Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Сәлим менән Шәриф сығып китәләр.



Сәлим менән Шәриф сығып китәләр.

10-сы күренеш.

САЛАУАТ. Был Хәкимйәндәр тағы ла берәй этлек уйлай микән әллә? Кисә Шәрифтәрҙең кәртә артында йыйылышып һөйләшеп торалар ине. Беҙҙең  ҡаянан  бөркөт балаһын алғанды белеп ҡалмаһындар?!

АЛЛАҒЫУАТ. Бынау шымсы Шәрифтән булыр ҙа әле ул. Бөтә ишеткән-күргәнен Хәкимйәнгә еткереп йөрөй, тиҙәр.

САЛАУАТ. Һағыраҡ булырға кәрәк. Кисә бөркөт балаһын ҡаянан төшөргәнебеҙҙе бер кем дә күрмәне шикелле?

АЛЛАҒЫУАТ. Яҡын тирәлә бер кем дә юҡ ине былай. Бөркөт балаһын ҡайҙа йәшергәнебеҙҙе генә берәйһе белеп ҡалмаһын. Зөбәйергә әйтеп ҡуйырға кәрәк. Уның атаһына ат дағалатырға күп кеше килә. Шуларҙың һөйләшкәнен тыңлаштырып йөрөһөн.

САЛАУАТ. Атайымдар алған бөркөт балаһы беҙҙекенән ҙурыраҡ.

АЛЛАҒЫУАТ. Уны ике аҙналай алдараҡ алдылар ҙа инде.

САЛАУАТ. (Бер сысҡан өңөнә күрһәтеп). Әһә, таптым!  Әйҙә, һин бында ҡой! Мин тегендә көтөп торам. Хәҙер килеп сыға ул. Был сысҡан балапаныбыҙға бүләк булыр. Бөркөттәр сысҡан, йомран, ҡуянды тереләй ашарға ярата, тигәйне атайым. Йыртҡыс ҡош бит.

 

Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә.

Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан.

Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.

САЛАУАТ. Сыҡты, сыҡты! (Сысҡан артынан йүгереп сығып китә. Сәхнә артынан). Тоттом!Тоттом! (Түбәтәйен күкрәгенә ҡыҫып килеп сыға).

АЛЛАҒЫУАТ. (Янына бара) Ҡайҙа? Ҙурмы?

САЛАУАТ. Балапаныбыҙға бер туйымлыҡ.

АЛЛАҒЫУАТ. Шәп булды. Салауат, ҡара, ана тағы бер өң!

САЛАУАТ. Һо-о! Быларҙы ашай башлаһа беҙҙең бөркөт балаһы  тиҙ ҙурайыр!

 

Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар.

Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.

11-се күренеш.

Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша.

Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.

ХӘКИМ. Шәриф, ҡара әле, ошо аҡланға килергә тейештәрме?

ШӘРИФ. (Тирә-яғына ҡаранып) Ошо буғай.

ХӘКИМ. (Шәрифтен янына яҡын килеп). Һин миңә буғайлама, дөрөҫөн әйт! Яҡшылап ҡара ла…

ШӘРИФ. Ана, кәкере ҡайын, ошо! Кисә үҙем кәртә башынан тыңлап яттым, Кәкере ҡайын яланына тиклем барабыҙ, тинеләр.

ХӘКИМ. Улай булғас, Шәриф, һеҙ ҡайҙа йәшенәһегеҙ?

ШӘРИФ. Анауында, сейә ҡыуағы артында ултырырбыҙ.

ХӘКИМ. Зиннәткә әйттеңме?

ШӘРИФ. Әйттем. Хәҙер килеп етер. Был яҡты яҡшы белә ул.

ХӘКИМ. Туҡта, шым, ана ботаҡ һынған тауыш ишетелде, моғайын киләлер.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.