Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.



Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.

ЗӨБӘЙЕР. Ух, ашай башланы. Иртәгә лә йомран килтерәйекме, Салауат?

САЛАУАТ. Эйе…

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡарағыҙ, ҡара! Тырнаҡтарын нисек батырған!

САЛАУАТ. Беҙҙең балапан бик көслө булырға оҡшаған. Уның тырнағына бер килеп эләккән ҡуян ысҡына алмаясаҡ!

ЗӨБӘЙЕР. Шулай булһын шул! Бер тотҡан табышты һунарсы юғалтмаҫҡа тейеш тә инде.

САЛАУАТ. Егеттәр, әйҙәгеҙ гел генә бер төрлө булмаһын. Иртәгә яланға уҡ атышырға барғанда балапаныбыҙға берәй ҡарға атып алып киләйек!

АЛЛАҒЫУАТ. Салауат, ә уҡ атышырға Сәлимгә лә әйтәйемме?

ЗӨБӘЙЕР. Һин нимә, иҫәрләнденме? Ул бит Хәкимдәр менән.

АЛЛАҒЫУАТ. Булһасы. Хәкимгә әйтмәҫкә ҡушырбыҙ. Сәлим һәйбәт егет тә инде.

САЛАУАТ. Миңә лә бик оҡшай ул. Шәп егет. Ә ниңә? Беҙгә лә оҫта, һөнәрле, ҡыйыу егеттәр күберәк кәрәк. Әйт Сәлимгә! Килһен!

АЛЛАҒЫУАТ. (Шатланып). Ярай!

САЛАУАТ. Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ! Өйҙә юғалтҡандарҙыр.

АЛЛАҒЫУАТ. Быҙау эҙләргә тип кенә сыҡҡайным...

САЛАУАТ. Беҙҙең кәзә бәрәсенең аяғы имгәнгән. Шуға үлән генә йолҡоп алам да.(Ҡурайҙар янына килә. Бер мөйөштән йүкә бауы алып ҡосаҡлап бәйләргә итә).

АЛЛАҒЫУАТ. (Янына килеп ярҙам итә башлай). Киптерергә эләбеҙме? Аҙаҡ миңә лә уйнарға өйрәтерһең, яраймы?

САЛАУАТ. Өйрәтермен. Барыбыҙға ла ҡурай етерлек бында. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр.

САЛАУАТ. Аллағыуат, яндарҙы ла ал. Яланға илтеп ҡуяйыҡ! (Аллағыуат яндарҙы ала).

ЗӨБӘЙЕР. Ҡара әле, ашап бөткән дә. Тиҙ ҙурая инде. (Уҡ сыбыҡтарын ҡосаҡлап). Алайыммы?

САЛАУАТ. Эйе, ал. Атайыңдан башаҡтар ҡаҡтыр! Балапандың япмаһын ябайыҡ. Ел һуҡмаһын. Иртәгә бер аҙ яҡтыға сығарып алырбыҙ. Ҡараңғыла күҙе бөтөнләй һуҡырайып ҡуйыр. (Ситлекте ҡаплай). Хуш, балапан! Бойоҡма! (Хисләнеп китеп, ситлектәге бөркөткә ҡарап шиғыр юлдарын – “Егеткә”шиғырын һөйләй)

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,

Унан бейек осор ыласын бар.

Ыласындан да бейек оса торған

Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар.

Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.