда Салауат иҫһеҙ ята,  ә айыу үлеп ята ине, ти атайым.

ЗӨЛӘЙХА. Ысынлап та батыр шул беҙҙең Салауат! (Тырнаҡты ҡулына алып). Ҡара әле, ошондай ҙур тырнаҡ Салауаттың яурынына инеп китһен сәле?

ГӨЛБИКӘ. (Тырнаҡты алып кире кеҫәһенә һала). Шулай шул. Ағайым һиҙмәҫ борон уны кире урынына һалып ҡуяйым әле. (Ашығып китә башлай).

ЗӨЛӘЙХА. Ә... Салауат... бәрәмәстәрҙе. Гөлбикә, аҙ ғына көтөп тор. Хәҙер бәрәмәсте мейескә ҡуям. Сәй эсербеҙ.

ГӨЛБИКӘ. Аҙаҡ килермен.

ЗӨЛӘЙХА. Ней... Салауат иҫенә килгәс ашар ине. Бәрәмәстәрҙе. Һин Зөбәйер ағайыңа бирерһең дә ул Салауаттарға алып барыр.

ГӨЛБИКӘ. Мин дә еләк бәлеше бешерҙем. Һуңғараҡ килеп алырмын. (Сығып китә).

ЗӨЛӘЙХА. Ырыу батырының тәненә көс-ҡеүәт бирегеҙ! (Бәрәмәстәрҙе һыйпай. Мейестәге утты болғай). Гөлбикә килгәнсе ҡайнап та сығыр самауырым. (Һоҫҡоға мейестән ҡуҙ ала ла сәхнәнән сығып китә).

 

10-сы күренеш.

Ауыл өйө. Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.

АЛЛАҒЫУАТ.(Салауат янына килеп). Салауат!(Ипләп кенә яурынына ҡағыла. Ыңғырашып ҡуя ла Салауат күҙҙәрен аса. Салауат! Был мин.

САЛАУАТ. Ә-ә, Аллағыуат! (Йылмая). Шунан...

АЛЛАҒЫУАТ. Хәлеңде белешергә килдек.(Сәлим дә янына килә) Сәлим менән...

СӘЛИМ. Яраларың һыҙлайҙыр инде.

САЛАУАТ. Түҙерлек.

СӘЛИМ. Бына әсәйем һиңә тип йәш ҡорот биреп ебәрҙе. Тиҙерәк һауыҡһын, ти.

САЛАУАТ. Рәхмәт!. ( Сәлим ҡоротто ҡуя).

АЛЛАҒЫУАТ. Тағы ла беҙ һинең яраңды майларға бурһыҡ майы килтерҙек.

СӘЛИМ. Әсәйем әйтә, яраның һыҙлауын баҫа, тиҙ уңалта, ти

САЛАУАТ. Ә бурһыҡты нисек ...

АЛЛАҒЫУАТ. (Бүлдереп). Сәлим менән икәүләп тоттоҡ.

САЛАУАТ. Рәхмәт, дуҫҡайҙарым. (Ҡалҡынырға итә лә һыҙланып кире ауа). Ой, ныҡ эләккән ахыры. Айыухан мине яратҡан, ныҡ ҡосаҡлаған. Арҡа янып бара. Хәкимгә ташланған айыуҙы ғына хәтерләйем, ҡалғаны онотолған да ҡуйған.

СӘЛИМ. Ярай Хәким тиҙ генә ауылға йүгергән. Юғиһә ҡаның ағып бөтөп үлер инең. Былай ҙа өс көн иҫһеҙ яттың.

АЛЛАҒЫУАТ.(Ғорурланып). Ә айыуҙың тап йөрәгенә ҡаҙағанһың бит бысаҡты.

САЛАУАТ. Кит юҡты! Мин йөрәге тапҡыры икәнен белмәй ҙә инем.

СӘЛИМ. Айыуға ҡабырға яҡлап килгәс, ҡапылғара һине аңғармай ҡалғандыр.

АЛЛАҒЫУАТ. Айыу бейегерәк бит. Һин уның ҡултығы аҫтынан ингәнһең дә ҡаҙағанһың бысаҡты.

САЛАУАТ. Ярай әле ул бысаҡ булған. Хәкимйән, айыуҙы күргәс, тораташтай ҡатты ла ҡуйҙы. Етмәһә, эйелеп таяҡ алырға итә. Айыу үкереп уға ташланды ла ҡуйҙы.

СӘЛИМ. Бөтә ауылды шаҡ ҡатырҙың, Салауат! Бер көндә тирә-яҡтың данлыҡлы батырына әйләндең, Салауат!

 АЛЛАҒЫУАТ. Эйе, ун дүрт йәштә айыуға ташланғас, ун һигеҙҙә кем булыр, тип һоҡланалар.

САЛАУАТ. Эй, ҡуйығыҙсы. Мин батыр булам тип ташланғанмындыр шул? Күрәләтә берәүҙе бәләлә ҡалдырып булмай ҙа. Минең урында һеҙ ҙә шулай итер инегеҙ. Ә-ә, ней, Балапан?! Табылдымы?



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.