Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





йләшә, һәйләшә сығып китәләр.



Һөйләшә, һәйләшә сығып китәләр.

Шаршау.

Икенсе бүлек.

1-се күренеш.

Сәхнәлә Салауаттар бергә йыйылып һөйләшә торған урын. Ҡаяның уңайлы ғына өңөш ере. Бер яҡтан инә торған тишек бар. Шул тишектән эйелә биреп, Аллағыуат менән Зөбәйер килеп инә. Ҡулдарында сепрәк төйөнсөк бар. Ҡая эсендәге бер мөйөштә ҡара сепрәк менән ябылған ситлек тора. Унда бөркөт балаһы ултыра. Аллағыуат инеү менән кеҫәһенән шырпы сығарып стеналағы сыраға ут ҡабыҙа. Зөбәйер бөркөт балаһы янына килә. Ипләп кенә сепрәктең осон күтәрә. Бөркөт балаһы саңҡылдаған тауыш ишетелә.

АЛЛАҒЫУАТ. Асма! Ҡысҡыртмай тор! Хәҙер! Салауат инһен дә.

ЗӨБӘЙЕР. Ә нимәгә артта ҡалды ул?

АЛЛАҒЫУАТ. Бөтәбеҙ бергә ингәнде күрһәләр, берәйһе беҙҙең йәшерен урынды белеп ҡалыр, ти.

ЗӨБӘЙЕР. Шулай шул. Ана Хәкимдәр ҙә беҙҙен менәң нисек этләшергә белмәй. Беҙ уларға ниндәй насарлыҡ эшләгәнбеҙҙер?

АЛЛАҒЫУАТ. Ниңә теге юлы көрәшкәндә Салауат Хәкимде еңде лә инде. Шуға сәме киләлер.

ЗӨБӘЙЕР. Эйе шул. Тик бына балапаныбыҙ бар икәнен генә белеп ҡалмаһындар. Бөтә ауылға таратыр. Бөркөт балаһын һунарға әҙерләү бала-саға эше түгел, тип өлкәндәр бөркөтөбөҙҙө алыр ҙа ҡуйыр.

АЛЛАҒЫУАТ. Улай ғына булһа ярар ҙа. Хәкимдәр балапаныбыҙҙы урлап имгәтеп ҡуйыр, йә үлтерер. Кем белә уның башында ниндәй уй барын.

Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.

АЛЛАҒЫУАТ. Ана, инеп килә!

Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.

ЗӨБӘЙЕР. Нимә ул, Салауат?

САЛАУАТ. Ҡурай.

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡурай? Теге Мансур бабай уйнаған ҡурай ошолай буламы?

САЛАУАТ. Минең атайым да уйнай ул. Ҡунаҡ йыйғанда.

ЗӨБӘЙЕР. Аллағыуат, һин әллә ҡурайҙы күргәнең юҡмы?

АЛЛАҒЫУАТ. Бар! Һин бигерәк инде. Тик бынау йәшел көпшә үләнен генә күргәнем юҡ ине.

САЛАУАТ. Ҡурай көпшәһен үҙ мәлендә генә йыйырға кәрәк. Һунлаһаң да, алдараҡ йыйһаң да һәйбәт ҡурай килеп сыҡмай.

АЛЛАҒЫУАТ. Әйҙә бөгөн үк ҡурай эшләп уйнап ҡарайыҡ?

САЛАУАТ. Һа, аҡылың алтын икән. Әле сей бит улар.

ЗӨБӘЙЕР. Нисек сей?

САЛАУАТ. Уларҙы йылы ҡоро урында оҙаҡ ҡына киптерергә кәрәк.

АЛЛАҒЫУАТ. Эй, ҡурай ҙа ҡурай тип балапанды ашатырға оноттоҡ!

ЗӨБӘЙЕР. Салауат, һинең атайың йыл да һунарға тип, бөркөт балаһы ала. Беләһеңдер әле, бөркөт балаһы йомранды ашай аламы?



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.