Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сө күренеш.. Салауат бер үҙе.. Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.. Ботаҡ һынған тауыш ишетелә. Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙ



3-сө күренеш.

Салауат бер үҙе.

САЛАУАТ. Их, Зөләйха... Берәй саҡ, икәү генә ҡалһаҡ, мин һиңә хыялдарым тураһында һөйләр инем. Балапаныбыҙҙы ла күрһәтер инем. (Бер буйлауҙан ҡурай ала. Уйнап ебәрә). Ошолайтып уйнап ебәрһәм, күңелемдәген моғайын һүҙһеҙ ҙә аңлар инең. Әсәйем мине уҡырға өйрәтте. “Таһир вә Зөһрә” хикәйәтен һиңә уҡып ишеттерер инем. Саҡырһам, Аҡташ буйы яланына килерһеңме икән?

Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.

САЛАУАТ. Ҡана үҙем ҡояйым! ( һыу ҡойоп ситлеккә ултырта). Эсә, эсә балапан! Сарсаған.

Ботаҡ һынған тауыш ишетелә. Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.

ЗӨБӘЙЕР. Һеҙ ҙә бындамы ни?

АЛЛАҒЫУАТ. Ә  һин күрше ауылға барам тигәйнең дә. Ҡайттығыҙмы ни?

ЗӨБӘЙЕР. Әй, атайым атын таба алманы ла барманыҡ. Иртәгә, ти.

САЛАУАТ. Нимәгә сәскә йыйҙың?

ЗӨБӘЙЕР. Былай ғына. Яландан килдем дә, ух, хуш еҫтәре... Балдың нимәгә тәмле икәнен белдем. Түҙмәй өҙөп алдым әле.

АЛЛАҒЫУАТ. Кемгә бирәһең?

ЗӨБӘЙЕР. Бирмәйем.(Сәскәләрҙе балапандың ситлеге янына һала). Таш ҡаяның еҫен генә һуламаһын әле. Сәскәләр еҫен тойоп, тотҡонлоҡта түгел икәнен белһен.

АЛЛАҒЫУАТ. Ысынлап та. Үәт баш үҙеңдә, Зөбәйер.

ЗӨБӘЙЕР. Әле ошо тауға күтәрелгәс, тирә-яғыма ҡарап торғайным, күңелемә бер моң килде.

САЛАУАТ. Ысынлап та матур шул беҙҙең ауыл тәбиғәте. Мин дә гел шулай оҙаҡ һоҡланып торам.

ЗӨБӘЙЕР. Бына, тыңлағыҙ! (Бер көйҙө көйләй). Матурмы?

САЛАУАТ. Иҫ китмәле!

АЛЛАҒЫУАТ. Шәп! Һүҙҙәре булһа, үҙебеҙҙең йыр итеп йырлар инек, эйеме, Салауат? (Бер мөйөшкә барып уйлана. Шунан ҡапыл, нимәлер иҫенә төшкәндәй, егеттәр янына килә лә шиғыр юлдарын әйтә).

 Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым...

...Күккә ашҡан Уралым.

Зөбәйер көйләй. Егеттәр был шиғыр юлдарын Зөбәйер көйләгән көйгә ҡушып көйләйҙәр. Өсөһө бергә ҡулдарын яурындарына һалып, өр-яңы йырҙы йырлайҙар.

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым…

ЗӨБӘЙЕР. Ура, үҙебеҙҙең йырыбыҙ ҙа булды! Киттек беҙгә.Уҡтар әҙер. Алайыҡ та.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.