|
|||
се күренеш.. Бер аҙҙан ҡыуаҡтар артынан Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер күренә.. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көлә12-се күренеш. Бер аҙҙан ҡыуаҡтар артынан Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер күренә. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр. САЛАУАТ. Ҡыҙҙарға этлек уйлаһаң шулай була ул! ЗӨБӘЙЕР. (Хәкимде эләкләй). Мин был урманда бер йәнлектән дә ҡурҡмайым. АЛЛАҒЫУАТ. Етмәһә ҡыҙҙар алдында батыр булып күренмәк була. ЗӨБӘЙЕР. Эй шәп иттек, эйеме? САЛАУАТ. Шәплеген шәп тә, был яланға кире килеүҙәре бар. Әйҙә аҙыраҡ көтөп ятайыҡ. АЛЛАҒЫУАТ. Ҡыҙҙар килгәнсеме? ЗӨБӘЙЕР. Һа, ҡыҙҙарҙы күргең киләме? АЛЛАҒЫУАТ. Һантый, ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ тиһеңме әллә? ЗӨБӘЙЕР. Әһә, кисә генә Фирүзәне бер күрергә ине, тип ултырғайның да инде. САЛАУАТ. Йә етәр, талашмағыҙ. Ҡыҙҙарҙы күреү насарҙыр шул. Беҙ уларҙы һаҡлар өсөн килдек бит. Әйҙә, ҡалҡыуғараҡ барып йәшенәйек. Хәҙер улар ана теге түбәнге аҡланда булырға тейеш. Хәкимдең ни уйлағанын белеп буламы? Шунда барып ҡуймаһын!
Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр. САЛАУАТ. Ана, әйттем бит, ана, беҙҙең ҡыҙҙар урман ситенән күренде лә. ЗӨБӘЙЕР. Күрәм, күрәм. АЛЛАҒЫУАТ. Анау алда барғаны Гөлбикә шикелле? ЗӨБӘЙЕР. Юҡ, Гөлбикә һары күлдәген кейеп йөрөй ине иртәнсәк. АЛЛАҒЫУАТ. Их, кешенең күҙе алыҫтағын да яҡын итеп күрһен ине. САЛАУАТ. Әсәйем әйтә, киләсәктә кешеләр бик алыҫтағы нәмәләрзе лә яҡын итеп күрәсәктәр. һауала тимер ҡоштар осоп йөрөр, икмәк, шәкәр ҙә күп буласаҡ, кешеләр бәхетле йәшәйәсәк, ти. ЗӨБӘЙЕР. Әй, ҡарағыҙ, баяғы ҡыҙҙы таныным. Зөләйха ла инде. САЛАУАТ. (Ҡыҙыҡһынып). Зөләйха? Ҡайҙа, ҡайҙа? (ҡарай). АЛЛАҒЫУАТ. Эй һөйкөмлө шул Зөләйха. ЗӨБӘЙЕР. Ә мин уны йәлләйем. Үгәй әсәһе ныҡ ҡыйырһыта ти Гөлбикә. САЛАУАТ. Ә үҙе нисек егәрле. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. АЛЛАҒЫУАТ. Моңло итеп йырлай тиҙәр. САЛАУАТ. Моңло бала бәхетһеҙ була, ти әсәйем. Нинә шулай икән? Мин Зөләйханы бәхетле иткем киләсе? АЛЛАҒЫУАТ. Мин дә. САЛАУАТ. Тәүҙә мин әйттем. ЗӨБӘЙЕР. Аллағыуат, ҡара, ана Фирүзә йөрөй. АЛЛАҒЫУАТ. Ниңә, Фирүзә булһа ни булған? ЗӨБӘЙЕР. Үҙең әйттен дә инде... оҡшай тип. САЛАУАТ. Ниңә, ҡыҙҙарҙы оҡшатыу насармы ни? Араһынан береһен кәләш итеп алырға тура киләсәк әле беҙгә. ЗӨБӘЙЕР. Шулай шул. Асыуланған була. АЛЛАҒЫУАТ. Оҡшатам шул, тик үҙенә нисек белгертергә белмәйем. Салауат, әсәйеңдән һора әле. Минең әсәйем һинеке шикелле минең менән һөйләшмәй, гел эш менән була ла йөрөй. САЛАУАТ. Булыр ҙа шул. Атайыңдың янғыҙ ҡатыны булғас. Минең әсәйемдән кесе ике апайым бар. Ярай, һорармын. АЛЛАҒЫУАТ. Мин әйтте тимә. САЛАУАТ. Борсолма. ЗӨБӘЙЕР. Салауат, һиңә бер нимә әйтәйемме? САЛАУАТ. Йә! ЗӨБӘЙЕР. Ней, минең һенлем бар ҙа инде, Гөлбикә. Ул һине ныҡ оҡшата шикелле. САЛАУАТ. Гөлбикәме? Ә ҡайҙан белдең? ЗӨБӘЙЕР. Әллә, бер ҡайҙа барырға булһам, гел дә унда Салауат буламы, ти ҙә һорай. Башҡа бер кемде лә һорамай. САЛАУАТ. Уға ана Хәким ғашиҡ булған, тиҙәр бит. АЛЛАҒЫУАТ. Ә мин Сәлим тип ишеттем. ЗӨБӘЙЕР. Ҡыҙҙар былай килә! САЛАУАТ. Аллағыуат, Зөбәйер, әйҙә, аҫҡараҡ төшөп ятайыҡ. Беҙҙе күреп ҡалып йә ҡурҡырҙар. АЛЛАҒЫУАТ. Беҙгә балапанды ашатырға кәрәк. САЛАУАТ. Ярай, саҡ ҡына ҡарауыллайыҡ та барырбыҙ. Юл ыңғайы берәй йомран балаһын тотоп алайыҡ. Сысҡанға ғына туймай шикелле. ЗӨБӘЙЕР. Йомран ҙур була, ашар микән?
|
|||
|