Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.



Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.

САЛАУАТ. Йомран да килтерҙегеҙме ни? Шәп! Тик беҙҙең бөркөт балаһы бәләкәйерәк, ашай алыр микән? Атайым бирә торғайны былай. Ҡайҙа?

Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.

САЛАУАТ. Белмәйем. Йомран сысҡан түгел. Ашар микән?

ЗӨБӘЙЕР.(Тотоп ҡарай). Эйе шул. Әйҙә биреп ҡарайыҡ һуң.

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡана, үҙем бирәм.

Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.

ЗӨБӘЙЕР. Суҡынымы? (Аллағыуаттың ҡулына ҡарай. Аллағыуат ҡулын йәшерә.)

АЛЛАҒЫУАТ. Асыҡҡан шикелле.  

САЛАУАТ.Ҡулыңды күрһәт әле? Оһо, суҡышы нығынып килә икән. Ауыртамы? Хәҙер бәйләйбеҙ.

АЛЛАҒЫУАТ. Кәрәкмәй, үҙе төҙәлә ул.

САЛАУАТ. Бир әле йомранды. Үҙем ашатып ҡарайым.

ЗӨБӘЙЕР.(Мөйөштән сепрәк киҫәген килтереп). Бына, ҡулыңа ҡапла. Ул әле кеше ҡулының еҫенә өйрәнмәгән, шуға суҡый. Быға тиклем гел итте таяҡ осона ҡыҫтырып ҡына биргәйнек бит.

САЛАУАТ. Ә ҡулға сепрәк ҡаплағас уның еҫенә нисек өйрәнә ул?

Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.

АЛЛАҒЫУАТ. Оҡшатманы шикелле. Яҡын да килмәй.

ЗӨБӘЙЕР. Бәлки ситлекте ябырға кәрәктер?

САЛАУАТ. Юҡ, япмайыҡ. Нимә ашағанын аҙыраҡ  күрһен. Ул бит тотҡон түгел. Бер аҙ ҙурайғансы ғына ошолай бикле буласаҡ. Ә аҙаҡ…

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡарағыҙ, йомранды тикшереп ҡарай башланы.

ЗӨБӘЙЕР.  Нимәгә был сысҡан ҙур тиме икән?

САЛАУАТ. Ярай, бик текләмәйек. Беҙ ҡарап торғанға ашамай бит ул.(Бөтәһе лә бер аҙ ситкә китә).

САЛАУАТ. Әйҙәгеҙ, уҡ юна торайыҡ.

Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.

АЛЛАҒЫУАТ. Кисә күргән һырт ҡуянды бөгөн дә һағалап ҡарайым әле. Ағайымдар ҙа күптән ҡуянға сыҡҡандары юҡ.

САЛАУАТ. Ҡуян нимә?! Бына төлкө алғанда!

ЗӨБӘЙЕР.Төлкө хәйләкәр бит. Үҙебеҙҙең һунар бөркөтөбөҙ  – балапаныбыҙ үҫеп етмәйенсә булмай инде.

САЛАУАТ. (Хыялланып). Үҙебеҙҙең бөркөт менөн төлкө алып, үҙемә ҡышҡылыҡҡа бер кәпәс тектерер инем.

ЗӨБӘЙЕР. Һинең төлкө кәпәсең бар ҙа инде.

САЛАУАТ. Булһасы? Ә минең үҙем атып алған төлкө тиреһенән тектергем килә шул.

АЛЛАҒЫУАТ. Мин йылға буйында һәйбәт муйыллыҡ күрҙем. Ботаҡтары төҙ генә. Ян яһарға.

САЛАУАТ. Их, уҡ-һаҙаҡ ҡына түгел, Урал батырҙыҡы кеүек Аҡбуҙатың , тауҙы уртаға ярырлыҡ булат ҡылысың да булһын ине!

ЗӨБӘЙЕР. Булһа нимә эшләр инең?

САЛАУАТ. Минме? Иң тәүҙә Хәкимйән кеүектәрҙе аҡылға ултыртыр инем. Шунан, шунанмы... ситтән килеп беҙҙең урмандарҙы ҡырҡып, тауҙарҙы аҡтарып, йылғаларҙы бысратыусыларҙы был тирәнән ҡыуыр инем.

АЛЛАҒЫУАТ. Хоҙай тәбиғәтте бөтә кешеләр өсөн дә яралтҡан бит.

САЛАУАТ. Шулай шул. Тәбиғәт бер беҙҙеке генә түгел. Беҙҙән һуң йәшәүселәргә лә кәрәк! Улар ҙа ҡыуанып йәшәргә тейеш.

АЛЛАҒЫУАТ. Бына беҙ бөркөт балаһын алдыҡ. Беҙ ҙә тәбиғәтте ҡоротоусы булабыҙмы ни?

САЛАУАТ. Нишләп ҡорота ти? Беҙ бит уны үлтермәнек. Өҫтәүенә ояла бөркөттөң ике, йә өс  балаһы булһа ғына береһен алырға ярай. Ә мин алған ояла бөркөт балаһы икәү ине.

ЗӨБӘЙЕР. Хәҙер ул бөркөттөң бер балаһы ҡалдымы?

САЛАУАТ. Эйе. Берәү генә ҡалһа, көслө булып үҫә бөркөт балаһы.

АЛЛАҒЫУАТ. Улай булғас, беҙ ул бөркөткә көслө бала үҫтерергә ярҙам иткән булабыҙ инде.

САЛАУАТ. Тәбиғәттә байлыҡ шул тиклем күп. Ер йөҙөндәге бөтә кешегә лә етерлек.

ЗӨБӘЙЕР. Кем әйтә?

САЛАУАТ. Әсәйем.

АЛЛАҒЫУАТ. Улай булғас ниңә ер өсөн һуғышалар икән?

САЛАУАТ. Үҙҙәрен Алла итеп хис итәләрҙер. Тәбиғәтең бар байлығына үҙҙәре генә хужа булырға теләйҙәрҙер. (Аллағыуатҡа юнылған уҡ сыбығын биреп). Бына, шәпме?

АЛЛАҒЫУАТ. (Уҡты әйләндереп ҡарап). Шә-әп! Үҙе шыма, үҙе төҙ. Еңел генә.

САЛАУАТ. Зөбәйер, атайың тимерсе бит. Беҙҙең уҡтарға башаҡтар яһап бирер микән?

ЗӨБӘЙЕР. Нишләп яһамаһын ти. Мин дә ярҙам итермен.

АЛЛАҒЫУАТ. Ух, был уҡтар менән сәпсек, ҡарға атып алып ашата башлаһаҡ балапаныбыҙ тиҙ ҙурая инде .

САЛАУАТ. Осоп барған ҡошҡа уҡ тейҙереүе анһат түгел. Иртәнән һуң Ташморонға сығып, уҡ атышырбыҙ! Башаҡтар яһатайыҡ та.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.