Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Аллағыуат биҙрәне алып сығып китә. Салауат сысҡан ояларын тикшерә.



Аллағыуат биҙрәне алып сығып китә. Салауат сысҡан ояларын тикшерә.

САЛАУАТ. Бынан ингән. Әһә, ана тегендә сығырға тейеш. (Соҡор яғына ыңғайлай)

ШӘРИФ. (Ҡыуаҡ артынан). Унда барма! Соҡор!

Салауат шып туҡтай. Ҡыуаҡ артынан ШӘРИФ килеп сыға.

САЛАУАТ. (Аптырап) Шәриф?! Нимәгә йәшендең?

ШӘРИФ. Мин...ней...айыу килә икән тинем. Тегендә...Сәлим.

САЛАУАТ. Ә -ә-ә, унда Сәлим дә бармы ни? (Соҡорға атлай).

ШӘРИФ.Туҡта! Соҡор. Айыуға. Сәлим төшөп китте.

САЛАУАТ. Ҡасан? (Соҡор ситенә килеп). Сәлим?!

СӘЛИМ. Әү! Мин бында. Шәриф күренмәйме шунда?

САЛАУАТ. Шәриф бар. Шәриф, кил, әйҙә бынау сытырҙарҙы таҙалайыҡ! (Ағастарҙы ситкә ала башлай). Сәлим, хәҙер сығарабыҙ! Арҡан кәрәк булыр микән?

ШӘРИФ. Ауылдан килтерҙем. (Йүгереп барып ҡыуаҡ артынан арҡанды килтерә). Бына!

САЛАУАТ. Һай шәп иткәнһең! Әйҙә, һин тегендә баҫ, мин бында. Бир арҡанды! (Шәриф арыраҡ баҫа. Салауат үҙе соҡор янына баҫа. Арҡанды соҡорға ташлайҙар). Еттеме?

СӘЛИМ. Етте!

9-сы күренеш.

Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.

АЛЛАҒЫУАТ. Ыстағәфирулла! Шәриф ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?! Хәкимдең шымсыһы бит ул, Салауат!

САЛАУАТ. Туҡта әле, Аллағыуат! Ана Сәлим айыу соҡорона ҡолаған.

АЛЛАҒЫУАТ. Ысынмы? (Биҙрәһен ҡуйып соҡорға килә) Уй, тәрән икән дә! Әйҙә мин дә тартышам.

САЛАУАТ.Тартмайбыҙ. ана, арҡандың осон тот! Беҙ ныҡ итеп тотоп торабыҙ. Сәлим, һин үрмәләп мен! Шулай еңелерәк була.

Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.

САЛАУАТ. Әйҙә мен, мен, ҡурҡма!

Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.

СӘЛИМ. Рәхмәт, дуҫтарым. Ҡотҡарҙығыҙ!

ШӘРИФ. (Арҡанды беләгенә урап ала). Рәхмәт, Салауат, Аллағыуат!

АЛЛАҒЫУАТ. (Сәлим янына килә).Ҡурҡтыңмы әй. Үәт тәрән исмаһам! Айыу бер төшһә сыға алмай инде...Имгәнмәнеңме?

СӘЛИМ. Юҡ. Ҡулым ғына һыҙырылды. Ней,ҡара әле,һин бөгөн кис беҙгә килерһең әле?

АЛЛАҒЫУАТ. Ниңә?!

СӘЛИМ. Бер һүҙем бар!

АЛЛАҒЫУАТ. Ярай, тик көтөүҙән һуң, йәме. Алашабыҙ өйгә тура ҡайтмай. Эҙләп алып ҡайтырмын да...

ШӘРИФ. (Арҡанды йыйып бөткәс). Әйҙә, Сәлим!

АЛЛАҒЫУАТ. (Ҡапыл иҫенә төшөп) Шәриф, һин Хәкимйәнгә Сәлимде бер үҙем генә ҡотҡарҙым, тип әйт! Беҙҙе ҡыҫтырма! Атыу эләгер үҙеңә!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.