Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.



Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.

ЗИННӘТ. (Йыш тын алып). Ниңә был яланды һайланығыҙ?

ХӘКИМ. Ҡыҙҙар бөгөн ошонда килергә тейеш. Ана, Шәриф-шымсы үҙе ишеткән.

ЗИННӘТ. (Тирә-яғына ҡаранып). Әллә дөрөҫ, әллә буш, кисә атайым ике балаһын эйәрткән инә бүре Кәкере ҡайын яланына ыңғайланы, тигәйне. Бесән ҡарарға барғанда күргән.

ШӘРИФ. (Шөрләй төшә). Кит юҡты. Күҙенә күренгәндер?

ХӘКИМ. Ниңә, бүре ояһы бар тип әйтергә теләйһеңме?

ЗИННӘТ. Белмәйем, бәлки үтеп кенә барғандарҙыр.

ХӘКИМ. Һы, булһа ни, мин был урмандағы бер йәнлектән дә ҡурҡмайым, белдегеҙме? Бүре, имеш. Моғайын, берәй эт-маҙарҙы күргәндәрҙер? Зиннәт, барығыҙ, һеҙ ана теге ҡыуаҡ артына йәшенегеҙ. Нимә эшләргә икәнен беләһегеҙ бит?

Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.

ЗИННӘТ. Шәриф әйтте, еләккә килгән ҡыҙҙарҙы ҡурҡытабыҙ, аҙаҡ һин ҡыҙҙарҙы яҡлашаһың, шулаймы?

ХӘКИМ. (Тынысһыҙланып, йәне көйөп). Шәриф, нимә бер еләк ашауҙан бушамайһың. Тәүгә күрҙеңме?

ШӘРИФ. Тәмле бит.

ХӘКИМ. Барығыҙ, оҙаҡламай килеп етерҙәр. Иртә сыға торғайнылар.

Шәриф менән Зиннәт сейә ҡыуағы яғына ынғайлай. Шул саҡ бүре олоған тауыш ишетелә. Барған еренән икеһе лә шып туҡтай. Тыңлай. Тағы ла эт сыйнаған һымаҡ тауыш ишетелә. Хәким дә шыр ебәрә. Тегеләргә белдермәҫкә тырыша.

Шәриф менән Зиннәт йәһәтләп Хәким торған яҡҡа киләләр.

Хәким уларҙың ҡаршыһына атлай.

ХӘКИМ. Нимә, бөжләнегеҙме? Әйҙә, үҙем барып ҡарайым. Киттек! Бүре улай яҡында булмай ул. (Икенсе ҡыуаҡ яғынан да бүре олоған тауыш ишетелә).

ХӘКИМ. Улай ҡурҡһағыҙ һеҙ бына был яҡтағы ҡыуаҡҡа йәшенегеҙ. Мин тегендә барам.

ШӘРИФ. (Ҡобараһы осоп). Әллә ҡаманылар инде?

ЗИННӘТ. Нисәү икәнен белергә ине?

ШӘРИФ. Һинең һанағаныңды көтөп тормай инде улар. Килә лә ташлана.

ХӘКИМ. Бүреләр ҡамай!(Килгән яҡҡа ыңғайлай бирә лә туҡтап ҡала.Тыңлай.)

 

Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә.

Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.

ХӘКИМ. Ҡастыҡ, малайҙар! (Иң тәүҙә ауыл яғына ҡарай йүгерә. Уның артынан Шәриф менән Зиннәт эйәрә).



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.