Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се күренеш.. Салауаттар йыйылыр ҡая өңө. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.. Сәхнә яҡтыра. Салауат бер таш мөйөшөндә яҙышып ултыра. Алдында сы



2-се күренеш.

Салауаттар йыйылыр ҡая өңө. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.

Зөләйха, һин ергә төшкән хур ҡыҙы,

Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо,

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,

Яҡтыра шул күҙҙәреңдә Ай үҙе...

Сәхнә яҡтыра. Салауат бер таш мөйөшөндә яҙышып ултыра. Алдында сыра яна. Икенсе мөйөштә бөркөт балаһы ҡуйылған ситлек. Салауат уйлана.Ҡауырһынын ирененә терәп өйөрөлтөп ала.

(Салауаттың тауышы).

... Мин, бахыр, Зөләйхам, ныҡ һөйәм,

Ныҡ һөйәм... һөйәм...

Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Ҡаршы яҡ мөйөштән, мәмерйә ишегенән Аллағыуат күренә.

АЛЛАҒЫУАТ. Сәләм! Нимә яҙаһың?

Салауат өндәшмәй. Ҡағыҙын бөкләп салбар кеҫәһенә һала.

САЛАУАТ. Юҡ, былай ғына.

АЛЛАҒЫУАТ. Бөркөтөбөҙ ни хәлдә? (Ситлек янына килә). Ашағанмы?

САЛАУАТ. Аҙ ғына бирһәң дә ярай.

АЛЛАҒЫУАТ. Бына мин һиңә ит килтерҙем. Мә! (Усына ит һалып ситлекте асып бөркөткә һуҙа). Оһо, минең ҡулдан да ашарға өйрәнеп килә!

САЛАУАТ. Беҙҙең ҡулдан ғына ашап өйрәнһә, башҡа кешегә килмәйәсәк ул. Һунарға бергә йөрөрбөҙ, дуҫ! (Аллағыуат янына килә). Бына балапаныбыҙҙың күҙе тулыһынса  асылһын да иреккә сығарып ҡарарбыҙ.

Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.

АЛЛАҒЫУАТ. Бер-ике-өс, беҙҙә, беҙҙә бөтә көс!

САЛАУАТ. Аллағыуат, әйҙә бер көндө ҡыҙҙарға әйтәйек тә Аҡташ буйына аҡланға еләккә сығайыҡ! (Янына килә. Күҙәтеп тора).

АЛЛАҒЫУАТ. Фирүзәгә лә әйтәйек!

САЛАУАТ. Эйе шул. Гөлбикәнең әхирәте бит ул.

АЛЛАҒЫУАТ. Ай-һай, ҡыҙҙар килерме икән? Малайҙар булған ергә йөрөмәйҙәр ҙә улар?

САЛАУАТ. Килерҙәр. Беҙ Хәкимдәр кеүек уларға этлек уйлайбыҙҙыр шул? Ҡыҙҙарға, һеҙҙе һаҡлап йөрөтөрбөҙ, тиербеҙ.

АЛЛАҒЫУАТ. Килһәләр шәп булыр ине. Уларға еләк йыйырға ярҙам итер инек.

САЛАУАТ. Ниңә, бик ҡурҡһалар ана Зәлифә апайҙы ла алһындар.

АЛЛАҒЫУАТ. Эйе шул.

САЛАУАТ. Их, дуҫҡай, хоҙай ҡыҙҙарҙы ниңә шулай матур итеп яралтҡан икән? Ул күҙҙәре, ҡаштары, сәстәре, нәҙекәй билдәре...

АЛЛАҒЫУАТ. Әллә берәйһенә ғашиҡ булдыңмы, Салауат?

САЛАУАТ. (Аллағыуатҡа һынсыл ҡарап). Бер кемгә лә әйтмәйһеңме?

АЛЛАҒЫУАТ. Юҡ! Икмәк өҫтө!

САЛАУАТ. (Юнылған уҡ сыбығын усына алып, һоҡланып).

Зөләйхам, һин ергә төшкән хур ҡыҙы,

Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо...

( Аллағыуат ташын ҡуя ла тыңлай).

Салауат йырлай. ( “Һандуғас” шиғырына )

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта

Һандуғас моңо.

Күктеме, ерҙеме данлай?

Кем белә уны.

Йырлаймы күктә балҡыған

Ҡояштың нурын?

Әллә Айға арнағанмы

Һандуғас йырын?

Әллә арналғанмы ул йыр

Яҡты йондоҙға,

Йәйрәп ятҡан яландарға,

Хәтфә болонға?

Мин белмәйем.

АЛЛАҒЫУАТ. Их, һинең кеүек шағир булһам мин дә... Фирүзәгә шиғыр сығарыр инем.

САЛАУАТ. Зөләйха үҙе белмәй шул оҡшатыуымды.

АЛЛАҒЫУАТ. Бына еләккә сығайыҡ та, әйтерһең үҙенә. Һиңә ни бөтә ауыл ҡыҙҙары ғашиҡ инде. Бына миңә генә...

САЛАУАТ. Нимә, һиңә генә... Фирүзә бынау беләктәреңде күрһәме?

Салауат та ташҡа үрелә.

АЛЛАҒЫУАТ. Уй, уныһы ауыр бит! Еңелерәген ал!

САЛАУАТ. (Ҙур ташты ала). Мин уны кисә өс тапҡыр күтәрҙем инде.

АЛЛАҒЫУАТ. (Күтәреүҙән туҡтай. Һанай). Бер, ике, өс, дүрт, биш... етәр!

САЛАУАТ. Көслө булып... Зөләйханы күтәреп кенә йөрөткөм килә.

Бөркөт тауышлана.

АЛЛАҒЫУАТ. Әй, балапанға һыу килтерергә кәрәк бит. (Турһыҡ алып сығырға итә).

САЛАУАТ. Шишмәгә уратып төш! Ҡаяға һуҡмаҡ һалынмаһын!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.